ГИДРИД
дай. ■ Олуғларның олуғы, Хоҙайым, сән, килеп торамын алдында гидайың мән. «Буҙйегет». «Эй, Зөфәр, уҙ тамағыңды нисек туйҙырырға белмәй, сит-ят ерҙә ҡаңғырып йөрөгән гидайһың бит», — тип тыныслыҡҡа, наҙға һыуһаған йәнем һыҡтай. Ә. Хәкимов.
ГИДАЙЛАНЫУ (гидайлан-) (Р.: стать бедным, обездоленным; И.: become poor; T.: yoksul olmak) ҡ. иҫк.
Ярлыланыу; бөлөү. □ Стать бедным, обездоленным. Гидайланып йәшәу. Гидайланған кешеләр.
ГИДАЙЛЫҠ (гидайлығы) (Р.: бедность; И.: poverty; want; poorness; T.: yoksulluk) и. иҫк.
Ярлылыҡ, бөлгөнлөк. □ Бедность, обездоленность. ■ Хан һарыуын баҫа алманы, уның ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы тартып алып: «Бынауындай шиғырҙар яҙған мөғәллифте нисек хөрмәт итмәк кәрәк?! — тип екерҙе. — «Сарайҙың шағиры — илдең гидайы...» тигәнһең. Кем дусар итте һине гидайлыҡҡа?» Ә. Хәкимов.
ГИДРА [рус. < гр. hydra < hydör ‘һыу’] (Р: гидра; И.: hydra; T.: hidra, su polipi) и.
1. зоол. Ауыҙ тирәһе һәрмәүестәр менән уратылған, умыртҡаһыҙ, ваҡ сөсө һыу йәнлеге. □ Гидра (лат. Hydra). Гидра яй аҡҡан йылғаларҙа йәшәй.
2. (баш хәреф менән) миф. Боронғо Грек мифологияһында: ҡырҡҡан бер башы урынына яңынан икәү үҫеп сыҡҡан күп башлы йылан. □ Гидра. Гидра менән Геракл һуғышы хаҡында миф.
ГИДРАВЛИК I (гидравлигы) [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + aulos ‘көпшә’] (Р: гидравлик; И.: hidraulic; T.: su enerjisi bilimi uzmanı) и.
1. Гидравлика өлкәһендәге белгес. □ Гидравлик. Француз инженер-гидравлигы Анри Пито.
2. Гидравлик механизмдар һәм ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереүсе. □ Гидравлик.
ГИДРАВЛИК II (Р: гидравлический; И.: hydraulic; T.: hidrolik) с.
Шыйыҡлыҡ көсө менән эшләгән. □ Гидравлический. Гидравлик ҡабыҙғыс. Гидравлик
агрегат. Гидравлик аппаратура. Гидравлик насос. Гидравлик пресс. Гидравлик система. Гидравлик тормоз. Гидравлик турбина. Гидравлик цилиндр. ■ Бына әле пласты гидравлик ысул менән шартлатыуҙы ҡулланалар бит. Н. Асанбаев.
ГИДРАВЛИКА [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + aulos ‘көпшә’] (Р: гидравлика; И.: hydraulics; T.: hidrolik) и.
Шыйыҡлыҡтың хәрәкәт һәм тигеҙлек закондарын өйрәнеүсе һәм шул закондарҙы инженерлыҡ ғәмәлдәрендә ҡулланыу ысулдары тураһындағы фән. □ Гидравлика. / Гидравлический. Гидравлика ҡаҙаныштары. Гидравлика әлкәһендә эшләу.
ГИДРАНТ [рус. < гр. hydör ‘һыу’] (Р: гидрант; И.: fire hydrant; T.: hidrant, yangın musluğu) u.
Урамдарға һыу һибеү, янғын һүндереү өсөн ҡуйылған һыу колонкаһы йәки краны. □ Гидрант. ■ Урамдар буйлап 24 һыу алыу колонкаһы һәм янғын сығыу осраҡтары өсөн гидранттар ҡуйылған. «Инйәр», 28 сентябрь 2010.
ГИДРАТ [рус. < гр. hydör ‘һыу’] (Р: гидрат; И.: hydrate; T.: hidrat) и.
Металл окисының һыу менән химик ҡушылмаһы. □ Гидрат. Аммиак гидраты. Натрий окисы гидраты. Тимер окисы гидраты. Метан гидраты.
ГИДРАТЛАНЫУ (гидратлан-) ҡ. төш. ҡар. гидратлау, страд, от гидратлау. Гидратланған минерал.
ГИДРАТЛАУ (гидратла-) (Р: гидрати-зировать; И.: hydrate; T.: hidrat) ҡ.
Химик матдәне һыу менән ҡушыу. □ Гид-ратизировать. Дизель майын пар менән гидратлау.
ГИДРИД [рус. < лат. hydro(genium) ‘водород’ + гр. eidos ‘төр’] (Р: гидрит; И.: hydride; T.: hidrit) и. хим.
Водород менән башҡа элементтарҙың химик ҡушылмаһы. □ Гидрид. Калий гидриды. Кальций гидриды. Литий гидриды. ■ Алдағы тиҫтә йыл эсендә ҡатмарлы гидрид ҡушылмаларҙан яһалған синтетик бензин
171