Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 108


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВОКАЛ
2. Хрестоматияға йәки дәреслектең айырым өлөштәренә һүҙлек. □ Вокабулярий.
ВОКАЛ [рус. < фр. vocal < лат. vocalis] (Р.: вокал; И.: vocalism, singing; T.: vokal) и.
Йыр сәнғәте. □ Вокал. / Вокальный. Вокал булегендә уҡыу. Вокал дәрестәре. Вокал ансамбле.
ВОКАЛИЗАЦИЯ [рус. < фр. vocalisation < ит. vocalizzazione] (P.: вокализация; И.: vocalization; T.: seslendirme) и.
1. муз. Тик һуҙынҡы өндәрҙә генә йырлау. □ Вокализация.
2. лингв. Тартынҡы өндөң һуҙынҡыға тарихи күсеше (мәҫәлән, украин телендә «в» өнөнөң «у»ға кусеше). □ Вокализация.
ВОКАЛИЗМ [рус. < лат. vocalis] и. лингв, ҡар. һуҙынҡылар системаһы. Башҡорт теленең вокализмы.
ВОКАЛИСТ [рус.] и. ҡар. вокалсы.
ВОКАЛСЫ (Р.: вокалист; И.: vocalist; Т: şarkıcı) и.
1. Вокал сәнғәте белгесе, йырсының тауышын ҡуйыусы, үҫтереүсе. □ Вокалист. Миләушә Ғәли ҡыҙы Мортазина — республикабыҙҙың талантлы вокалсыһы.
2. Тауыштың бөтә мөмкинлектәрен белеп оҫта йырлаусы, йырсы. □ Вокалист. Во-калсылар конкурсы.
ВОКАЛЬ [рус.] (Р: вокальный; И.: vocal; T: vokal) с.
Йыр сәнғәтенә мөнәсәбәтле. □ Вокальный. Вокаль ансамбль. Вокаль музыка. Вокаль сәнғәт.
ВОКАТИВ [рус. < лат. vocativus] (Р: вокатив; И.: vocative; T: vokatif) и. лингв.
Исемдең өндәшеү формаһы. □ Вокатив.
ВОКЗАЛ [рус. < ингл. vauxhall] (Р: вокзал; И.: railway station; T: gar) и.
1. Тимер юл, автобус станциялары һәм пристандәрҙәге юлсыларҙы хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән бина. □ Вокзал. / Вокзальный. Вокзалда көтөу. Вокзалдан ҡаршы алыу. ■ Вокзал, вокзал! Ниндәй шаулы тормош насип булған һинең яҙмышҡа! Р. Бикбаев.
2. XVII быуатта күңел асыу урыны. □ Вокзал.
ВОЛАН I [рус. < фр. volant < wfer‘ocoy’] (Р.: волан; И.: volan; T: volan) u.
Бала итәк, ҡатмар, мәскәү. □ Волан./ Воланный. Воланлы итәк.
ВОЛАН II [рус. < фр. volant] (Р: волан; И.: shuttlecock; T.: volan) и. спорт.
Бадминтон тубы. □ Волан. Волан һуғыу.
ВОЛЕЙБОЛ [рус. < ингл. volley + ball ‘туп һуғыу’] (Р: волейбол; И.: volley-ball; T: voleybol) и. спорт.
Тартып ҡуйылған селтәр аша туп һуғып уйнаған спорт уйыны. □ Волейбол./ Волейбольный. Волейбол майҙаны. Волейбол тубы. Волейбол уйнау.
ВОЛЕЙБОЛСЫ (Р: волейболист; И.: volley-ball player; T: voleybolcu) и. спорт.
1. Волейбол уйнаусы. □ Волейболист. Волейболсылар ике төркөмгә буленеп уйнаны. ■ Бер-береһенә тын алырға ла ирек бирмәй, волейболсылар мәргәнлектә, сослоҡта, тиҙлектә ярышты. «Йәшлек», 6 март 2010.
2. Волейбол менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүсе. □ Волейболист. Волейболсылар ярышы. Волейболсылар һынатманы. Волейболсылар командаһы чемпион исемен яуланы.
ВОЛИСПОЛКОМ [рус. волостной исполнительный комитет] (Р: волисполком; И.: volost executive committee; T: cemaat yönetim kurulu) и. иҫк.
Волость башҡарма комитеты. □ Волисполком (волостной исполнительный комитет). Волисполком рәйесе. ■ [Кәрим Дияров] волисполком, волкомол командировкалары менән куп кенә ауылдарға йөрөп, төрлө темаларға докладтар уҡый, концерттарҙа ҡатнаша, һәр ауылда ҡурайсылар, йырсылар, тарихсылар менән осрашып, халыҡтың тарихын, йыр һәм көйҙәрен, йыр-көй риуә-йәттәрен өйрәнә. «Шоңҡар», № 6, 2010.
ВОЛКОМ [рус. волостной комитет] (Р.: волком; И.: volost committee; T: cemaat komitesi) и. иҫк.
108