Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 168


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГЕҮЛӘҮ
1. Геү тигән тауыш сығартыу. □ Давать, заставить гудеть, шуметь. Һабансылар тракторҙарын геүләтеп баҙыуға сығып киттеләр. Геүләтеп ҡул сабыу.
2. күсм. Шау-гөр килтереү, күңелле, шәп итеү. □ Энергично, весело, прекрасно работать, жить, проводить что-л. Өйҙө геүләтеп, ҡунаҡтар килеп инде. Геүләтеп һыйыр һауыу. Геүләтеп байрам ҡаршылау.
ГЕҮЛӘҮ (геүлә-) (Р.: гудеть; И.: be buzzing (for a long time); drone; T.: uğuldamak) ҡ.
1. Оҙаҡ ваҡыт геү тигән тауыш сығарыу; геү итеү, геү килеү (төрлө нәмәләр тураһында). □ Гудеть, шуметь (продолжительное время, о неживых явлениях). // Гул, шум. ■ Күкте ҡаплап килгән дошман самолёттарыныңгеүләүеишетелде. Н. Асанбаев. Оло юлдар инде ҡарайған, геүләп үтеп тора машина. С. Ғәбиҙуллин. Күкрәтеп, геүләп, һайрап, өзләп, килде, ҡурай, уйнар миҙгелең. Ш. Бабич. Кинәт Зәйнулланың ҡолағына машина геүләгән тауыш ишетелде. Ф. Аҡбулатова. • Көслө умарта геүләүенән билгеле. Мәҡәл.
2. Оҙаҡ ваҡыт геү итеп ныҡ шаулау (кешеләр тураһында). □ Гудеть, шуметь (о людях). // Гул, шум. Халыҡ геүләй. ■ Зал геүләүен дауам итә. 3. Ураҡсин.
ГЕҮЛӘШЕҮ (геүләш-) ҡ.
1. урт. ҡар. геүләү, взаимн. от геүләү. Урамда машиналар геүләшкәнгә уянып киттем.
2. Күмәкләп шаулау; шаулашыу. □ Шуметь. Залда халыҡ геүләшә башланы.
3. күсм. Шат, матур итеп күңел асыу.
□ Радостно, весело проводить время, һабантуй майҙанында халыҡтың геүләшкән, йырлашҡан, көлөшкән тауышы яңғырап торҙо.
ГЁЛФРЕНД [рус. < ингл. girl ‘ҡыҙ’ + friend ‘дуҫ’] (Р: гёлфренд; И.: girlfriend; Т.: kız arkadaş) и. һөйл.
Егеттең һөйгән, осрашып йөрөгән ҡыҙы.
□ Гёлфренд. Был һинең гёлфрендың буламы инде?
ГИАЦИНТ I [рус. < гр. hyakinthe ‘ямғыр сәскәһе’] и. бот. ҡар. сөмбөл. Гиацинт сәскәһе. Гиацинттар гөлләмәһе.
ГИАЦИНТ II [рус. < гр. hyakinthos] (Р: гиацинт; И.: hyacinth, jacinth; T.: lal taşı) и. мин.
Ҡыҙыл йәки һарғылт ҡыҙыл төҫтәге аҫыл таш. □ Гиацинт. / Гиацинтовый. Әсәйем тыуған көнөмә гиацинт ҡашлы йөҙөк бүләк итте.
ГИББОН [рус. < ингл. gibbon} (Р: гиббон; И.: gibbon; T.: jibon) и.
Алғы аяҡ-ҡулдары ныҡ оҙон булған, кешегә оҡшаш маймыл төрө. □ Гиббон (лат. Hylobatidae). Гиббондар Азияның көньяҡ-көнсығышында йәшәй.
ГИБРИД [рус. < лат. hibrida, hybrida ‘ҡатнаш тоҡом’] (Р: гибрид; И.: hybrid; cross; T.: melez) и. биол., зоол.
Төрлө тоҡом хайуан йәки үҫемлектең тәбиғи йәки яһалма ҡушылыуынан килеп сыҡҡан яңы төр. □ Гибрид. / Гибридный. ■ Мандарин менән әфлисундың клементин гибриды француз селекционеры тарафынан барлыҡҡа килтерелгән. Юлбарыҫ менән арыҫлан гибриды лигр — бесәйҙәр ғаиләһендә иң эре йәнлек. Башҡортостан календарынан.
ГИБРИД БУЛЫУ (гибрид бул-) ҡ. ҡар. гибридлашыу.
ГИБРИДЛАШТЫРЫУ (гибридлаштыр-) (Р: создавать гибрид; И.: hybridize; Т.: melez yapmak) ҡ.
Яңы сифатлы яҡшы тоҡом алыу өсөн хайуан һәм үҫемлектәрҙең төрлө тоҡомон, төрөн ҡушыу. □ Создавать гибрид. Цитрус емештәрен гибридлаштырыу.
ГИБРИДЛАШЫУ (гибридлаш-) (Р: превращаться в гибрид; И.: become a hybrid; T: melez olmak) ҡ.
Гибридҡа әйләнеү, гибрид булыу. □ Превращаться в гибрид. Ген-ара гибридлашыу.
ГИБРИДЛЫ (Р: гибридный; И.: hybrid; T: melez) с.
Ике төрҙө ҡушып, гибридлап барлыҡҡа килтерелгән. □ Гибридный. Гибридлы сәсеү материалдары. Гибридлы рауза сәскәһе.
168