Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 173


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГИДРОЛОГИЯ
Гидрография буйынса белгес. Гидрография картаһы. Гидрография судноһы.
2. Ниндәйҙер территорияның ер өҫтө һыуҙарының торошо. □ Гидрография. / Гидрографический. Рәсәйҙең Европа елөшө гидрографияһы.
ГИДРО ДИНАМИК (Р.: гидродинамический; И.: hydrodynamic; T.: hidrodinamik) с.
Гидродинамикаға бәйле. □ Гидродинамический. Гидродинамик тикшеренеүҙәр.
ГИДРОДИНАМИКА [рус. < гр. hydör ‘һыу’ 4- dynamikos ‘көс’] (Р.: гидродинамика; И.: hydrodynamics; T.: hidrodinamik) и.
Гидромеханиканың шыйыҡлыҡ хәрәкәтен һәм уның ҡаты матдәләр менән үҙ-ара йоғонтоһон өйрәнә торған бүлеге. □ Гидродинамика. / Гидродинамический. Гидродинамика закондары. Гидродинамиканың иҫәпләү алымдары.
ГИДРОИД [рус. < гр. hydor ‘һыу’ + eidos ‘форма’] (Р: гидроид, гироиды; И.: hydroids; T.: polip) и. зоол.
Эсәкҡыуышлылар төркөмөнә ҡараған диңгеҙ хайуаны. □ Гидроид (лат. Hydridd).
ГИДРОИД ҺЫМАҠТАР (Р: гидроидные, гироиды; И.: hydroids; T.: polipler) и. зоол.
Эсәкҡыуышлылар төркөмөнә ҡараған диңгеҙ хайуандары. □ Гидроиды (лат. Hyd-rozod).
ГИДРОИОНИЗАТОР [рус.] и. ҡар. ионизатор.
ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + фр. isolation ‘бүлеү, тарҡатыу’] (Р: гидроизоляция; И.: waterproofing; T.: tecrit tabakası) и.
1. Биналарҙы, ҡоролмаларҙы һыу, дым тәьҫиренән һаҡлау. □ Гидроизоляция. / Гидроизоляционный. Гидроизоляция материалдары. Гидроизоляция ҡулланыу.
2. һыуҙан һаҡлағыс изоляция (материал). □ Гидроизоляция./ Гидроизоляционный. Бинаның гидроизоляцияһы юҡ. ■ Һәм тағы ла клиенттарға уңайлы булһын өсөн атлама, бурса, улаҡ, ҡойма элементтары, гидроизоляция, һыу ағыу системаһы, ҡар
тотҡостар тәҡдим итәбеҙ. «Көнгәк», 16 август 2009.
ГИДРОЛИЗ [рус. < гр. hydör Ъыу' + lysis ‘тарҡатыу’] (Р: гидролиз; И.: hydrolysis; Т.: hidroliz) и. хим.
Ҡатмарлы матдәнең һыу тәьҫире менән тарҡалыуы. □ Гидролиз. Гидролиз спирты. Гидролиз реакцияһы. Тоҙҙар гидролизы. Гидролиз процесы.
ГИДРОЛИЗЛАНЫУ (гидролизлан-) ҡ. төш. ҡар. гидролизлау, страд, от гидролизлау. Гидролизланған тоҙҙар.
ГИДРОЛИЗЛАУ (гидролизла-) (Р: гидролизировать; И.: hydrate; T.: hidrolize) ҡ.
һыу тәьҫире менән ҡатмарлы матдәне тарҡатыу. □ Гидролизировать. // Гидролиз. Гидридтарҙы гидролизлау. Эфирҙы гидролизлау. Целлюлозаны гидролизлау. Гидролизлау реакцияһы.
ГИДРОЛОГ [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: гидролог; И.: hydrologist; T.: hidrolog) и.
Гидрология фәне белгесе. □ Гидролог. ■ Фәнни-экологик конференцияла «ғалим-эксперттар»: экономист, геоэколог, гидролог, химик, журналист, астрофизик ҡатнаша. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 6, 2010.
ГИДРОЛОГИК (Р: гидрологический; И.: hydrologic(al); T.: hidrolojik; subilimsel) с.
Гидрологияға мөнәсәбәтле. □ Гидрологический. Гидрологик объект. Гидрологик күҙәтеүҙәр. ■ Июнь урталарында был гидро -логик объект [Оло Юшатыр йылғаһындағы һыуһаҡлағыс] тантаналы асыласаҡ. «Юшатыр», 6 май 2010.
ГИДРОЛОГИЯ [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: гидрология; И.: hydrology; T.: hidroloji; subilim) и.
Ер йөҙөндәге һыу ятҡылыҡтарын һәм тәбиғәттәге һыу әйләнешен өйрәнә торған фән. □ Гидрология. / Гидрологический. Гидрология тикшеренеүҙәре. ■ Гидрология метеорология, геология, гидромеханика фәндәре менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡортостан календарынан.
173