ГИГИЕНАЛЫ
2. Һаулыҡ һаҡлау саралары. □ Гигиена./ Гигиенический. Гигиена талаптары. ■ һәр кем хәуефһеҙлек һәм гигиена талаптарына яуап биргән шарттарҙағы хеҙмәт, хеҙмәте өсөн туләу алыу хоҡуғына эйә. Башҡортостан календарынан.
ГИГИЕНАЛЫ (Р.: гигиенический; И.: hygienic; sanitary T.: hijenik) с.
Гигиена талаптарына яуап бирерҙәй.
□ Гигиенический. Гигиеналы кейем. Гигиеналы шарттар.
ГИГИЕНАҺЫҘ (Р.: негигиенический; И.: unhygienic; Т.: hijenik olmayan) с.
Гигиена талаптарына яуап бирмәгән.
□ Негигиенический, антигигиенический, антигигиеничный. Гигиенаһыҙ шарттарҙа йәшәу.
ГИГИЕНИК (Р: гигиенический; И.: hygienic; T.: hijyenik) с.
Гигиенаға мөнәсәбәтле. □ Гигиенический. Гигиеник ҡағиҙәләр. Гигиеник уҡытыу. Хеҙмәт шарттарына гигиеник баһа. ■ Флу-рә Йыһанурова, .. урман сәнәғәте хужалығында ҙур-ҙур ашханаларҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ клиенттарҙы хеҙмәтләндереп, ҙур эш тәжрибәһе туплаған оҫта ашнаҡсы ул. Гигиеник талаптарҙы, аш-һыу этикетын төбөнә етеп төшөнгән, тип әйтергә була. «Йүрүҙән», 5 апрель 2011.
ГИГИЕНИСТ [рус.] (Р: гигиенист; И.: hygienist; T.: sağlık bilimci) и.
Гигиена мәсьәләләре менән шөғөлләнгән табип. □ Гигиенист. Гигиенист курһәтмәлә-ре. Гигиенист талаптары.
ГИГРОМЕТР [рус. < гр. hygros ‘дымлы’ + metron ‘сама’] (Р: гигрометр; И.: hygrometer; T.: higrometre, nemölçer) и.
Һауа дымлылығын үлсәй торған метеорологик прибор. □ Гигрометр. Механик гигрометр. Үлсәуле гигрометр.
ГИГРОМЕТРИК (Р: гигрометрический; И.: hygrometric; T.: higrometre) с.
Гигрометрияға ҡараған, гигрометрияға мөнәсәбәтле. □ Гигрометрический. Гигрометрик термометр. Гигрометрик дәумәл.
ГИГРОМЕТРИЯ [рус. < гр. hygros ‘дымлы’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р: гигрометрия; И.: hygrometry; T.: higrometri) и.
Газ хәлендәге матдәләрҙең (мәҫәлән, һауаның) дымлылығын үлсәү менән шөғөлләнгән фән. □ Гигрометрия. Гигрометрия мәғлумәттәре.
ГИГРОСКОП (гигроскобы) [рус. < гр. hygros ‘дымлы’ + skopeö ‘ҡарайым’] (P: гигроскоп; И.: hydroscope; T.: higroskop) и.
Дымлылыҡ дәрәжәһен күрһәтеүсе прибор. □ Гигроскоп. Гигроскоп термометры.
ГИГРОСКОПИК (Р: гигроскопический; И.: hygroscopic; T.: higroskopik) с.
Дымды еңел һеңдерә торған. □ Гигроскопический, гигроскопичный. Гигроскопик мамыҡ. Гигроскопик матдәләр. Гигроскопик уҙенсәлек.
ГИГРОСКОПИЯ [рус. < гр. hygros ‘дымлы’ + skopeö ‘ҡарайым’] (Р: гигроскопия; И.: hygroscopy; T.: higroskopi) и.
Дым үткәреү һәм һеңдереү үҙенсәлеге.
□ Гигроскопия. / Гигроскопический, гигроскопичный. Глицериндың мөһим уҙенсәлеге — гигроскопия.
ГИД [рус. < фр. guide] (Р: гид; И.: guide; T.: rehber) и.
Сәйәхәтселәргә, туристарға тирә-яҡтағы иҫтәлекле урындарҙы, тирә-йүнде күрһәтеп, таныштырып, һөйләп йөрөгән кеше.
□ Гид. Гид булыу. ■ Шулгән мәмерйәһе ҡыҙыҡтырып ҡуйҙы малайҙы. Ни тиһәң дә, Сабир Иҙрисовичтар килеп еткәндә, Рәмзил уларҙы гид булып ҡаршылаясаҡ. Д. Бүләков. Ә гидтың бурысы, һөйләуҙән дә бигерәк, курһәтеу булғанлыҡтан, ҡоро һуҙ гәпләуҙән мөмкин тиклем тыйылып, иғтибарҙы куберәген автор тексының тәрән йөкмәткеле һәм сағыу һурәтле өлөштәренә туранан-тура йунәлтәм — куп урында уҙем әйтергә теләгәнде лә текстың уҙенән һөй-ләттертәм. Й. Солтанов.
ГИДАЙ [фарс. (Р: бедный, обездоленный; И.: poor, destitute; T.: yoksul) с. иҫк.
Бер нәмәһеҙ, ярлы, фәҡир. □ Бедный, обездоленный. Гидай ҡалыу. Малһыҙ ги-
170