ВИЗИТКА
ҡулайлама. □ Видеорегистратор. Автомобиль видеотеркэуесе.
ВИДЕОТЕХНИКА [рус. < лат. video ‘күрәм’ + гр. techne ‘сәнғәт, оҫталыҡ’] и. ҡар. видеоаппаратура. Компьютерҙар һәм видеотехника йәштәрҙе фатирҙарға «бикләне».
ВИДЕОФИЛЬМ [рус. <лат. video ‘күрәм’ + ингл.уг/ти ‘таҫма’] (Р.: видеофильм; И.: video film; T.: video filmi) и.
Видеотаҫмаға төшөрөлгән фильм. □ Видеофильм. Яңы видеофильмдар курһәтеу.
ВИДЕОЯҘМА (Р.: видеозапись; И.: videotape recording; T.: video kayıt) и.
1. Визуаль мәғлүмәтте һаҡлау, артабан видеоаппаратура ярҙамында ҡарау өсөн видеотаҫмаға (видеокассетаға, видеодискыға һ. б.) яҙҙырыу формаһы. □ Видеозапись, видеосъёмка. Фильм видеояҙмала һаҡлана.
2. Видеотаҫмаға төшөрөлгән яҙма (видеофильм, видеоклип, видеореклама һ. б.).
□ Видеозапись. Хоккей видеояҙмалары.
ВИЗА [рус. < фр. visa < лат. visum ‘ҡаралған’] (Р: виза; И.: visa; T.: vize) и.
1. Ниндәйҙер илгә килеү, унан китеү йәки уның аша сығыуға рөхсәт биреп паспортҡа ҡуйылған рәсми билдә. □ Виза. Виза алыу.
2. Документтың тейешле кешегә күрһәтелгәнен, төп кенәгәгә теркәлгәнлеген белдергән билдә. □ Виза. Ғаризаға виза һалыу.
3. Эш эшләргә рөхсәт. □ Виза. Сит илдә эшкә ҡалырға виза юллау.
ВИЗАВИ I [рус. < фр. vis-â-vis] (Р.: визави; И.: vis-a-vis, opposite; T.: karşı karşıya) p.
Ҡапма-ҡаршы, йөҙгә-йөҙ, ҡара-ҡаршы.
□ Визави. Визави ултырыу.
ВИЗАВИ II [рус. < фр. vis-a-vis] (Р: визави; И.: vis-a-vis; T.: karşıda oturan kimse, muhatap) и.
Ҡаршыла ултырыусы кеше. □ Визави. Минең визави.
ВИЗАЖИСТ [рус. < фр. visage ‘йөҙ’] (Р: визажист; И.: makeup artist; T: makyaj uzmanı) и.
Косметолог, художестволы макияж буйынса белгес, художник-гримёр. □ Виза
жист. Визажист булып эшләу. Визажист эше диҡҡәт талап итә. ■ Визажист һәм стилистарға һурәт төшөрә белеу оҫталығы, ә иң мөһиме — нескә зауыҡ кәрәк. «Йүрүҙән», 9 ноябрь 2010.
ВИЗАЛАНЫУ (визалан-) ҡ. төш. ҡар. визалау. страд, от визалау.
ВИЗАЛАТЫУ (визалат-) ҡ. йөкм. ҡар. визалау. понуд. от визалау.
ВИЗАЛАУ (визала-) (Р: визировать; И.: endorse, sight; T.: vize etmek) ҡ.
Виза һалыу. □ Визировать. // Визирование. Сит илгә сығыуҙы визалау.
ВИЗИР [рус. < нем. Visier < лат. viso ‘ҡарайым’] (P: визир; И.: sight, sighting device; T.: vizör) u.
1. геод., астр., авиа. Оптик һәм мөйөш үлсәү приборын кәрәкле нөктәгә йүнәлтеү, тоҫҡау, төҙәү, визирлау өсөн ҡулланылған прибор, ҡулайлама. □ Визир.
2. фото. Фотоаппарат йәки киноаппа-ратта объект эҙләгес, сағылдырғыс. □ Визир.
3. хәрби. Атыу ҡоралының сәпкә төҙәү ҡулайламаһы. □ Визир.
ВИЗИРЛАУ (визирла-) (Р: визировать;
И.: sight (at); T.: hedeflemek) ҡ.
Тоҫҡау, төҙәү. □ Визировать. // Визирование.
ВИЗИТ [рус. < фр. visite] (Р: визит; И.: visit; T.: ziyaret) и.
1. Рәсми рәүештә осрашыу өсөн кемгәлер барыу. □ Визит. / Визитный. Визит яһау. Рәсми визит менән барыу. Визит кулдәге.
2. Табиптың ауырыу кеше янына өйгә килеүе. □ Визит. Табип визиты. Ауырыуға визит яһау.
ВИЗИТЁР [рус. < фр. visiter ‘килеп (барып) сығыу’] (Р: визитёр; И.: visitor; Т: ziyaretçi) и.
Визит яһаусы кеше, ҡунаҡ. □ Визитёр. Визитёрҙы оҙатыу.
ВИЗИТКА [рус.] (Р: визитка; И.: cutaway; T.: jaketatay) и.
I. тар. Ирҙәрҙең алғы яҡтан түңәрәк итәкле боронғо кейеме (иң тәуҙә фәҡәт
4*
99