Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 93


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВЕРСТАК
ка. Вербовка үткәреү. Вербовка менән Камчаткаға китеү.
2. XV—XVIII быуаттарҙа Европала хәрби хеҙмәткә кеше йыйыу ысулы. □ Вербовка.
ВЕРБОВКАЛАНЫУ (вербовкалан-) ҡ. ҡайт. ҡар. вербовкалау, возвр. от вербовкалау. Вербовкаланып китеү. ■ Оҙаҡ уйлап торманы Сәмиғ — ауылға ҡайтҡыһы килмәгәс, бүтән варианты ла юҡ — өгөтлә -гәстәре китте-барҙы вербовкаланып. Т. Ғиниәтуллин.
ВЕРБОВКАЛАУ (вербовкала-) (Р.: вербовать; И.: recruit; T.: angaje etmek) ҡ.
Вербовка менән алыу, вербовка менән йыйыу. □ Вербовать. // Вербовка. Яңы төҙөлөшкә эшселәр вербовкалау.
ВЕРБОВКАЛАУСЫ (Р.: вербовщик; И.: recruiter; T.: işçi yazan) и.
Вербовкалаусы, вербовка үткәреүсе, эшкә яллаусы. □ Вербовщик. Вербовкалаусылар килгән. Вербовкалаусы ҡатын.
ВЕРДИКТ [рус. < ингл. verdict < лат. vere dictum] (Р: вердикт; И.: verdict; T.: karar) и.
Суд заседателдәре сығарған ҡарар.
□ Вердикт. Вердикт сығарыу. ■ Ниндәй вердикт сығарылғаны менән ҡыҙыҡһанғас, улар [Ростехнадзор], техника баҫыуға сығырға әҙер, .. тип ҡуйҙы. «Йәшлек», 19 апрель 2008.
ВЕРЛИБР [рус. < фр. vers libre] (Р: свободный стих; И.: vers libre; T.: serbest nazım) u.
Ирекле, рифмаһыҙ шиғыр; аҡ шиғыр.
□ Свободный, нерифмованный стих. К Башҡорт шиғриәтендә халыҡ ижады үрнәгенән — эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан, аҫыл йырҙарыбыҙҙан сығып, улар өлгөһөндә классик стилдә яҙыу әле лә өҫтөнлөк итә. ..Әлбиттә, бөгөн верлибр — аҡ шиғыр яҙыусылар ҙа осрай. «Йәшлек», 19 сентябрь 2009.
ВЕРМАХТ [рус. < нем. Wehrmacht] (Р: вермахт; И.: Wehrmacht; T.: Wehrmacht) и. map.
1935—1945 йылдарҙа Германияның ҡораллы көстәре. □ Вермахт. Вермахт генералы.
ВЕРМИШЕЛЛЕ (Р: вермишелевый; И.: with noodles; T.: tel şehriydi) c.
Вермишель һалынған, вермишеле булған. □ Вермишелевый, с вермишелью. Вермишелле аш.
ВЕРМИШЕЛЬ [рус. < ит. vermicelli ‘ваҡ ҡорттар’] (Р: вермишель; И.: vermicelli; T.: tel şehriye) и.
1. Фабрикала эшләнгән нәҙек ҡыҫҡа туҡмас. □ Вермишель./ Вермишелевый. Ашҡа вермишель һалыу.
2. Шул продукттан бешерелгән ашамлыҡ. □ Вермишель. Вермишель бешереү. Ит менән вермишель әҙерләү.
ВЕРМУТ [рус. < нем. Wermut ‘әрем’] (Р: вермут; И.: vermouth; T.: vermut) и.
Әрем, осҡат, карамон һ. б. үҫемлек экстракттары ҡушылған йөҙөм шарабы. □ Вермут. Ванилле вермут.
ВЕРНИСАЖ [рус. < фр. vernissage ‘лаклау’] (Р: вернисаж; И.: vernissage; T.: açılış töreni) и.
Художестволы күргәҙмәне тантаналы асыу. □ Вернисаж. Вернисажда ҡатнашыу.
ВЕРСИЯ [рус. < лат. versio] (Р: версия; И.: version; T.: versiyon) и.
1. Бер хәл-ваҡиға хаҡында төрлөсә йөрөгән хәбәр йәки фараздың береһе. □ Версия. ■ Сәсмә версияла Урал батыр тылсымлы Аҡбуҙаты, алмас ҡылысы, күпмелер дәрәжәлә Ҡарағаш исемле ҡыҙ ярҙамында Тереһыу-Йәншишмәгә юл ҡаплап ятҡан туғыҙ, ун ике башлы дейеүҙәрҙе ҡыйрата. Ф. Нәҙершина. Йырҙа һәм уның версияларында Ҡаһым түрә шулай тасуирлана: «командир ҙа булған»; «көмөш кенә һаплы, ай, еҙ ҡылыс, вай кем, полковникҡай Ҡаһымдың билендә»; «Ҡаһым түрә ҡайтып килә, тиҙәр, вай кем, шестой кантон булып иленә». С. Бәҙретдинов.
2. инф. Компьютер программаһының варианты. □ Версия. Антивирус программаһының һуңғы версияһы.
ВЕРСТАК (верстагы) [рус. < нем. Werk-statt ‘оҫтахана’] (Р: верстак; И.: workbench; T.: tezgah) и.
93