Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 95


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВЕТСАНИТАР
Әҙәби әҫәр йәки мажаралы фильм (ғәҙәттә, Американың XIX быуатын һурәт-ләй). □ Вестерн. Яңы вестерн төшөрөлгән. Вестерн иң беренсе әҙәбиәттә барлыҡҡа килә.
ВЕСТИБУЛЯР АППАРАТ (Р.: вестибулярный аппарат; И.: vestibular apparatus; T.: denge organı) и. анат.
Эске ҡолаҡта урынлашҡан һәм кәүҙәнең арауыҡта дөрөҫ тотошон тәьмин итеүсе ағза.
□ Вестибулярный аппарат.
ВЕСТИБЮЛЬ [рус. < фр. vestibule < лат. vestibulum ‘алғы бүлмә’] (Р.: вестибюль; И.: vestibule, lobby, hall; T.: vestibül) и.
Ҙур биналарҙың иркен алғы бүлмәһе.
□ Вестибюль. Театр вестибюле. Яҡты вестибюль. Вестибюлдә сисенеу. Музей вестибюле.
ВЕТВРАЧ [рус. ветеринарный врач] (Р: ветврач; И.: veterinary (surgeon); T.: veteriner) и. ҡар. мал табибы. ■ Хәлил иртәнсәк, эшен ташлап, Аҡтуште ветврачҡа алып барҙы. «Ағиҙел», №6, 2010. Ветврачтарҙы төрлө йыйылышҡа саҡырып торалар. Ф. Янышев.
ВЕТЕРАН [рус. < лат. veteranus < vetus ‘иҫке’] (Р: ветеран; И.: veteran; T.: eski muharip) и.
1. Ниндәйҙер эштә, әлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле кеше, хеҙмәткәр. □ Ветеран. Хеҙмәт ветераны исеме. Ветерандар хәрәкәте. Педагогик хеҙмәт ветераны.
2. Өлкән йәштәге тәжрибәле һуғышсы.
□ Ветеран. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Граждандар һуғышы ветераны. ■ Бөгөн Рәсәйҙә 30 миллиондан ашыу төрлө категориялы хәрби ветеран бар. «Шоңҡар», №4, 2011. Көндән-көн сафтары һирәгәйә барған Еңеу һалдаттары — олуғ хөрмәткә лайыҡ ветерандарыбыҙ, көнөн-төнөн колхоз ҡырҙарында, завод-фабрикаларҙа еңеу өсөн тип бил бөккән тыл ветерандары, һуғыш арҡаһында балалыҡ төҫө курмәгән яу осоро балалары булмаһа, беҙ, бөгөн ошо ерҙә йәшәуселәр, булыр инекме лә, ошондай матур, тыныс көндәрҙе курер инекме икән?.. «Таң», 10 май 2011.
ВЕТЕРАНЛЫҠ (ветеранлығы) (Р: ветеранство; И.: veterancy; T.: muhariplik) и.
Ветеран булыу. □ Ветеранство, быть ветераном. Ветеранлыҡ юллау. Ветеранлыҡҡа миҙал.
ВЕТЕРИНАР [рус.] (Р: ветеринар; И.: veterinarian; T.: veteriner) и.
Ветеринария буйынса белгес, мал врачы. □ Ветеринар. Ветеринарға уҡыу. ■ Ветеринар Әжәрғәп, стенаға эленгән дәу плакатҡа ҡарап, ауыҙ иҙелмәһенә ҡаршы нисек итеп көрәшергә өйрәнеп ултыра ине. Й. Солтанов.
ВЕТЕРИНАРИЯ [рус. < лат. veterina-rius] (Р: ветеринария; И.: veterinary science; T.: baytarlık) и.
1. Хайуан, мал ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм уларҙы дауалау юлдарын өйрәнә торған фән. □ Ветеринария. / Ветеринарный. Ветеринария институты. Ветеринария амбулаторияһы. Ветеринария медицинаһы.
2. Хайуан, мал ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау. □ Ветеринария. / Ветеринарный. Ветеринария врачы. Район ветеринария пункты.
ВЕТО [рус. < лат. veto ‘тыям’] (Р: вето; И.: veto; Т.: veto) и.
1. юр. Дәүләт һәм халыҡ-ара хоҡуҡтарында: сығарылған ҡарарҙың икенсе бер орган тарафынан тыйылыуы, законһыҙ тип табыл ыуы. □ Вето. Вето хоҡуғы.
2. Нимәнелер тыйыу. □ Вето.
ВЕТО ҺАЛЫУ (вето һал-) (Р: наложить вето; И.: veto smth; T.: veto etmek) ҡ.
Халыҡ-ара хоҡуҡта: халыҡ-ара ойошмалағы берәй ағзаның ҡабул ителәсәк ҡарар менән килешмәүе, риза булмауы. □ Наложить вето. Резолюцияға вето һалыу.
ВЕТСАНИТАР [рус. ветеринарный санитар] (Р.: ветеринарный санитар; И.: veterinary nurse; T.: veteriner) и.
Ветеринария санитары. □ Ветеринарный санитар. Н Беҙ һине курше районда асылған ветсанитарҙар курсына ебәрергә ниәтләндек, уҙебеҙсә әйткәндә, мал духтыры булып ҡайтырһың. Й. Солтанов.
95