Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 107


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВОКАБУЛЯРИЙ
Химик элемент, кислород менән ҡушылып һыу яһай торған еңел газ. □ Водород. / Водородный. Водород атомы.
ВОДОРОД БОМБАҺЫ (Р.: водородная бомба; И.: H-bomb; T.: hidrojen bombası) и.
Термоядро реакцияһына ҡоролған, шартлағыс һәм емергес көсө ифрат ҙур булған бомба. □ Водородная бомба. ■ Беҙҙең илдә водород бомбаһы, космик кораблдәрҙән тыш, бихисап фәнни һәм сәнәғәт технологиялары беренселәрҙән булып барлыҡҡа килде. «Шоңҡар», № 7, 2010.
ВОДОРОДЛЫ (Р.: водородный; И.: hyd-rogenic; T: hidrojen) с.
Водороды булған. □ Водородный, с водородом. Водородлы ҡушылмалар. Водородлы натрий.
ВОЕВОДА [рус.] (Р: воевода; И.: voivode; T.: vali) и. тар.
1. Боронғо Рәсәйҙәге ғәскәр башлығы. □ Воевода.» 1598 йылдың 20 авгусында рус воеводаһы А. Воейков отряды Обь йылғаһы ярында Кусем ханды тулыһынса тар-мар итә, һәм ул уҙенең ярандары менән Урта Азияға ҡаса. «Йәшлек», 11 март 2008.
2. XVI быуаттан XVIII быуат аҙаҡтарына тиклемге Рәсәйҙә ҡала йәки округ менән идара итеүсе. □ Воевода. Мәскәу воеводаһы.
ВОЕВОДАЛЫҠ (воеводалығы) (Р: воеводство; И.: governorship; T.: valilik) и. тар.
Воевода идара иткән әлкә. □ Воеводство.
ВОЕНКОМ [рус. военный комиссар] (Р: военком; И.: military commissar; T.: asker komiseri) и.
1. тар. Ҡыҙыл Армияла (1918—1942): ғәскәри бүлектең сәйәси етәксеһе, хәрби комиссар. □ Военком (военный комиссар). ■ Полк командиры исеменән ауылға ебәрелгән хатты дөйөм йыйылышта уҡығандар икән. Ауылдаштары, геу килеп, ҡул сабып, Ирназарҙың әсәһен, тәу кургәндәй, сәхнәгә мендереп баҫтырғандар, военком уның ҡулын ҡыҫҡан. Ә. Хәкимов.
2. һөйл. Хәрби комиссариат офицеры.
□ Военком (военный комиссар). Район военкомы. Ҡала военкомы.
ВОЕНКОМАТ [рус. военный комиссариат] (Р: военкомат; И.: military registration and enlistment office; T: askerlik şubesi) и.
Хәрби хеҙмәткә бурыслыларҙы иҫәптә тотоу, хәрби хеҙмәткә саҡырыу һ. б. эштәрҙе хәл итеүсе урындағы идара органы, хәрби комиссариат. □ Военкомат (военный комиссариат ). Район военкоматы. Военкоматтан повестка алыу.
ВОЕНРУК (военругы) [рус. военный руководитель] (Р: военрук; И.: military instructor; T.: askeri başkanı) и.
Уҡыу йорттарындағы йәштәргә башланғыс хәрби белем биреү эше менән шөғөлләнгән уҡытыусы, хәрби етәксе. □ Военрук (военный руководитель). Мәктәп военругы. Военрук булып эшләу.
ВОЖАТЫЙ [рус.] (Р: вожатый; И.: Young Pioneer leader; T.: Piyoner kolu başı) u.
1. Пионер отрядының йәки дружинаһының етәксеһе. □ Вожатый. Пионер вожатыйы. ■ Кластағы бөтә пионерҙарҙың яратҡан вожатыйы, оҙон буйлы, тура, яҡты ҡарашлы ошо отличник егет алдында [Ғариф] һәр ваҡыт ҡаушап, уңайһыҙланып ҡала. 3. Биишева.
2. Трамвай йөрөтөүсе. □ Вагоновожатый.
ВОИН [рус.] и. ҡар. яугир.
ВОКАБУЛА [рус. < лат. cocabulum] (Р: вокабула; И.: vocable; T.: kelime) и. лингв.
1. Лексикология һәм лексикографияның объекты булараҡ айырым һүҙ. □ Вокабула.
2. Һүҙлек статьяһының баш һүҙе. □ Вокабула. Һуҙлек вокабулалары.
3. Туған телгә тәржемә ителгән сит тел һүҙе йәки һүҙбәйләнеше. □ Вокабула. Инглиз вокабулалары.
ВОКАБУЛЯРИЙ [рус. < лат. vocabu-1ит] (Р.: вокабулярий; И.: vocabulary; T.: kelime hâzinesi) и. лингв, иҫк.
1. Һүҙ байлығы. □ Вокабулярий.
107