Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 91


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВЕНТИЛЯТОР
2. Венгр халҡына хас рәүештә. □ По-венгерски. Венгрса бейеү.
ВЕНДЕТТА [рус. < ит. vendetta] (Р.: вендетта; И.: vendetta; T.: kan davası) и.
Ҡанлы үс алыу. □ Вендетта. Вендетта йолаһы.
ВЕНЕРА [рус. < лат. Venus] (Р.: Венера; И.: Venus; T.: Venüs) и.
1. (баш хәреф менән) астр. Ҡояш системаһында Ҡояштан иҫәпләгәндә икенсе торған планета; Зөһрә, Сулпан. □ Венера. Иң яҡты планета — Венера.
2. (баш хәреф менән) миф. Рим мифологияһында матурлыҡ, мөхәббәт алиһәһе.
□ Венера. Венера алиһәһе көнөн билдәләү.
ВЕНЕРИК I (Р: венерический; И.: venereal; T.: zührevi) с. һөйл.
Енси юл менән йоҡҡан. □ Венерический. Венерик ауырыу. Венерик ауырыуҙарҙы киҫәтеү. ■ Венерик ауырыуҙар кешене ауыр нервы сиренә дусар итә. «Йәшлек», 23 апрель 2011.
ВЕНЕРИК II (венеригы) [рус. < лат. Venus ‘Венера’] (Р: венерик; И.: one ill with a venereal disease; T: zührevi) и. һөйл.
Йоғошло енси ауырыу менән ауырыған кеше. □ Венерик. Венерик ир. Венерикты дауалау.
ВЕНЕРОЛОГ [рус.] (Р: венеролог; И.: venereologist; T.: zührevi hastalıklar uzmanı) и.
Венерик ауырыуҙарҙы дауалаған врач; табип. □ Венеролог. Венерологҡа яҙылыу. Венеролог кәңәше.
ВЕНЕРОЛОГИК (Р: венерологический; И.: venereologic; T.: zührevi) с.
Венерологияға ҡағылышлы; венерик ауырыуҙарҙы өйрәнеүсе. □ Венерологический. Венерологик диспансер.
ВЕНЕРОЛОГИЯ [рус.] (Р: венерология; И.: venerology; T.: veneryoloji) и.
Медицинаның венерик ауырыуҙарҙы өйрәнеү, иҫкәртеү һәм дауалау бүлеге.
□ Венерология. М Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, хеҙмәт юлын Республика тире-венерология дис
пансерында башлаған Наил Шахмәмәтов эшенә ижади ҡарашы, уңғанлығы менән хеҙмәттәштәренең ихтирамын тиҙ яулай. «Йәшлек», 26 ғинуар 2010.
ВЕНЗЕЛЬ [рус. < пол. wçzel] (Р: вензель; И.: monogram; Т.: monogram) и.
Исем-фамилияның йәки ике исемдең бергә сырмалтып, биҙәккә оҡшатып яҙылған баш хәрефтәре. □ Вензель. И Тәңкәнең икенсе яғының урта тәңгәлендә ике һыҙыҡ һәм Е хәрефе булыуы асыҡланды... Ул Екатерина батшабикәнең вензеле булып сыҡты. «Йәшлек», 26 июнь 2010.
ВЕНОК (веногы) [рус.] (Р: венок; И.: wreath; T.: çelenk) и.
Түңәрәкләп үрелгән сәскә һәм япраҡтар бәйләме. □ Венок. Лавр веногы. Венок үреү. Ҡәбергә венок һалыу. ■ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 66 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә Өфөлә Еңеү паркы мемориаль комплексында сәскәләр һәм веноктар һалыу тантанаһы, шулай уҡ байрам концерты .. үткәреләсәк. «Йәшлек», 2 апрель 2011.
ВЕНТИЛЛЕ (Р.: с вентилем; И.: with а valve; T.: valfli) с. тех.
Вентиле булған. □ С вентилем. Вентилле торба.
ВЕНТИЛЬ [рус. < нем. Ventil] (Р.: вентиль; И.: valve; T.: valf) и.
1. тех. Шыйыҡса, пар, газ ағымын көйләү һәм асып ябыу ҡулайламаһы; клапан. □ Вентиль. / Вентильный. Вентилде асыу. Торбаның вентилен ябыу.
2. му з. Тынлы музыка ҡоралдарында (мәҫәлән, валторна, торбала) тауыш юғарылығын көйлә үсе клапан. □ Вентиль. Валторнаның вентилен оҙонайтыу.
3. электр. Токты тик бер йүнәлештә үткәреүсе ҡулайлама. □ Вентиль.
ВЕНТИЛЯТОР [рус. < лат. ventilatio] (Р: вентилятор; И.: fan; T: vantilatör, havalandırıcı) и.
1. Бүлмәне елләтеү, һауаны, двигателде һ. б. һыуытыу өсөн ҡулланылған ҡулайлама, ҡорамал; елләткес. □ Вентилятор. / Венти-
91