Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 166


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГЕТМАН
дың башында был турала гестапосылар белеп ҡала һәм йәшерен ойошма етәкселәрен ҡулға ала. «Ағиҙел», № 3, 2010. Куп тә утмәне, өҫтәл артына ҡалын папка кутәргән йәнә бер офицер килеп ултырҙы, ә топчан эргәһенә дөйәләй кәуҙәле ике гестапосы баҫты. Н. Мусин.
ГЕТМАН [рус. < пол. hetman} (Р.: гетман; И.: hetman; Т.: ataman) и. тар.
1. XVI—XVII быуаттарҙа Украина казактарының ғәскәр башлығы. □ Гетман. / Гетманский. ■ Казактар хәрәкәте етәкселәре гетман титулы йөрөткәндәр. Башҡортостан календарынан.
2. XVI—XVIII быуаттарҙағы Польша һәм Литва дәүләтенең ғәскәр башлығы. □ Гетман. / Гетманский. ■ Польшала хәрби етәкселәргә гетман титулы һуғыш ваҡытында ғына бирелгән. Башҡортостан календарынан.
3. Чех Республикаһында төбәк башлығының исеме. □ Гетман. ■ 2000 йылдан алып Чех Республикаһында төбәк башлығын гетман тип йөрөтәләр. Башҡортостан календарынан.
ГЕТМАН Л ЫҠ (гетманлығы) (Р: гетманство; И.: hetmanate, hetmanship; T.: ataman olmak) и.
Гетман булыу. □ Гетманство. Гетманлыҡ хоҡуғы. Гетманлыҡ вазифаһы.
ГЕТР [рус. гетры < фр. guetre} (Р: гетра; И.: gaiters; leggings; T.: tozluk) и.
Күн, буҫтау йәки тиренән тегелгән, иләнгән йөндән бәйләнгән балтырға кейә торған йылы оҙон ҡуныс йәки башһыҙ ойоҡ; ҡуныс ойоҡ. □ Гетра, гетры. Гетр тегеу. Гетр бәйләу. ■ Әсәйем миңә бала саҡта биҙәкләп гетрҙар бәйләй торғайны. Башҡортостан календарынан.
ГЕТТО [рус. < ит. ghetto} (Р: гетто; И.: ghetto; T.: getto) и.
1. Урта быуатта Европа ҡалаларында йәһүд халҡы өсөн тәғәйенләнгән ҡала биҫтәһе. □ Гетто. ■ «Пианиносы» фильмында Варшава геттоһындағы йәһудтәрҙец тор
мошо бәйән ителә. Башҡортостан календарынан.
2. Ҡайһы бер илдәрҙә дискриминацияға дусар ителгән түбән хоҡуҡлы халыҡтар өсөн тәғәйенләнгән ҡала биҫтәһе. □ Гетто. ■ Икенсе донъя һуғышы йылдарында геттолар Көнсығыш Европа ҡалаларында ла барлыҡҡа килеп, асылда улар «тотҡондарҙы язалау» лагерҙарына әйләнә. Башҡортостан календарынан. Советтар иһә уҙҙәре ҡорған геттоларынан айырыла алманы, айырылырға ҡыйыулыҡтары етмәне. Ә.-З. Вәлиди.
ГЕҮАҺ [фарс. öijî] (Р: свидетель; И.: witness; testifier; eyewitness; T.: gevah) и.
1. Раҫлау талап ителгән хәл-ваҡиғаның дөрөҫлөгөн күрһәтеүсе шаһит. □ Свидетель; очевидец. Геуаһ булыу. ■ Геуаһтар сифатында Барый ҡарттың атын, тере ҡалған һарыҡтарҙы, йә булмаһа буреләрҙе саҡырып булмай бит инде. М. Ямалетдинов.
2. Раҫланыуы талап ителгән хәл-ваҡиғаның дөрөҫлөгө тураһындағы дәлил. □ Доказательство, довод, аргумент; свидетельство. ■ [Ерәнсә сәсән — ҡартҡа:] Геуаһым юҡ тиһең, ана шул тирәк уҙе бик яҡшы геуаһ инде ул! — ти. Халыҡ ижадынан.
ГЕҮАҺЛАНДЫРЫУ (геүаһландыр-) ҡ. ҡар. геүаһлатыу.
ГЕҮАҺЛАНЫУ (геүаһлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. геүаһлау, страд, от геүаһлау. ■ Был факт бик куп дәлилдәр менән геуаһланды инде. Башҡортостан календарынан.
2. Дәлил нигеҙендә ышаныу. □ Удостовериться. Һин килтергән дәлилдәргә таянып геуаһланабыҙ.
ГЕҮАҺЛАТЫУ (геүаһлат-) (Р: свидетельствовать; И.: testify; witness; T.: tanıklık etmek) ҡ.
Дөрөҫләтеү, раҫлатыу. □ Свидетельствовать, подтверждать, удостоверить. ■ Адвокат килтергән дәлилен бик куп тәфтишсе алдында бер нисә шаһиттан геуаһлатты. Башҡортостан календарынан.
166