Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 163


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГЕРОЙҘАРСА
тугел, иң героик осор ҙа ул. «Һаҡмар», 7 май
2011.
3. Батырлыҡты данлаған, геройҙар тураһында һөйләгән. □ Героический. Героик роман. ■ Иншаны «Мостай Кәримдең трагедияларында трагик һәм героик образдарҙың бирелеше» тигән темаға яҙҙым, — ти Йылайыр ҡыҙы Таңсулпан. «Йәшлек», 13 ғинуар
2012.
ГЕРОИКА [рус.] (Р.: героика; И.: heroic spirit; heroics; T.: kahramanlık) и.
Ниндәйҙер ижади эштең, ғәмәлдең героик яғы; батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ. □ Героика. Тормош героикаһы. Хеҙмәт героикаһы.
■ Еңеу байрамы көнөндә радионан Ватан һуғышы героикаһын данлаған йырҙар тапшырҙылар. Башҡортостан календарынан.
ГЕРОИНЯ [рус.] (Р.: героиня; И.: heroine; T.: kahraman kadın, kız) и.
Роман, пьеса, кино һ. б. әҫәрҙәрҙә топ урынды тотҡан ҡатын-ҡыҙ персонажы. □ Героиня. Хикәйә героиняһы. М. Кәрим повесының героиняһы. ■ Кәтибә апайҙың лирик героиняһы характерындағы ихласлыҡ һәм саялыҡ, сабырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ йәнәш килеуе лә шағирәнең уй-кисерештәренә, йәшәу рәуешенә, тормошона иғтибарҙы көсәйтә. «Йәшлек», 12 февраль 2011.
ГЕРОЙ [рус. < гр. heros] (Р: герой; И.: hero; T.: kahraman) и.
1. Батыр, ҡаһарман. □ Герой. Бөйөк Ватан һуғышы геройы. Милли геройыбыҙ.
■ Дошманды ҡыйратыу һәм Еңеу көнөн яҡынайтыу өсөн Башҡортостан халҡы бөтә көсөн һалған. Яуҙа ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ курһәткәндәре өсөн278кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. «Йүрүҙән», 22 июнь 2011.
2. Халыҡ хужалығы, сәйәси эшмәкәрлек, мәҙәниәт, фән, техника, спорт әлкәләрендә күрһәтелгән юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелгән маҡтаулы исем. □ Герой (почётное звание). ■ [Закиров:] Дауыт Усманович ул йылы Ленин ордены алды. Ә бер колхоз председателенә герой исеме бирҙеләр, Сә-
ғәҙиевтән куп тапҡыр артта булһа ла. А. Абдуллин. 2010 йылда Канаданың Ванкувер ҡалаһында уткән Паралимпия уйындары геройы — дурт алтын һәм бер көмөш миҙал яулаған Ирек Зариповтың әсәһе Вәсилә Мостафа ҡыҙының тыуған ауылы Берештамаҡта йәшәгән туғандары менән ойошторған интервьюла 3. Абзалова ҡыҙыҡлы, фәһемле мәғлумәттәргә тап була. «Урал», 19 ғинуар 2011.
3. Иғтибарҙы, ҡыҙыҡһыныуҙы үҙенә йәлеп иткән, кемгәлер һоҡланыу, табыныу өлгөһө булып торған кеше. □ Герой. Йәштәрҙең геройы. Урам геройы. Көн геройы. Минең геройым.
4. Үҙ йәмғиәтенең юғары сифаттарын туплаған кеше. □ Герой. Заман геройы.
■ [Камил:] Һин, зинһар, мораль уҡый тип уйлама, мин — һинең дуҫың, яратҡан өсөн әйтәм: һиндә энергиялы, ысын мәғәнәһе менән беҙҙең заман геройы булһа, икенсеһе инде — артыҡ маһайыуҙан сикләнгән бер кеше. Н. Нәжми.
5. Роман, пьеса, кино һ. б. әҫәрҙәрҙә төп урынды тотҡан ир-ат персонажы. □ Герой. Ыңғай герой. Кире герой. Лирик герой.
■ Н. Мусиндың «Мәңгелек урман» романында шартлылыҡ көслө, легенда-риуәйәт рухы менән тәуге китап ныҡ һуғарылған, төп геройы Төлкөсура «Урал батыр»ҙан уҡ башланғысты алған эпик батыр образына ауаздаш итеп һурәтләнгән. «Йәшлек», 17 март 2011.
♦ Герой булып йөрөү үҙеңде иғтибар, ихтирам ҡаҙанған кеше кеүек тотоу. □ Ходить героем. Герой булып йөрөгән була тағы.
ГЕРОЙҘАРСА (Р: героически; И.: heroically; T.: kahramanca) р.
Геройҙар һымаҡ, батырҙарса, батыр рәүештә. □ Героически. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һуғыш яланында ғына тугел, тылдағы халыҡ та геройҙарса эшләне һәм Бөйөк Еңеугә ҙур өлөш индерҙе. ■ Геройҙарса һуғышып һәләк булған һалдаттарға барыһына ла улгәндән һуң наградалар тапшырыла, ә төркөмдөң командиры Аннаклыч
6*
163