Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 106


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВЛАСЛЫҠ ИТЕҮ
ВЛАСЛЫҠ ИТЕҮ (власлыҡ ит-) (Р.: властвовать; И.: rule; dominate; T.: hakim olmak) ҡ. hup.
Идара итеү, буйһондороу, власҡа баш булыу. □ Властвовать. Синыфҡа власлыҡ итеү.
ВЛАСТЬ [рус.] (Р.: власть; И.: power; Т.: iktidar) и.
1. Сәйәси хакимлыҡ; дәүләт йәки әлкә менән идара итеү хоҡуғы; шул хоҡуҡҡа эйә булған органдар. □ Власть. Власҡа килеү. Үҙәк власть. Власты ҡулға алыу. ■ Власть кешеһе юғарыраҡ власҡа ынтыла. Л. Яҡшыбаева.
2. Дәүләт менән идара итеү органдары. □ Власть. ■ Рәсәй властарынан йүнле яуап алынмағас, Гөлимә Жамғабилова, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булараҡ, 2010 йылдың 12 апрелендә уның Президиумына мөрәжәғәт итә. «Башҡортостан», 27 февраль 2012. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында абруйлы, ихтыярлы һәм теләһә ҡайһы власть шарттарында ла үҙ юлынан тайпылмай эшләрлек кешеләр булыуы кәрәк. М. Хужин.
3. Етәкселек, администрация, вазифалы кешеләр. □ Власть. Район властары. Урындағы властарға мөрәжәғәт итеү.
ВЛАСТЬ ЭЙӘҺЕ (Р: облечённый властью; И.: powers-to-be; T.: hakim) и.
Ҡулында власть булған кеше. □ Облечённый властью. ■ Власть эйәләре нисек кенә тырышмаһын, нимә генә уйлап тапмаһын, азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн бөйөк көрәшсе, бөйөк халыҡ батыры [Салауат батыр Iтураһындағы хәтерҙе юҡҡа сығара алманы. «Йәшлек», 16 июнь 2009.
ВОБЛА [рус.] и. ҡар. сабаҡ I. ■ Таралмаҫҡа тигән приказ булыуға ҡарамаҫтан, һалдаттар, берәм-берәм китеп, иртә асылған ваҡ лавкаларҙан папирос, печенье, колбаса, ҡатҡан вобла балыҡтары алып килә башланылар. Д. Юлтый.
ВОДЕВИЛЬ [рус. < фр. vaudeville] (Р: водевиль; И.: vaudeville; T.: vodvil) и.
Йыр ҡатнаш шаян комедия (ғәҙәттә, бер-ике генә шаршауҙан тора). □ Водевиль. Водевиль ҡуйыу. Водевиль жанры. Водевиль куплеты.
ВОДИТЕЛЬ [рус.] (Р: водитель; И.: driver; T.: sürücü) и.
Автобус, троллейбус һ. б. машиналарҙы йөрөтөүсе. □ Водитель. Троллейбус водителе. Институт машинаһының водителе.
ВОДИТЕЛЬ ТАНЫҠЛЫҒЫ (Р: водительское удостоверение; И.: driving licence; T.: ehliyet) и.
Машина йөрөтөүгә хоҡуҡ биргән танытма. □ Водительское удостоверение. Яңыртылған водитель таныҡлығы. Водитель таныҡлығы алыу.
ВОДОКАЧКА [рус.] (Р: водокачка; И.: water-pump station; T.: su pompalama merkezi) u.
Һыу ятҡылығынан һыуҙы һурып, кәрәк ергә ебәреп торған махсус насослы бина. □ Водокачка. Водокачкала эшләү.
ВОДОЛАЗ [рус.] (Р: водолаз; И.: diver; T.: dalgıç) и.
Махсус кейем кейеп һыу аҫтында эшләй торған кеше. □ Водолаз. Водолаз булып эшләү. Водолаз кейеме.
ВОДОПРОВОД [рус.] (Р: водопровод; И.: water supply system; T.: su tesisatı) u.
Халыҡты һәм төрлө объекттарҙы тәьмин итеү өсөн һыу ҡыуа торған ҡоролмалар системаһы; һыу үткәргес. □ Водопровод. / Водопроводный. Водопровод торбаһы. Водопровод краны. Водопровод селтәре. Водопровод үткәреү. ■ Мин, хозяйканың малайын эйәртеп, водопровод янына киттем. С. Агиш.
ВОДОПРОВОДСЫ (Р: водопроводчик; И.: plumber; T.: tesisatçı) и.
Һыу ҡоролмалары системаһында эшләүсе эшсе. □ Водопроводчик. Водопроводсыны саҡыртыу.
ВОДОРОД [рус.] (Р: водород; И.: hydrogen; T.: hidrojen) и. хим.
106