Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 105


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВЛАСЛЫ
ВИТАМИНЛАШТЫРЫУ (витамин-лаштыр-) ҡ. урт. ҡар. витаминлау, взаимн. от витаминлау.
ВИТАМИНЛЫ (Р.: витаминный; И.: with vitamins added; T.: vitaminli) c.
Витамины булған. □ Витаминный, витаминозный. Витаминлы аҙыҡ. Витаминлы үлән оно. Балалар осон витаминлы аҙыҡ мөһим.
ВИТАМИНЛЫЛЫҠ (витаминлылы-ғы) (Р.: витаминозность; И.: vitamin food value; T.: vitaminlilik) и.
Витамин булыу дәрәжәһе, витаминға бай булыу. □ Витаминозность. Аҙыҡтың ви-таминлылығы.
ВИТРАЖ [рус. < фр. vitrage < лат. vitrum ‘быяла’] (Р: витраж; И.: stained-glass window; T.: vitray) и.
Тәҙрә, ишек, түшәм, ҡыҫандар, мейес өсөн төҫлө быяланан йәки башҡа төҫлө материалдан ҡоршап яһалған биҙәк йәки һүрәт.
□ Витраж. Театр фойеһындағы витраж.
ВИТРИНА [рус. < фр. vitrine < лат. vitrum] (Р: витрина; И.: (shop) window; T.: vitrin) и.
1. Төрлө тауарҙы күрһәтеп ҡуя торған магазин тәҙрәһе. □ Витрина. Витринаға ҡуйыу. Биҙәлгән витрина.
2. Күргәҙмә нәмәләр ҡуя торған быяла шкаф йәки тартма. □ Витрина. Китап витринаһы. ■ Музейҙың күргәҙмә залында Сибай ҡалаһынан ошо дивизияла һуғышҡан яугирҙарҙың фотоһүрәттәре ҡуйылған стенд, витриналарҙа һуғыш трофейҙары, ветерандарҙың документтары, хаттары урын алған. «Йәншишмә», № 99, 2010.
3. Яңы гәзит, белдереүҙәр ҡуйылған махсус таҡта. □ Витрина.
ВИЦЕ- [рус. < лат. vice ‘урынына’] (Р: вице; И.: vice-; T: yardımcı).
«Ярҙамсы, урынбаҫар» тигән мәғәнәгә эйә булған ҡушма һүҙҙәрҙең элементы.
□ Вице. Вице-адмирал. Вице-президент.
ВИЦЕ-АДМИРАЛ [рус. < фр. vice-admiral] (Р: вице-адмирал; И.: vice-admiral; Т: tümamiral) и. хәрби.
Контр-адмирал менән адмирал араһындағы хәрби дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Вице-адмирал. / Вице-адмиральский. Вице-адмирал дәрәжәһе. Вице-адмирал мундиры. Вице-адмирал бойороғо.
ВИЦЕ-ПРЕЗИДЕНТ [рус] (Р: вице-президент; И.: vice-president; T: başkan yardımcısı) и.
Президент урынбаҫары вазифаһы һәм шул вазифалағы кеше. □ Вице-президент. / Вице-президентский. Вице-президент вазифаһы. Фәндәр академияһының вице-президенты.
ВИЧ [рус.] (Р: ВИЧ; И.: HIV, Human immunodeficiency virus; T: HÎV, İnsan Bağışıklık Yetmezlik Virüsü) u.
(баш хәрефтәр менән) Кешенең иммунитетын ҡаҡшатыусы вирус. □ ВИЧ (вирус иммунодефицита человека). ВИЧ йоҡтороу. ВИЧ йөрөтөүсе.
ВКЛАД [рус.] и.
1. ҡар. һаҡлыҡ. Отошло вклад. Билдәле бер ваҡытҡа һалынған вклад. Шартлы вклад.
2. ҡар. өҫтәмә I, 2.
ВКЛАДСЫ и. ҡар. һаҡлыҡсы. Вкладсы ҡатын. Вкладсылар өсөн ҡағиҙә.
ВКЛАДЫШ [рус.] (Р: вкладыш; И.: insert; T.: ek parça) и.
1. Китап, гәзит эсенә һалынған өҫтәмә бит. □ Вкладыш. Паспорт вкладышы. Гәзит вкладышы.
2. Ниндәйҙер механизм эсенә ҡуйыла торған өҫтәмә деталь. □ Вкладыш. Подшипниктағы вкладыш.
ВКЛЮЧАТЕЛЬ [рус.] и. һөйл. ҡар. то-ҡандырғыс.
ВЛАСЛЫ (Р: властный; И.: authoritative; pertaining to power; T.: amirane) с.
1. Ҡулында власть булған, власть эйәһе. □ Властный, имеющий власть.
2. Характерында, тотошонда бойороҡтар бирергә, хакимлыҡ итергә ынтылыу сағылышы. □ Властный. Власлы кеше. Власлы ҡатын.
105