ВЕТФЕЛЬДШЕР
ВЕТФЕЛЬДШЕР [рус. ветеринарный фельдшер} и. ҡар. ветеринар. ■ Бригадир, атын бороп, тура ветфельдшерға саптырҙы, мин, укһеп ебәреуҙән саҡ тыйылып, һыйырымдың баш осона ултырҙым. Й. Солтанов.
ВЕТЧИНА [рус.] (Р.: ветчина; И.: һат; Т.: jambon) и.
Айырым ысул менән тоҙлап эшкәртелгән һум ит. □ Ветчина. Ветчина һатыу. ■ Шунан һуң ул [Тимашев] сумкаһынан бик куп ашамлыҡтар сығарҙы: колбаса, сусҡа майы, ветчина, аҡ май, печенье, кәнфит һәм башҡалар. Д. Юлтый. Валенсия һәм Анда-лусияла һәр табын ветчинанан башлана. «Шоңҡар», № 5, 2010.
ВЕТЧИНАЛЫ (Р.: с ветчиной; И.: with ham; T.: jambonlu) с.
Ветчинаһы булған. □ С ветчиной. Ветчиналы бутерброд.
ВЕЧЕ [рус.] (Р: вече; И.: Veche; T.: idare) и.
1. Боронғо һәм Урта быуаттарҙа славяндарҙың халыҡ йыйыны. □ Вече.
2. Боронғо һәм Урта быуат рус дәүләтендә ҡайһы бер ҡалалар менән идара иткән юғары орган. □ Вече. Новгород вечеһы.
ВЕЯЛКА [рус.] и. ҡар. елгәргес. ■ Уйнап алайыҡ әле лә йырлап алайыҡ әле. Косилка, молотилка, сортировка, веялка. Халыҡ йырынан.
ВЗВОД [рус.] (Р: взвод; И.: platoon; Т.: takım) и.
Рота, эскадрон һ. б. составындағы бәләкәй ғәскәри берәмек (йәйәуле ғәскәрҙә, атлы ғәскәрҙә, артиллерияла һ. б.). □ Взвод. Пулемёт взводы. ■ Ул [Байғужа] аҙ ғына буйға минән оҙонораҡ булһа ла, бер взводҡа эләгеу өсөн, ул сугәләберәк, мин ҡалҡыбыраҡ баҫып, бер тигеҙ булырға тырыша торғайныҡ. Д. Юлтый.
ВЗВОДНЫЙ [рус.] (Р: взводный; И.: platoon commander; T.: takım başı) и. һөйл.
Взвод командиры. □ Взводный. ■ Господин взводный, мин кейемдәремде тегергә бирҙем, бик өлкән булғандар, — тинем. Д. Юлтый.
ВЗНОС [рус.] (Р: взнос; И.: contribution; T: ödeme) и.
Ниҙер өсөн индерелгән аҡса. □ Взнос. Страховка взносы. Профсоюз взносы. Взнос туләу. Взнос индереу.
ВЗЯТКАМ.
1. ҡар. ришүәт. Взятка биреу. Взятка алыу. ■ Буләк тип көн-төн взятка ала. һаман Исламғәлеләр кеҫәһе ҡалыная. И. Насыри.
2. диал. Бал ҡорттарының бал йыйыу ы.
□ Взяток.
ВИАДУК (виадугы) [рус. < лат. via ‘юл’ + duco ‘алып барам’] (Р: виадук; И.: viaduct; T.: kemerli köprü) и.
Соҡор, тарлауыҡ аша, таш һәм тимер юл өҫтөнән һалынған күпер. □ Виадук. Тимер юл виадугы. Виадук төҙөу. Үҙенсәлекле виадук.
ВИБРАТОР [рус. < лат. vibrare] (Р: вибратор; И.: vibratör; T.: vibratör) и. физ.
Тирбәлеү хәрәкәте барлыҡҡа килтереүсе система, ҡоролма. □ Вибратор. ■ Бетонсылар ашҡынып эшләйҙәр. Быуланып ятҡан йылы бетон иҙмәһе эсендә вибраторҙар тырылдай. Ә. Байрамов.
ВИБРАФОН [рус. < ингл. vibraphone < лат. vibrare ‘дерелдәү’ + гр. phone ‘тауыш’] (Р: вибрафон; И.: vibraphone; T.: vibrafon) и.
Музыкаль инструмент, ксилофондың бер төрө. □ Вибрафон. Вибрафон — джазда төп инструменттарҙың береһе.
ВИБРАЦИЯ [рус. < лат. vibratio ‘тирбәлеү’] (Р: вибрация; И.: vibration; Т: titreşim) и.
1. Тығыҙ есемдең механик тирбәлеүе.
□ Вибрация. Моторҙың вибрацияһы.
2. му з. Тауыш юғарылығының ҡалты-рауы. □ Вибрация. Ҡылдың вибрацияһы.
ВИБРАЦИЯ ЯҺАУ (вибрация яһа ) ҡ. ҡар. тирбәлеү.
ВИБРИОН [рус. < фр. vibrion] (Р: вибрион; И.: vibrion; T: vibriyon) и.
Ваба, сәсәк ауырыуын булдырыусы өтөр рәүешендәге бактерия; әйләнсек. □ Вибрион. Ваба вибрионы.
96