Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 98


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВИДЕОАРТ
Видеояҙма өсөн тәғәйенләнгән аппаратура, приборҙар. □ Видеоаппаратура. Видеоаппаратура көндән-көн яңыра бара.
ВИДЕОАРТ [рус. < лат. video ‘күрәм’ + ингл. art ‘сәнғәт’] (Р.: видеоарт; И.: video art; T.: video sanatı) и.
Сәнғәттең видеотехника, компьютер һәм телевидение мөмкинлектәрен файҙаланыусы бер төрө. □ Видеоарт. Видеоарт менән шөғөлләнеу. Видеоарт фестивале.
ВИДЕОДИСК [рус. < лат. video ‘күрәм’ + гр. diskos ‘йомро пластинка’] (Р.: видеодиск; И.: video-disk; Т.: video disk) и.
Тауыш һәм видеомәғлүмәттән торған диск. □ Видеодиск. Видеодиск ҡарау.
ВИДЕОКАМЕРА [рус. < лат. video ‘күрәм’ + camera} (Р: видеокамера; И.: videocamera; T: video kamera) u.
Магнит таҫмаһына тауышты һәм күренеште яҙа торған оптик-электромагнит ҡулайлама. □ Видеокамера. Байрамды ви-деокамераға төшөрөу. ■ Мейәс башын барып куреу уйы менән дәртләнгән Линара сәфәргә йыйынды. Видеокамера, фотоаппараттар барланды. Л. Якшыбаева.
ВИДЕОКАССЕТА [рус. < лат. video ‘күрәм’ + ингл. cassette ‘фильмдар өсөн ҡап’] (Р: видеокассета; И.: videocassette; Т: video kaseti) и.
куцую- һәм видеомәғлүмәтте яҙыу һәм ҡарау өсөн тәғәйенләнгән магнит таҫмалы кассета. □ Видеокассета. Видеокас-сеталарҙы яңыртыу.
ВИДЕОКЛИП (видеоклибы) [рус. < лат. video ‘күрәм’ + ингл. clip ‘гәзиттән киҫеп алынған’] (Р: видеоклип; И.: video clip; T: video klibi) и.
Ниндәйҙер музыкаль номерҙы, эстрада йырын, рекламаны һ. б. оҙатып килгән видеофильм; клип. □ Видеоклип. Видеоклип төшөрөу. «Гәлсәр һандуғас» башҡарыусыларының видеоклиптары матур.
ВИДЕОМАГНИТОФОН [рус. < лат. video ‘күрәм’ + гр. magn&is ‘магнит’ + гр. рһдпё ‘өн, тауыш’] (Р: видеомагнитофон; И.: video tape recorder; T.: videoteyp) и.
Магнит таҫмаһына телевизион видеосиг-налды һәм тауышты яҙҙырып, һуңынан тыңлап һәм ҡарап була торған техник ҡулайлама. □ Видеомагнитофон. / Видеомагнитофонный. Видеомагнитофонды тоҡандырыу. Видеомагнитофонға яҙҙырыу.
ВИДЕОПЛЁНКА [рус.] и. ҡар. видео-таҫма 1.
ВИДЕОРОЛИК (видеоролигы) [рус.] (Р: видеоролик; И.: video; Т.: video) и.
Видеотаҫмаға яҙылған ҙур булмаған сюжет йәки музыкаль әҫәр. □ Видеоролик. Мәғлумәти видеоролик. Реклама видеоролигы. Уҡыу видеоролигы.
ВИДЕОТАҪМА (Р: видеоплёнка; И.: videotape; T.: video kaseti) и.
1. Күренеште һәм тауышты яҙыу, һаҡлау һәм ҡарау өсөн тәғәйенләнгән магнит таҫма. □ Видеоплёнка. Фильм видеотаҫмаға яҙылған. ■ Делегацияла билдәле космонав-тар, шулай уҡ яҡташыбыҙ, Юрий Га-гариндың космосҡа әҙерләнеуен, уның ҡайтыуын видеотаҫмаға төшөргән кинооператор Мәхмут Рафиҡов та бар. «Йәшлек», 23 май 2012.
2. ҡар. видеофильм. Фильмдың видео-таҫмаһы сығарылған. ■ Селектор кәңәшмәһенә йыйылыусыларға Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеу институты белгестәре ҡатнашлығында әҙерләнгән ви-деотаҫма курһәтелде. «Йәшлек», 28 июль
2009.
ВИДЕОТЕЛЕФОН [рус. < лат. video ‘күрәм’ + гр. tele ‘алыҫ’ + рһбпё ‘өн, тауыш’] (Р: видеотелефон; И.: videophone; Т.: videofon) и.
Телефондан һөйләшеүсе кешеләргә бер-береһен экранда күрергә мөмкинлек биргән элемтә төрө; шундай элемтә өсөн телефон аппараты. □ Видеотелефон. Видеотелефондан һөйләшеу. Видеотелефондан аралашыу.
ВИДЕОТЕРКӘҮЕС (Р: видеорегистратор; И.: digital video recorder; T.: Dijital Video Kaydedici) u.
Видео- һәм аудиосигналдарҙы теркәү, һаҡлау, ҡайтанан ҡарау өсөн тәғәйенләнгән
98