ГИГИЕНА
ГИБРИДЛЫ КЛЕВЕР и. бот. ҡар. гибридлы туҡранбаш.
ГИБРИДЛЫ ТУҠРАНБАШ (Р.: гиб ридный клевер; И.: hybrid clover; T.: üçgül) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, көпшә һымаҡ һабаҡлы, тумалаҡ сәскәле хуш еҫле үлән, туҡранбаш сәскәһенең бер төрө. □ Клевер гибридный (лат. Trifolium hybridum). Гибридлы туҡранбаш балы сифатлы тип һанала.
ГИГАБАЙТ [рус. < ингл. gigabyte} (Р.: гигабайт; И.: gigabyte; Т.: gigabay t) и. инф.
Хәҙерге информацион сараларҙа компьютер мәғлүмәтен үлсәй торған 1024 мега-байтҡа тиң берәмек. □ Гигабайт (единица измерения объёма памяти компьютера). ■ Кеше хәтере кулэме 2,5 гигабайт тәшкил итә, ә ғәҙәти компьютерҙыҡы — 4 гигабайт! «Йәншишмә», 26 октябрь 2011.
ГИГАНТ I [рус. < гр. gigas (gigantos)] (Р.: гигант; И.: giant; T.: dev) и.
1. миф. Грек мифологияһында алыптар.
□ Гигант.
2. Алпамышалар (2), алып, бәһлеүән.
□ Гигант. ■ Исаак Ньютондың шундай фекере бик фәһемле: «Беҙ гиганттарҙың яуры-нындағы кәрләләр кеуек, шуға ла уларҙан куберәк һәм алыҫыраҡ курәбеҙ». «Ағиҙел», №4, 2010.
3. Эре предприятие. □ Гигант. Завод-гигант.
ГИГАНТ II (Р: гигантский; И.: giant; Т.: dev) с.
Күләме, әһәмиәте яғынан ҙур, бик ҙур.
□ Гигант. ■ Ваҡыт утеу менән «бармаҡтары беләктәй, беләктәре бурәнәләй, аяҡтары кәмәләй, яурыны яландай» ҡиәфәтле, «айыу тиһәң — айыуҙы, буре тиһәң — бурене, арыҫлан тиһәң — арыҫланды тере көйө тотоп алып ҡайтырлыҡ» көсө булған гигант геройҙар урынына уҡыусыларҙың уҙ-уҙҙәренә оҡшаған реалистик образдар барлыҡҡа килде. К. Әхмәтйәнов. Уның [Төлкөсура ҡаяһының] ҡояшҡа ҡараған, меңәр йылдар буйы ел-дауылдар телгеләгән, эреле-ваҡлы
кәлтәләренә селек, һирәк-мирәк улән уҫкән аҡһыл таш битләуе, хас яңы ғына төҙөлөп бөтөп, стапелдән һыуға төшөрөргә әҙерләнгән гигант океан карабы шикелле, тушен ҡайҡайтып һауаға ашҡан. Н. Мусин. Астрономдар есемде ҡеуәтле рентген телескопы аша өйрәнгәндән һуң, шуны асыҡлаған: уның [Киль йондоҙлоғонан бер йондоҙҙоң] уҙәгендә гигант шартлауҙар бара һәм тулҡындар тарала. «Башҡортостан», 29 октябрь 2011.
♦ Гигант аҙымдар менән ҙур тиҙлек менән (хеҙмәттә, уҫештә). □ Гигантскими шагами. Төҙөлөш гигант аҙымдар менән уҫешә башланы.
ГИГАНТЛЫҠ (гигантлығы) (Р: гигантизм; И.: gigantism; T.: devleşme) и. мед.
Эске секреция органдары эшмәкәрлегенең боҙолоуы арҡаһында кешенең йәки хайуандың йәки уларҙың берәй ағзаһының саманан тыш үҫеүе. □ Гигантизм. Балаларҙың гигантлығы.
ГИГАНТОМАНИЯ [рус. < гр. gigas ‘бәһлеүән, алып’ + mania ‘мания’] (Р: гигантомания; И.: mania for (obsession with) grandscale projects; T.: megalomani) и.
Бик ҙур нәмәләр менән мауығыу. □ Гигантомания. ■ Тик һәр яңылыҡ новаторлыҡ була алмай. Гигантомания менән мауығыуҙың ни тиклем зыян килтереуен, ҙур ҡыйынлыҡтар аша ғына йылдар буйынса төҙәтергә тура килгән хаталарға юлыҡтырыуын беҙ уҙ елкәбеҙҙә татыныҡ. Н. Мусин.
ГИГИЕНА [рус. < гр. hygieinos} (Р: гигиена; И.: hygiene; T.: hijyen) и.
1. Тышҡы шарттарҙың кеше һаулығына яһаған тәьҫирен һәм һаулыҡ һаҡлау сараларын өйрәнә торған фән. □ Гигиена. / Гигиенический. Гигиена тәрбиәһе. Гигиена куҙәтеуе. ■ Теләктәре булған өлкән быуын вәкилдәре киләсәктә махсус дәрестәрҙә компьютерҙа эшләргә, ғаилә тормошо психологияһын, .. һауыҡтырыусы физик ку-некмәләр, инглиз телен өйрәнеу мөмкинлеген аласаҡ. «Юшатыр», 28 июнь 2011.
169