ГЕҮЛӘТЕҮ
ГЕУ1ҺЛАУ (геуаһла-) (Р.: свидетельствовать; И.: testify; certify; attest; T.: tasdik etmek) ҡ.
Дөрөҫләү, раҫлау. □ Подтверждать, свидетельствовать, удостоверять. ■ Репертуарыбыҙҙамы әкиәттәребеҙҙең сюжеттары типологик яҡтан башҡа халыҡтарҙыҡына оҡшаш булған сурәттә лә, милли ерлеккә уларҙың ныҡ ерегеуен дә геуаһлай ғалимә [Ф. Нәҙершина]. Ә. Сөләймәнов.
ГЕУАҺЛЫҠ (геуаһлығы) (Р.: свидетельство; И.: evidence; certificate; testimony; T.: şahitlik) и.
Шаһитлыҡ. □ Свидетельство, свидетельские показания. Тоғролоҡ менән геуah-лыҡ курһәтеу.
ГЕУАҺЛЫҠ ҠЫЛЫУ (геуаһлыҡ ҡыл-) (Р: свидетельствовать; И.: testify; evidence; T.: kanıtlamak) ҡ.
Шаһит булыу, шаһитлыҡ ҡылыу.
□ Свидетельствовать, быть свидетелем.
■ Шаһиттар бөтәһе лә Мәхшәрҙең ғәйеп-һеҙлеген дәлилләп геуаһлыҡ ҡылдылар. Башҡортостан календарынан. Бына был ҡағыҙ Татыркул советының элекке рәйесе Ишҡолов аңлатмаһынан кусермә. Ул ниндәй шарттарҙа, ҡасан һинең Саматовҡа әйләнеуеңә геуаһлыҡ ҡыла, был эштең төп сәбәбен дә курһәтә. Ә. Хәкимов.
ГЕҮ (Р: гул; И.: hum; T.: uğultu) оҡш.
1. Туҡтауһыҙ бер төрлө генә булып сыҡҡан тоноҡ тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание протяжному монотонному звуку, гул. ■ Ә минең, тирә-яҡҡа ҡарап, ҡараңғы, шомло геу менән тулған урманды куҙәтеп барыуҙан башҡа эшем юҡ. Д. Шәрәфетдинов.
2. Күмәк кеше шаулашҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; шау. □ Подражание неясному, сплошному шуму людей.
■ [Шәйхуллин] урынынан тороп, тынысланыуҙы утенеп ҡарай, зал әҙгә генә тына ла йәнә геу, шау китә. 3. Ураҡсин.
ГЕҮ-ГЕҮ (Р: гул; И.: hum; roaring; T: uğultu) оҡш.
Ҡабат-ҡабат геү иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Гул, подражание повторяющемуся протяжному монотонному звуку. Геу-геу тигән тауыштар килә. ■ Ҡапыл «геу-геу» .. геуләгән тауыш ишетелде. Урман өҫтөнән һары ҡорһаҡлы «Юнкерс» куренде. М. Ҡунафин.
ГЕҮ-ГЕҮ ИТЕҮ (геү-геү ит-) ҡ. ҡар. геүелдәү. ■ Ыу-ыу итә, геу-геу итә, туғыҙ миллионға етә. Йомаҡ (яуабы: йәшен йәш-нәуе).
ГЕҮ-ГЕҮ КИЛЕҮ (геү-геү кил-) ҡ. геүелдәү. Ҡар-буран геу-геу килә.
ГЕҮЕЛДӘТЕҮ (геүелдәт ) ҡ. йөкм. ҡар. геүелдәү, понуд. от геүелдәү. ■ Автомеханик машинаның моторын, геуелдәтеп, тикшереп ҡараны. Башҡортостан календарынан.
ГЕҮЕЛДӘҮ (геүелдә-) (Р: гудеть; И.: buzz; honk; T.: uğuldamak) ҡ.
Геү, геү-геү тигән тауыш сығарыу (өҙөк-өҙөк, куп тапҡыр). □ Гудеть, шуметь (прерывисто, многократно). // Гул, шум. Геуелдэп осоу. ■ Тәуҙә машина әкрен генә геуелдэне, шул минутта пульттағы тиҫтәләгән лампочкалар емелдәне, таблола һандар ашығып сабырға кереште. Н. Ғәйетбаев.
ГЕҮЕЛДӘШЕҮ (геүелдәш-) ҡ. урт. ҡар. геүелдәү, взаимн. от геүелдәү. Йыйылыштағы халыҡ геуелдәшә башланы.
ГЕҮ ИТЕҮ (геү ит-) ҡ. ҡар. геүләү. Йыйылыштағы халыҡ геу итеп ҡалды.
ГЕҮ КИЛЕҮ (геү кил-) ҡ. ҡар. геүләү. ■ Бына кем икән ул хан кейәуе! — тип, халыҡ геу килә башлаған. Әкиәттән. Ауылдаштары, геу килеп, ҡул сабып, Ирназарҙың әсәһен, тәу кургәндәй, сәхнәгә мендереп баҫтырғандар, военком уның ҡулын ҡыҫҡан. Ә. Хәкимов. Егеттәр, ҡыҙҙар геу килеп көлөшәләр, төрлөсә тел сарлайҙар. Н. Мусин. Уҡыусыларҙың һөйләшкән, көлөшкән, йугергән тауышына коридор геу килә. 3. Биишева.
ГЕҮЛӘТЕҮ (геүләт-) (Р: вызвать гудение, шум; И.: make buzz; T.: uğuldatmak) ҡ.
167