Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 90


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВЕЛЬБОТ
һындағы спорт майҙаны. □ Велотрек. / Ве-лотрековый. Велотрек төҙөу. Велотректа ярыштар уткэреу.
ВЕЛЬБОТ [рус. < ингл. whaleboat ‘кит аулаусы кәмә’] (Р.: вельбот; И.: whaleboat; T.: balina avlama teknesi) и. диңг.
Дүрт йәки һигеҙ ишкәкле, осло башлы шәп йөрөгән бәләкәй карап. □ Вельбот./ Вельботный. Балыҡ тотоу өсөн вельбот.
ВЕЛЬВЕТ [рус. < ингл. velvet ‘бәрхәт’] (Р.: вельвет; И.: corduroy; T.: fitilli kadife) и.
һырлы-һырлы итеп һуғылған кизе-мамыҡ туҡыма. □ Вельвет. / Вельветовый. Ҡара вельвет. Вельвет куртка. Вельвет кулдәк. Вельвет салбар. ■ Кисен, ял көндәрендә генә кейә торған салбарын, вельвет курткаһын кейеп, Сәмиғ кинотеатрға килде, ике билет һатып алды. Т. Ғиниәтуллин. Магазиндарҙа .. ҡыҙҙарға көрән, ҡара саржа, аҡ штапель, ситса, сатин, вельвет материалдар һатыла ине. «Йәншишмә», № 99, 2010.
ВЕЛЬВЕТКА [рус.] (Р.: вельветка; И.: corduroy outfit, jacket; T.: fitilli kadifeden ceket) u.
Вельвет туҡыманан тегелгән еңел куртка. □ Вельветка. Вельветка һатып алыу. Вельветканы йыуыу.
ВЕЛЬВЕТОН [рус. < ингл. velveton} (Р.: вельветон; И.: velveton; T.: velveton) и.
Спорт кейемдәре тегеү өсөн ҡулланылған туҡыма. □ Вельветон. Вельветон балалар курткаһы.
ВЕЛЬМОЖА [рус.] (Р.: вельможа; И.: grand(ee); T.: asilzade) и. иҫк.
1. Бик юғары дәрәжәле, атаҡлы бай кеше. □ Вельможа. ■ Һаҡлаусы-яҡлаусы фәрештә ҡанаты аҫтына тугел, ә ҡанһыҙ вельможалар, ысын йыртҡыстар ҡулына эләгә халыҡ. «Йәшлек», 16 июнь 2009.
2. мыҫҡ. Үҙен ҙур, бөйөк һанап маһайып йөрөгән кеше. □ Вельможа. Вельможаға һуҙ әйтмәгеҙ. Вельможа булып алған был.
ВЕЛЮР [рус. < фр. velours} (Р: велюр; И.: velour(s); T.: velur) и.
Ҡыҫҡа йөнлө, йомшаҡ, бәрхәткә оҡшаған туҡыма. □ Велюр. / Велюровый. Велюр кулдәк. Велюр костюм.
ВЕЛЯР [рус. < лат. velaris} (Р.: велярный; И.: velar; T.: damaksıl) с. лингв.
Телдең алғы, урта йәки артҡы өлөшө йомшаҡ аңҡауға йәки ҡаты аңҡауҙың алғы һәм артҡы тәңгәлдәренә күтәрелеү һөҙөмтәһендә яһалған (өндәр)\ аңҡау (тартынҡылары). □ Велярный. Веляр тартынҡы өнө. [ҡ], [ғ], [х], [ң] өндәре веляр тартынҡыларға ҡарай.
ВЕНА [рус. < лат. vena} (Р: вена; И.: vein; T.: toplardamar) и.
Йөрәккә килгән ҡан тамыры; ҡара ҡан тамыры. □ Вена. Аяҡ венаһының киңәйеуе. Вена ҡаны. Венаға ҡан ебәреу. Венаға укол эшләтеу.
ВЕНА МЕБЕЛЕ (Р: венская мебель; И.: bentwood; T: bükülmüş ağaçtan mobilya) и. һөйл.
Бөгөп эшләнгән еңел, ныҡ мебель (ултырғыс, өҫтәл һ. б.). □ Венская мебель. Вена мебеленә заказ биреу. Вена мебеле һатып алыу.
ВЕНГЕРКА I [рус.] (Р: венгерка; И.: Hungarian dance; T.: Macar dansı) и.
Венгр халыҡ бейеүе нигеҙендә эшләнгән ҡушар бейеү һәм шул бейеүҙең көйө. □ Венгерка. Венгерка бейеу.
ВЕНГЕРКА II [рус.] (Р.: венгерка; И.: short vest; T: ceket türü) и.
Гусарҙар кейеменә тартым ҡыҫҡа куртка. □ Венгерка. Венгерка һатып алыу. Венгерка тегеу.
ВЕНГР (Р.: венгр; И.: Hungarian; Т: Macar) и. этн.
Венгрияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе, мадьяр (фин-уғыр телдәренең береһендә һөйләшә). □ Венгр. Венгр теле. Венгр халҡы. Венгр ҡыҙы. Венгр бейеуе.
ВЕНГРСА (Р: по-венгерски; И.: in Hungarian; T: Macarca)/?.
1. Венгр телендә, мадьярса. □ По-венгерски. Венгрса һөйләшеу. Венгрса һуҙлек.
90