ГЕРОЙ-ҠАЛА
Атаевҡа Шайморатов дивизияһында тәүгеләрҙән булып Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. «Йәшлек», 3 ноябрь 2009.
ГЕРОЙ-ҠАЛА (Р.: город-герой; И.: hero city; T.: kahraman şehir) и.
Бөйөк Ватан һуғышындағы ҙур батырлығы өсөн айырым ҡалаларға бирелгән исем.
□ Город-герой. Герой-ҡала Мәскәү. ■ Герой-ҡала Севастополде лә яңынан төҙөп ҡороуға ситтән ярҙам талап ителә, мәҫәлән, 1949 йылда, поезға тейәлеп, Башҡортостан йәштәре килә. «Башҡортостан», 17 август 2011. Рәсәйҙең Хәрби дан ҡалалары тураһындағы законы 2006 йылда ҡабул ителгән. Шунан башлап герой-ҡала статусы менән йәнәшә ҡуйылған был дәрәжә йәнә 8 ҡалаға бирелгән. «Йәшлек», 8 май 2008.
ГЕРОЙЛАНЫУ (геройлан ) (Р: геройствовать; И.: put a bold face on it; T.: kahramanlaşmak) ҡ.
Яһалма геройлыҡ күрһәтеү. □ Геройствовать. ■ Егет, геройланып, ҡыҙ янына килде лә тамаҡ ҡырған булды. Башҡортостан календарынан.
ГЕРОЙЛЫҠ (геройлығы) (Р: героизм;
И.: heroism; T.: kahramanlık) и.
Батырлыҡтар эшләүгә һәләтлелек, булдыҡлылыҡ, ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ; батырлыҡ.
□ Геройство, героизм. ■ Һуңыраҡ ауылдаштар, һуғышта үлеп ҡалғандар, ҡаһармандар хаҡында һүҙ сыҡҡас, атайым: «Энем, бына һинең геройлыҡты халыҡ белмәй, бигерәк тә йәштәр», — тигәс, Тимербулат ағай битараф ҡына: «Уныһы ниңә хәжәт, Фәйзрахман ағай? — тине. — Иң мөһиме — еңеп ҡайттыҡ бит». Р. Мифтахов.
ГЕРОЙ-ӘСӘ (Р: мать-героиня; И.: Heroine Mother (medal and title awarded to mothers often or more children)', T: çok çocuklu anne) и.
Ун йәки ундан артыҡ бала табып, тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙға бирелә торған маҡтаулы исем. □ Мать-героиня. ■ [Районыбыҙҙа] 10 бала тәрбиәләп үҫтергән ике Герой-әсә, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән ике әсә йәшәй. Интернет селтәренән. Ошо көндәрҙә Аҙау ауылында
күркәм йола байрамы уҙғарылды. Был юлы «барҡылдаҡ»тар араһы кешеләре үҙ нәҫел-нәсәп тамырҙары менән таныштырҙы. Сөләймәновтар, Гәлиндар, Ғүмәровтар, Гө-бәйҙуллиндар араһынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр, хеҙмәт алдынғылары, герой-әсәләр, талант эйәләре тураһында фәһемле телмәрҙәр һөйләнелде. «Инйәр», 29 октябрь 2009.
ГЕРОНТОЛОГ [рус. < гр. gerön, gerontos ‘ҡарт кеше’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: геронтолог; И.: gerontologist; T.: jerontoloji uzmanı) и.
Геронтология белгесе. □ Геронтолог. Геронтологтар асышы. Галим-геронтолог. ■ Стоматологтар кешенең биологик йәшен теш эмале нисек ашалыуына ҡарап еңел билдәләй. Был күрһәткес — хәҙерге заман кешеһе өсөн иң хәүефлеһе. Ләкин геронтологҡа йәки теш табибына бармайынса ла ҡайһы бер һығымталар яһарға мөмкин. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
ГЕРОНТОЛОГИК (Р: геронтологический; И.: gerontologic(al); T.: jerontoloji) с.
Геронтологияға ҡараған, геронтологияға мөнәсәбәтле. □ Геронтологический. Геронтологик тәрбиә. Геронтологик тикшеренеүҙәр. Дауаланыуҙың геронтологик аспекттары.
ГЕРОНТОЛОГИЯ [рус. < гр. gerön, gerontos ‘ҡарт кеше’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: геронтология; И.: gerontology; Т.: jerontoloji) и.
Ҡартайыу процесын һәм ғүмерҙе оҙонайтыу сараларын өйрәнә торған фән. □ Геронтология. / Геронтологический. Геронтология дарыуҙары. Геронтология фәне. Геронтология тикшеренеүҙәре. Геронтология үҙәге.
ГЕРПЕС [рус. < лат. herpes < һегро ‘шыуышыу, үрмәләү’] и. ҡар. осоноу. Герпестан яфаланыу. Герпес вирусы. ■ Яңыраҡ ҡына беҙҙә цитомегаливирус инфекцияһы һәм ябай герпесҡа ҡаршы иммуноглобулиндар уйлап сығарғандар. «Йәшлек», 1 апрель 2008.
ГЕРПЕТОЛОГ [рус. < гр. herpeton ‘һөйрәлеүсе’] (Р: герпетолог; И.: herpetologist; Т.: kelerbilim uzmanı) и.
164