ВЕРСТАТКА
Ағас йәки металл әйберҙе ҡулдан эшкәртеү өсөн ҡулайлаштырылған өҫтәл.
□ Верстак. Верстакта эшләу. ■ Йәуҙәттең атаһы ағас аяҡ Әғләм ағай .. таҡта йыша верстакта. Й. Солтанов.
ВЕРСТАТКА [рус.] (Р.: верстатка; И.: composing stick; T.: dizgi harf yatağı) и. полигр.
Хәрефте ҡул менән йыйғанда ҡулланылған ҡорамал. □ Верстатка. Верстаткала йыйыу.
ВЁРСТКА [рус.] (Р.: вёрстка; И.: page proof; T.: sayfa yapma) и. типогр.
1. Тексты, иллюстрацияларҙы билдәле размер буйынса ҡуйыу, макет эшләү. □ Вёрстка. Вёрстканы тамамлау.
2. Оттиск, корректура (хаталарҙы ҡарау, төҙәтеу өсөн алына). □ Вёрстка. Журнал вёрсткаһы. Вёрстканы уҡыу.
3. комп. Веб-биттең кодын яһау. □ Вёрстка.
ВЁРСТКАҒА ҺАЛЫУ (вёрсткаға һал-) ҡ. ҡар. вёрсткалау.
ВЁРСТКАЛАУ (вёрсткала-) (Р: верстать; И.: make up; T: sayfa bağlamak) ҡ. типогр.
Наборҙы һәм һүрәттәрҙе биттәргә һалыу.
□ Верстать. // Вёрстка, верстание. Газета вёрсткалау. Китап вёрсткалау.
ВЁРСТКАЛАУСЫ (Р: верстальщик; И.: maker-up; T: sayfa yapan uzman) и.
Вёрстка эшен башҡарыусы. □ Верстальщик. Гәзитте вёрсткалаусы. Вёрсткалаусы булып эшләу.
ВЕРТИКАЛЬ I [рус. < лат. verticalis] (Р: вертикаль; И.: vertical; T: düşey doğru) и.
Офоҡ яҫылығына тура төшкән һыҙыҡ, киреһе — горизонталь. □ Вертикаль. Таблицаны вертикаль буйынса тултырыу.
ВЕРТИКАЛЬ II (Р: вертикальный; И.: vertical; T.: düşey) с.
Вертикаль йүнәлештә булған, киреһе — горизонталь. □ Вертикальный. Вертикаль һыҙыҡ.
ВЕРТИКАЛЬ III [рус.] (Р: вертикально; И.: vertically; T.: düşey olarak) р.
Офоҡ яҫылығына тура рәүештә ятҡан, киреһе — горизонталь. □ Вертикаль. Вертикаль ҡуйыу. Вертикаль һалыу.
ВЕРТИКАЛЬ ВЛАСТЬ (Р: вертикали власти; И.: hierarchal power; T.: dikey iktidar) u.
Иерархия буйынса өҫтән аҫҡа табан буйһондора торған власть. □ Вертикали власти. Вертикаль власты нығытыу.
ВЕРТОЛЁТ [рус.] (Р: вертолёт; И.: helicopter; T.: helikopter) и.
һауаға туп-тура күтәрелә һәм шул уҡ рәүештә ергә төшә торған осҡос. □ Вертолёт. / Вертолётный. Вертолёт тауышы. Вертолёт етештереу. ■ Тәуге вертолёт 1968 йылдың 4 ноябрендә һауаға кутәрелә, ә бер йылдан Ка-26 вертолёты Кумертау машиналар заводында конвейерға ҡуйыла. «Ағиҙел», № 9, 2010. Ка-32 тибындағы вертолёттарҙы уңышлы ҡулланыу һөҙөмтәһендә меңәрләгән урман янғыны һунде-релгән, сәсеулектәр һаҡлап алып ҡалынған. «Йәшлек», 14 декабрь 2010.
ВЕРТОЛЁТСЫ [рус.] (Р: вертолётчик; И.: helicopter pilot; T.: helikopter pilotu) и.
1. Вертолёт менән идара итеүсе, йөрөтөүсе белгес. □ Вертолётчик. ■ Марсель Харис улы Йосопов, мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһенә белдермәй, вертолётсылар әҙер-ләусе хәрби уҡыу йортона юллана. «Йәшлек», 24 апрель 2008.
2. спорт. Вертолёт спорты менән шөғөлләнеүсе спортсы. □ Вертолётчик. Вертолётсылар ярышы.
ВЕРФЬ [рус. < гол. werf\ (Р: верфь; И.: shipyard; T.: tersane) и.
Карап, суднолар эшләй һәм ремонтлай торған предприятие. □ Верфь. Карап ремонтлау верфы.
ВЕРХОЛАЗ [рус.] (Р: верхолаз; И.: steeplejack; T.: örümcek adam) и.
Юғары бейеклектә эшләүсе кеше, үрмәләүсе. □ Верхолаз. / Верхолазный. Верхолаз кейеме. Верхолаз эштәре.
ВЕСТЕРН [рус. < ингл. western ‘көнбайыш’] (Р: вестерн; И.: werstern; Т.: verstern) и.
94