Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 97


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВИДЕОАППАРАТУРА
ВИБРОМЕТР [рус.] (Р.: виброметр; И.: vibrometer; T.: titreşim ölçer) и.
Вибрация үлсәү приборы. □ Виброметр.
ВИБРОТЕРАПИЯ (Р: вибротерапия;
И.: seismotherapy; T.: titreşim ile tedavi etmek) и.
Вибрация алымы менән дауалау. □ Вибротерапия (вибрационная терапия). Вибротерапия аппаратураһы.
ВИВАРИЙ [рус. < лат. vivarium < vivus ‘тере’] (Р: виварий; И.: vivarium; T.: vivaryum) и. махс.
Өйрәнеү, тикшереү өсөн йәнлектәр тотоуға тәғәйенләнгән бина. □ Виварий. Башҡорт дәүләт университетының зоология музейына 100 кв. м майҙанлы виварий тапшырылған.
ВИВИСЕКТОР [рус.] (Р: вивисектор; И.: vivisection, expert; T.: viviseksiyon uzmanı) и.
Йәнлектәргә операция яһап һ. б. алымдар менән уларҙы өйрәнеүсе. □ Вивисектор.
ВИВИСЕКЦИЯ [рус. < лат. vivus ‘тере’ + sectio ‘телеү’] (Р: вивисекция; И.: vivisection; T.: viviseksiyon) и.
Ниндәйҙер ағзаның функцияһын тикшереү маҡсатында тере йәнлеккә яһалған операция. □ Вивисекция. Вивисекция яһау.
ВИГВАМ [рус. < алгонкин телдәренән] (Р: вигвам; И.: wigwam; T.: Kızılderililerinin kulübesi) и.
Төньяҡ Америка индеецтарының сыбыҡ-сабыҡтан, ҡабыҡ йәки тиренән яһалған ҡыуышы. □ Вигвам. Вигвамда йәшәү.
ВИГОНЬ [рус. < фр. vigogne < исп. vicuna] (Р: вигонь; И.: vicugna; T: vikunya) и.
1. зоол. Ламалар тоҡомона ҡараған йомшаҡ нәҙек йөнлө һөтимәр хайуан (Көньяҡ Америкала йәшәй). □ Вигонь. / Вигоневый (лат. Vicugna). Вигонь йөнө.
2. Шул хайуандың йөнө һәм ошо йөндән бәйләнгән кейем. □ Вигонь. / Вигоневый. Вигонь костюм. Вигонь пуловер.
3. Йөн ҡатыш еп һәм шул ептән һуғылған туҡыма. □ Вигонь. / Вигоневый. Вигонь япма.
ВИДАҒ [ғәр. £кз] (Р: прощание; И.: seeing off, farewell; T.: veda) и. иҫк. кит.
«Хуш» тип әйтеү, хушлашыу, оҙатыу.
□ Прощание, проводы.
ВИДАҒ ИТЕҮ (видағ ит-) (Р: прощаться; И.: say goodbye (to); T.: veda etmek) ҡ. иҫк. кит.
«Хуш» тип әйтеү, хушлашыу, оҙатыу.
□ Прощаться, проводить. // Прощание, проводы.
ВИДАҒ ҠЫЛЫУ (видағ ҡыл-) ҡ. ҡар. видағ итеү.
ВИДЕО... I [рус. < лат. videre ‘күреү’] (Р: видео; И.: video; Т.: video)
Электронлы-нурлы трубканың экранында электр сигналдарын сағылдырыу әлкәһенә ҡараған ҡушма һүҙҙәрҙең тәүге өлөшө.
□ Видео (первая часть сложных слов, обозначает отнесённость чего-л. к воспроизведению изображения с магнитного или иного носителя). Видеоканал. Видеокассета. Видеоҡоролма. Видеокүҙәтеү. Видеозал. Видеосалон. Видеояҙма. ■ Эле республика юлдарындағы хәлде алты тиҫтәгә яҡын стационар, шул тиклем үк күсмә видеоҡоролма аша баһалайҙар. Өфөлә лә тиҫтәләрсә урында видеокүҙәтеү ойошторолған. «Йәшлек», 30 декабрь 2011.
ВИДЕО II [рус. < лат. video ‘күрәм’] (Р: видео; И.: video; Т.: video) и.
1. Видеофильмдар төшөрөү, уларҙы һаҡлау, ҡабаттан яҙыу һәм ҡулланыуға биреп тороу менән шөғөлләнеүсе мәҙәниәт тармағы. □ Видео. Видеоның үҫеше.
2. Шул тармаҡтың техник саралары (видеокамера, видеомагнитофон, видеофильм).
□ Видео. Видеоға төшорөү. Бөгөн техника алға киткән заманда йәшәйбеҙ: фотоға, видеоға төшөрөү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Ви-деоны уҡытыу процесында ҡулланыу.
ВИДЕОАППАРАТУРА [рус. < лат. video ‘күрәм’ + apparatus ‘ҡоролма’] (Р: видеоаппаратура; И.: video equipment; Т.: video teçhizatı) и.
4-1.0116.12
97