вино
тябрь уртаһына тиклем, шулай уҡ яҙын май айында ултыртырға була.
2. Томбойоҡтар ғаиләһенә ҡараған ҙур яҫы япраҡлы тропик үҫемлек. □ Виктория (лат. Victoria).
3. (баш хәреф менән) миф. Рим мифологияһында еңеү алиһәһе. □ Виктория (богиня победы ).
ВИЛДАН [ғәр. û^j] (Р: дети; И.: child(ren); T.: evlat) и.
1. иҫк. кит. Бала, улан. □ Дети, сыны.
2. дини. Дин буйынса: ожмах хеҙмәтселәре. □ Слуги в раю.
ВИЛКА [рус.] (Р: вилка; И.: fork; Т: çatal) и.
1. тех. Саталы ҡорамалдарҙың исеме.
□ Вилка. Штепсель вилкаһы.
2. хәрби. Тоҫҡалған урынға ике снарядтың береһе барып етмәй, икенсеһе уҙып китеү арҡаһында барлыҡҡа килгән аралыҡ.
□ Вилка. Батареяны вилкаға алыу.
3. шахм. Шахмат уйынында бер фигураның ике йәки бер нисә фигураға бер юлы янауы. □ Вилка. Ат вилка яһай.
ВИЛЛА [рус. < ит. < лат. villa ‘ауыл өйө, дача’] (Р: вилла; И.: villa; Т: villa) и.
Ҡала ситендә урынлашҡан, баҡса менән уратып алынған бай йорт йәки дача. □ Вилла. Диңгеҙ буйындағы виллалар. Виллала йәшэу. ■ Аксаковтар нәҫеле хаҡында документаль фильм төшөрөлә башланы: унда Башҡортостан ғына тугел, Аксаковтар йәшәгән һәр урын төшөрөлә: .. Буэнос-Ай-реста Сергей Сергеевич Аксаковтың ҡатыны Марина Аксакова йәшәгән вилла. «Йәшлек», 16 август 2008.
ВИЛӘДӘТХАНА [ғәр.-фарс. ^Л3] (Р: роддом; И.: maternity hospital; T: doğumevi) и. ҡар.
Бала тыуҙырыу йорто. □ Роддом.
ВИЛӘЙӘТ [ғәр. (Р: область; И.: district; Т: vilayet) и. иҫк.
1. Административ берәмек; әлкә. □ Область, провинция, губерния, штат. Ырымбур виләйәте. ■ Юғарыла исемдәре телгә алынған виләйәттәренең берендә бер мо
солман ҡәрйәһе (ауылы) барҙыр. Р. Фәхретдинов. Эстәрлебаш — виләйәте менән Өфө ҡалаһынан 150 саҡрым ерҙә, өйәҙ уҙәге Эстәрлетамаҡ ҡалаһынан 50 саҡрым ҡибла тарафында, олуғ Себериә тимер юлында барлыҡҡа килгән Шафран станцияһынан 75 саҡрым ерҙә, яҡынса алғанда 73-сө дәрәжә, теуәлдә 53-сө дәрәжә киңлек битендә, Эстәрле һыуының башынан биш саҡрым ерҙә барлыҡҡа килгән бермәшһур ауыл. «Ағиҙел», № 9, 2010. 1917 йылдың 7 майында Мәскәуҙә Бөтә Рәсәй мосолмандарының I конгресы — ҡоролтайы, .. ҡоролтай артынса Өфө виләйәте мосолмандарының съезы асыла. «Һаҡмар», № 141, 2011.
2. Көнсығыш илдәрҙә (Төркиәлә, Тунис-та һ. б.) административ-территориаль берәмек, әлкә. □ Область, провинция в восточных странах. Афғанстан 34 виләйәттән тора.
ВИНЕГРЕТ [рус. < фр. vinaigrette] (Р: винегрет; И.: beetroot salad; Russian salad; T: Rus salatası) и.
1. Төрлө йәшелсәне (сөгөлдөр, кишер, һуған, картуф, кәбеҫтә) турап, үҫемлек майы ҡойоп әҙерләнгән һалҡын ашамлыҡ. □ Винегрет. Винегрет әҙерләу. Винегрет ашау.
2. кусм. Төрлөһөн бергә ҡушып, бутап һөйләгән телмәр, юҡ-бар. □ Винегрет. ■ Хәҙер халыҡтың байтағы урыҫ, башҡорт телен ҡушып, паразит һуҙ ҡыҫтырып, «тел винегреты» яһап һөйләшкәс, берәу ҙә көлмәй, сөнки, «туған телемде яҡшы беләм», тип, ғорурланып әйтерлек кеше әҙ, куптәр уҙ телендә әҙ-мәҙ һупалай ғына. «Йәшлек», 15 декабрь 2010.
ВИНИЛ [рус. < лат. vinum] (Р: винил; И.: vinyl; T: vinil) с.
Бер водород атомы алынған, этилендан сығарылған углеводород радикалы. □ Винил. / Виниловый. Винил һауыт-һаба. Йыуыла торған винил обойҙар.
ВИНО [рус. < лат. vinum] и. ҡар. шарап. Вино яһау. N Бөтә донъя ғалимдары йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеу маҡсатында «Урта диңгеҙ диетаһы»н тәҡдим
101