ВЕНТИЛЯТОРЛЫ
ляторный. Вентиляторҙы өйрөлтөү. Өҫтәл вентиляторы. Электр вентиляторы.
2. Баҫым менән һауа йәки газды йөрөтөү өсөн ҡулайлама. □ Вентилятор. / Вентиляторный. Вентиляторҙы ебәреү. Вентилятор камераһы.
ВЕНТИЛЯТОРЛЫ (Р.: с вентилятором; И.: with a fan; T.: vantilatörlü) с.
Вентиляторы, елләткесе булған. □ С вентилятором. Вентиляторлы бүлмә.
ВЕНТИЛЯЦИОН (Р.: вентиляционный; И.: ventilation, vent; T.: vantilatörle ilgili) c.
Һауа йөрөтөү, елләтеү өсөн тәғәйенләнгән. □ Вентиляционный. Вентиляцион тәҙрә. Вентиляцион рәшәткә.
ВЕНТИЛЯЦИЯ [рус. < лат. ventilatio] (Р: вентиляция; И.: ventilation; T.: vanti-lasyon) и.
1. Бүлмәне вентилятор ярҙамында елләтеү, һауа алмаштырыу. □ Вентиляция./ Вентиляционный. Вентиляция ҡоролмаһы. Вентиляция торбаһы.
2. Елләтеү, һауа алмаштырыу приборҙары йәки приборҙар системаһы. □ Вентиляция. / Вентиляционный. Вентиляция ҡуйыу. Вентиляция ҡулайламаһы. Заманса вентиляция системаһы.
3. Тын тотҡарланһа, үпкәгә һауа өрҙөрөү. □ Вентиляция. Үпкәгә вентиляция яһау аппараты.
ВЕНТИЛЯЦИЯ Л АУ (вентиляцияла-) ҡ. ҡар. елләтеү. Һауаны вентиляциялау. Двигателде вентиляциялау. ■ Ҡыуатов исемендәге Республика клиника дауаханаһына күптән түгел ҡайтарылған яңы ҡорамал ауырлығы етмәй тыуған балаларҙың үлемен ике тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Үпкәләрҙе яһалма вентиляциялау өсөн ике аппарат, әсә ҡарынындағыға оҡшаш шарттар тыуҙырылған өс кювез, күҙәтеү өсөн өс монитор комплексы 7,5 миллион һумға төшкән. «Йәшлек», 14 май 2009.
ВЕНТИЛЯЦИЯЛЫ (Р: с вентиляцией; И.: with ventilation; T: vantilasyonlu) с.
Вентиляцияһы булған. □ С вентиляцией, имеющий вентиляцию; вентиляцион
ный. Вентиляциялы шахта. ■ Боронғо Рим-да йәшелсәләрҙе айырым ҡоро һауалы һәм вентиляциялы бер бүлмәлә һаҡлар булғандар. «Торатау», № 97, 2010.
ВЕНЧУР [рус. < ингл. venture ‘йөрьәт итеү’] (Р: венчурный; И.: venture; risky; T.: tehlikeli) с. махе.
Тикшерелмәгән идеяларҙы, проекттарҙы һ. б. финанслауға йүнәлтелгән, шуға күрә хәүефле, хәүеф янаған. □ Венчурный. Вен-чур операциялар.
ВЕНЧУРЛЫ с. ҡар. венчур. Венчурлы бизнес. Венчурлы капитал.
ВЕРАНДА [рус. < ингл. verandah < санскр.] (Р: веранда; И.: veranda(h); Т: veranda) и.
Өйҙө уратып йәки бер яҡ стенаһы буйлап эшләнгән тәҙрәле солан. □ Веранда. Верандалы өй. Быяла веранда. ■ [Хужабикә] Ирназарға уны-быны бойора ла, асыҡ верандаға сығып ултырып, баҫыуҙа ел ҡырҡҡан битенә, шырауланып бөткән ҡулдарына ниндәйҙер май һөртөргә, кейенеп-яһанып ҡупшыланырға тотона. Ә. Хәкимов. Ғилминур апайҙың телеңде йоторлоҡ тәмле аш-һыуын ауыҙ итеп, еләҫ верандала ятып ял итәләр. «Шоңҡар», № 4, 2009.
ВЕРАНДАЛЫ (Р: с верандой; И.: with a veranda; Т: verandah) с.
Верандаһы булған. □ С верандой, имеющий веранду. Верандалы ҙур йорт.
ВЕРБАЛЬ [рус. < лат. verbalis] (Р: вербальный; И.: verbal; T: sözlü) с.
Һүҙ менән; телдән. □ Вербальный. Вербаль аралашыу. Вербаль сигнал.
ВЕРБАЛЬ НОТА (Р: вербальная нота; И.: verbal note; T: imzasız nota) и. dun.
1. Имзаһыҙ, тик мисәт кенә ҡуйылған дипломатик хат. □ Вербальная нота.
2. Дипломатик акт төрө. □ Вербальная нота.
ВЕРБОВКА [рус. < пол. < нем.] (Р: вербовка; И.: recruiting; T: angaje etme) и.
1. Кешеләрҙе ниндәйҙер эшкә яллау, саҡырыу, ылыҡтырыу эше. □ Вербов
92