Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 100


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВИЗИТ КАРТОЧКАҺЫ
иртәнге визиттар өсөн тәғәйенләнгән булған). □ Визитка.
2. Эш ҡағыҙҙары, документтар, аҡса, сигарет, асҡыс һ. б. йөрөтә торған бәләкәй сумка; барсетка. □ Визитка.
3. һөйл. ҡар. визит карточкаһы. Визит-калар эшләтеү. Ике яҡлы визитка. ■ Рафиҡ үҙен үҙе әрләне: Линараның йә телефонын, йә визиткаһын һорап алып ҡалырға башы етмәгән. Л. Яҡшыбаева.
ВИЗИТ КАРТОЧКАҺЫ (Р.: визитная карточка; И.: visiting card; T.: kart) и.
1. Кешене танытҡан (исеме, фамилияһы, кемлеге, адресы яҙылған) бәләкәй форматтағы ҡағыҙ (визит менән килгәндә алдан биреп индерелә, танышҡанда тапшырыла). □ Визитная карточка. Визит карточкаларын таратыу.
2. күсм. Нимәнеңдер символы, үҙенсәлеген сағылдырған билдә. □ Визитная карточка (символ). ■ Беҙҙең [Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең] китаптар, — гүйә, Башҡортостаныбыҙҙың визит карточкаһы, дуҫлыҡ илсеһе, уларҙы Ер шарының һәммә тарафында осратырға мөмкин. «Ағиҙел», № 12, 2011.
ВИЗУАЛЬ [рус. < лат. visualis] (Р.: визуальный; И.: visual; T.: görsel) с.
Ябай күҙ менән йәки ниндәйҙер оптик прибор ярҙамында күрерлек. □ Визуальный. Айҙы визуаль юл менән өйрәнеү. Визуаль күҙәтеүҙәр. Визуаль этнография.
ВИКИНГ [рус. < сканд. viking] (Р: викинг; И.: Viking; Т.: viking) и.
Боронғо Скандинавияның диңгеҙ юлбаҫары; норман, варяг. □ Викинг. Викингыларҙың талауҙары. ■ Эстонияның Анья улусында йәшәүсе берәү Линнакс ауылы янындағы колхоз баҫыуҙарының береһендә викингыларҙың байлығына юлыҡҡан. «Йәшлек», 26 ғинуар 2011.
ВИКИПЕДИЯ [рус.] (Р: википедия; И.: Wikipedia; T.: Vikipedi) и. инф.
Йөкмәткеһе ирекле рәүештә таратылған тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәтле энциклопедия төҙөү буйынса күп телле проект. □ Вики
педия. Башҡортса Википедия. Башҡортса Википедияны тултырыу. Википедияны ҡулланыу. Википедия мәғлүмәттәре.
ВИКИҺАҠЛАҒЫС (Р: викисклад; И.: Wikimedia Commons; Т.: Wikimedya Ortak) и. инф.
Википедияға индерелә торған, төрлө маҡсатта (шулай уҡ коммерция маҡсатында ла) ирекле таратып, үҙгәртеп һәм ҡулланып була торған рәсем, тауыш, видеоролик һәм башҡа мультимедия файлдарының үҙәк һаҡлағысы. □ Викисклад. Викиһаҡла-ғыстағы файлды яңыртыу. Викиһаҡлағысҡа күсереү.
ВИКИҺҮҘЛЕК (Р: викисловарь; И.: Wiki dictionary; T.: Vikisözlük) и. инф.
Ирекле рәүештә тултырылған күп функциялы, күп телле һүҙлек һәм тезаурус. □ Викисловарь. Башҡортса Википедияла викиһүҙлек төҙөү. Викиһүҙлек бүлеге. Вики-һүҙлек төҙөүҙә ҡатнашыу.
ВИКИТЕКА [рус. < ингл. Wikisource] (Р: викитека; И.: Wikisource; T.: Vikikaynak) и. инф.
Барлыҡ телдәрҙә ирекле таратылыусы текстар менән тултырылған электрон китапхана. □ Викитека. Рус викитекаһы. Виките-канан эҙләү.
ВИКОНТ [рус. < ингл. viscount < фр. vicomte] (Р: виконт; И.: viscount; T.: vikont) и.
Европа илдәрендә дворяндар титулы (граф менән барон араһында) һәм шул титулды йөрөткән кеше. □ Виконт.
ВИКТОРИНА [рус.] (Р: викторина; И.: quiz; T.: bilgi yarışması) и.
Бер темаға бәйле төрлө һорауҙарға яуаптар биргән уйын. □ Викторина. Әҙәби викторина. Викторинала ҡатнашыу. Балалар өсөн викториналар үткәреү.
ВИКТОРИЯ [рус. < лат. victoria] (Р: виктория; И.: pine strawberry; T.: çilek türü) и. бот.
1. Баҡса үҫемлектәренең айырым бер сорты (мәҫәлән, еләк, сөгөлдөр һ. б.). □ Виктория. Викторияны август аҙағында, сен-
100