Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 165


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГЕСТАПОСЫ
Герпетология фәне белгесе. □ Герпетолог. Герпетолог тәжрибәләре. Герпетолог ҡаҙаныштары.
ГЕРПЕТОЛОГИИ (Р.: герпетологический; И.: herpetologic(al); T.: kelerbilim ile ilgili) с.
Герпетологияға ҡағылышлы. □ Герпетологический. Герпетологик тикшеренеүҙәр. Герпетологик асыш. Герпетологик тәжрибә.
ГЕРПЕТОЛОГИЯ [рус. < гр. herpeton ‘һөйрәлеүсе’] (Р.: герпетология; И.: herpetology; Т.: kelerbilim) и.
Зоологияның ер-һыу хайуандарын һәм һөйрәлеүселәрҙе өйрәнә торған бүлеге. □ Герпетология. / Герпетологический. Герпетология фәне. Герпетология белгесе. Герпетология ҡаҙаныштары. Ветеринар герпетология.
ГЕРТАБАҠ (гертабағы) (Р: весы с коромыслом; И.: kind of balance; T.: terazi çeşidi) u. диал.
Көйәнтәле үлсәү. □ Весы с коромыслом. Гертабаҡ менән үлсәү.
ГЕРУНДИЙ [рус. < нем. < лат. gerundium] (Р: герундий; И.: gerund; T.: isim fiil) и. лингв.
Исем ҡылым. □ Герундий. Герундий ялғауы. Герундий формаһы. Герундийҙыц ҡылым сифаттары. Герундийҙыц исем формаһында тәржемәһе. Инглиз теле дәресендә беҙ бөгөн герундийҙы өйрәндек.
ГЕРҺЕҘ (Р: без гири; И.: without a weight; T.: ağırlıklar olmadan) с.
Гере булмаған. □ Без гири. Герһеҙ үлсәү.
ГЕРЦ [рус. < нем. Hertz ‘немец физи-гының фамилияһы’] (Р: герц; И.: hertz; Т.: hertz) и. физ.
Тирбәлеш йышлығын үлсәү берәмеге: бер секундта бер тирбәлеш яһалһа, йышлыҡ бер герц була. □ Герц. ■ Уяу ваҡытында оло кешенец баш мейеһендә альфа һәм бета-ритмдарҙыц биотоктары 8-ҙән 30 герцҡа тиклем йышлыҡ менән өҫтөнлөк итә. «Йәшлек», 5 апрель 2008.
ГЕРЦОГ [рус. < нем. Herzog] (Р: герцог; И.: düke; T: dük) и.
Көнбайыш Европалағы күп ер биләүсе ҙур кенәздәрҙең, юғары дворяндарҙың титулы һәм шул титулға эйә булған кеше. □ Герцог. / Герцогский. ■ Галилео Галилей герцог Козимо II һарайында эшләй, уныц улдарын уҡыта һәм герцог үткәргән сараларҙа кәцәшсе һәм вәкил булып ҡатнаша. Башҡортостан календарынан.
ГЕРЦОГИНЯ [рус.] (Р: герцогиня; И.: duchess; T: düşes) и.
Герцогтың ҡатыны йәки ҡыҙы. □ Герцогиня. ■ Кинотеатрҙарҙа барған XVIII быуатта йәшәгән легендар герцогиня Джорджина тураһындағы фильм тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡортостан календарынан.
ГЕРЦОГЛЫҠ (герцоглығы) (Р: герцогство; И.: duchy; dukedom; T: dükalık) и.
1. Башында герцог торған феодаль дәүләт йәки биләмә. □ Герцогство. Милан герцоглығы. Бургундия герцоглығы. Варшава герцоглығы.
2. Герцог дәрәжәһе, титулы. □ Герцогство. Герцоглыҡ дәрәжәһе алыу.
ГЕРӘН [рус. грань] и. диал. ҡар. ыҙан. Герән һалыу. Герән ярыу. ■ Сөгөлдөрө әле шытып өлгөрмәгән баҫыуҙа туп-тура булып герән һыҙыҡтары ғына күренеп ята. Башҡортостан календарынан.
ГЕРӘТ [рус. гряда] и. диал. ҡар. түтәл.
ГЕСТАПО [рус. < нем. Geheime Staats-polizei ‘йәшерен дәүләт полицияһы’] (Р: гестапо; И.: Gestapo; T.: gestapo) и. тар.
Фашистик Германияның йәшерен дәүләт полицияһы. □ Гестапо. ■ Гестапо офицеры уларға [әсирҙәргә] бер рәткә теҙелергә бойорҙо. Н. Мусин.
ГЕСТАПОСЫ (Р: гестаповец; И.: Gestapo man; T.: gestapo mensubu) и. тар.
Гестапола хеҙмәт итеүсе фашист. □ Гестаповец. ■ Төркмән ауылында тыуып үҫкән Кыҙыл Армия офицеры Мөжәһит Хәйретдинов алыҫ Баварияла «Хәрби әсирҙәрҙец туғандаш хеҙмәттәшлеге» исемле фашизмға ҡаршы хәрәкәт ойошмаһы етәкселәренец береһе була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1944 йыл
165