ГЕРМЕТИЗАЦИЯ
кәүҙәһенең төп өлөшө — Урал тауҙары, һул аяғы — Ҡаҙаҡ-Аҙаҡ тауҙары, ә у ц аяғы — Алтай тауҙары, имеш. Й. Солтанов.
ГЕРМЕТИЗАЦИЯ [рус. < лат.] (Р.: герметизация; И.: sealing, pressurization; T.: mühürleme) и.
Ниҙеңдер (ҡапҡас, ишек, рам һ. б.) араларын һыу, һауа үтмәҫлек итеп нығытыу.
□ Герметизация. ■ Самолёт бейеклеген кәметә һәм был осорҙа «тимер ҡош »то турайтыу өсөн бер ниндәй ҙә сара күрелмәй. Сәбәбе — Серёгин да, Гагарин да йә иҫтәрен юғалта, йә иҫ юғалтыу хәленә инә. Герметизацияһы боҙолған самолёттың түбәнгә быраҡтырылған тимер киҫәге кеүек ҡапыл уҡталыуы бының өсөн шарттар тыуҙырыуы ихтимал. «Йәшлек», 12 апрель 2008.
ГЕРМЕТИЗАЦИЯЛАНЫУ (герметизациялан-) ҡ. төш. ҡар. герметизациялау. страд, от герметизациялау. Ҡоҙоҡтар герметизацияланды. ■ Ә бына «Баязит» йәмғиәтендә .. иген йыйыу комбайндары герметизацияланмаған. «Аҡмулла төйәге», 4 ноябрь 2009.
ГЕРМЕТИЗАЦИЯЛАУ (герметизацияла-) (Р.: герметизировать; И.: seal; pressurize; sealing; T.: mühürlemek) ҡ.
Ниндәйҙер аппарат, бина һ. б. стеналарын шыйыҡлыҡ һәм газ инмәҫлек итеп нығытып ҡуйыу. □ Герметизировать. // Герметизация. ■ Бинала йылы оҙаҡ торһон өсөн йорт төҙөгәндә герметизациялау материалдарын дөрөҫ ҡулланыу мөһим. Башҡортостан календарынан.
ГЕРМЕТИЗАЦИЯ ЯҺАУ (герметизация яһа-) ҡ. ҡар. герметизациялау.
ГЕРМЕТИК I (герметигы) [рус. < лат.] (Р: герметик; И.: hermetic; sealant; T.: her-metik) и.
Нимәнецдер ектәре аша һыу, һауа үтмәһен өсөн һөртә торған полимерҙар ҡушылмаһы.
□ Герметик. Герметик һөртөү. ■ Бүлмәлә ел уйнай башлағас, тәҙрә, ишек ектәрен герметик менән кәпләнек. Башҡортостан календарынан.
ГЕРМЕТИК II (Р: герметичный; И.: sealed; airtight; hermetic; T.: hermetik) c.
Һыу, haya үтмәҫлек итеп нығытылған.
□ Герметичный. Герметик һауыт. Герметик ҡапҡас. Герметик ҡаплы шоколад. ■ Ҡайһы бер фараздар буйынса, Венеция әкрен генә һыу аҫтына китә бара, ти. Әммә ҡаланы ҡотҡарыу буйынса махсус проект эшләй: уны уратып герметик барьерҙар ҡормаҡсылар икән. «Йәшлек», 3 февраль 2010.
ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУ (герметик-лаштыр-) (Р: герметизировать; И.: seal; pressurize T.: mühürlemek) ҡ.
һыу, һауа үткәрмәй торған итеп яһау.
□ Герметизировать. // Герметизация. Торбаларҙы герметиклаштырыу.
ГЕРОИЗМ [рус.] (Р: героизм; И.: heroism; T.: kahramanlık) и.
Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, геройлыҡ.
□ Героизм. Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышта тиңһеҙ героизм күрһәтте. ■ Ҡаһарманлыҡ һәм героизм, Ватанға фиҙаҡәр хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәткән Рәсәй патриоттарын иҫкә алабыҙ. «Йүрүҙән», 24 февраль 2012.
ГЕРОИК (Р: героик; И.: heroic; Т.: kahramanca) с.
1. Батырҙарға хас, геройҙарса башҡарылған. □ Героический. Героик аҙым. Героик эш. ■ Ауыл хеҙмәтсәндәренең тормошон һәм героик хеҙмәттәрен сағылдырыуҙа С. Мифтаховтың роле айырыуса ҙур. Картотека фондынан.
2. Батырлыҡтарға бай, геройҙарса эштәр менән данлы булған. □ Героический. Героик кисереш. ■ Уның [Хәрби дан музейының] хеҙмәткәрҙәре иңенә республиканың героик хәрби үткәнен һаҡлау һәм пропагандалау, граждандарҙы ата-бабаларыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өлгөһөндә тәрбиәләү буйынса яуаплы бурыс йөкмәтелде. «Йәшлек», 18 май 2010. Еңеү көнө — ул ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы, беҙҙең дөйөм ғорурлығыбыҙ һәм ҡиммәте булмаған ҡаҙанышыбыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ тарихында иң ҡурҡыныс ҡына
162