ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИК
ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИК (Р.: гидрометеорологический; И.: hydrometeorological; T: hidrometeorolojik) с.
Гидрометеорологияға мөнәсәбәтле. □ Гидрометеорологический. Гидрометеорологик күҙәтеүҙәр. Гидрометеорологик станция.
ГИДРОМЕТЕОРОЛОГИЯ [рус] (Р.: гидрометеорология; И.: hydrometeorology; T.: hidrometeoroloji) и.
Ерҙең гидрологик һәм атмосфера һыу әйләнешен өйрәнә торған фән. □ Гидрометеорология. ■ Гидрометеорология үҙәгенең көн торошон күҙаллау бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ошо синоптик карта буйынса артабан анализ үткәреп, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан алынған фараздарҙы файҙаланып, республика буйынса алдағы тәүлектәргә көн торошон билдәләй. «Йәшлек», 22 март 2011.
ГИДРОМЕТР I [рус. < лат. hydor ‘һыу’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р: гидрометр; И.: hydrometer; T: hidrometre) и.
Ағым һыуҙарҙың ағыу тиҙлеген, тәрәнлеген, һыу күләмен һ. б. үлсәү, иҫәпләү приборы. □ Гидрометр.
ГИДРОМЕТР II [рус. < лат. hydör ‘һыу’ + metreö ‘үлсәйем’] и. ҡар. гидрометрист.
ГИДРОМЕТРИК (Р: гидрометрический; И.: hydrometric(al); T.: hidrometrik) с.
Гидрометрияға мөнәсәбәтле, гидромет-рияға ҡараған. □ Гидрометрический. Гидро-метрик прибор. Гидрометрик мәғлүмәттәр. Гидрометрик ҡоролма.
ГИДРОМЕТРИСТ [рус.] (Р: гидрометрист; И.: hydrometrist; T.: hidrometri uzmanı) и.
1. Ағым һыуҙарҙың ағыу тиҙлеген, тәрәнлеген, һыу күләмен һ. б. үлсәү, иҫәпләү менән булышҡан белгес. □ Гидрометрист. Гидрометрист тикшеренеүҙәре.
2. Гидрометрик эштәр башҡарыусы. □ Гидрометрист. Гидрометрист ҡоролмалары.
ГИДРОМЕТРИЯ [рус. < лат. hydör ‘һыу’ + metreö ‘үлсәйем’] (Р: гидрометрия; И.: hydrometry; hydrometrick; T.: hidrometri) u.
Гидрологияның һыу объекттарының төрлө үҙенсәлектәрен (ағым тиҙлеге, һыу баҫымы, буръяҡлыҡ дәрәжәһе һ. б.) үлсәү ысулдары, приборҙарын өйрәнеүсе бүлеге.
□ Гидрометрия. / Гидрометрический. Гидрометрия мәғлүмәттәре.
ГИДРОМЕХАНИКА [рус.] (Р: гидромеханика; И.: hydromechanics; T.: akışkanlar mekaniği, hidromekanik) и.
Механиканың шыйыҡлыҡтарҙың тигеҙлек һаҡлау һәм хәрәкәт законын, шыйыҡлыҡтар менән ҡаты матдәләрҙең үҙ-ара йоғонтоһон өйрәнә торған бүлеге. □ Гидромеханика. / Гидромеханический. Гидромеханика ҡорамалдары.
ГИДРОНАВТ [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + nautes ‘диңгеҙҙә йөҙөүсе’] (Р: гидронавт; И.: hydronaut; T.: sualtı araştırmacısı) и.
Һыу аҫтында тикшеренеүҙәр алып барған кеше; акванавт. □ Гидронавт. Гидронавт костюмы. Гидронавт тикшереүҙәре.
ГИДРОНИМ [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + опута ‘исем, атама’] (Р: гидроним; И.: hydronym; T.: hidronim) и. лингв.
Ер өҫтөндәге һәр төрлө һыу (йылға, күл һ. б.) атамаһы. □ Гидроним. Башҡортостан гидронимдары һүҙлеге. Гидронимдарҙы өйрәнеү.
ГИДРОНИМИК (Р: гидронимический; И.: hydronymical; T.: hidronimik) с.
Гидронимикаға ҡараған, гидронимикаға мөнәсәбәтле. □ Гидронимический. Гидрони-мик тикшеренеүҙәр. Гидронимик атама.
ГИДРОНИМИКА [рус.] (Р: гидронимика; И.: hydronymy; T.: hidronimi) и. лингв.
Тел ғилеменең гидронимдарҙы өйрәнеүсе бүлеге. □ Гидронимика. Топонимиканың гидронимика бүлеге. Гидронимика тикшеренеүҙәре. Гидронимика әлкәһендә эшләүсе ғалим.
ГИДРОНИМИЯ [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + опута ‘исем, атама’] (Р: гидронимия; И.: hydronymy; Т: hidronimi) и. лингв.
Гидронимдарҙың дөйөм атамаһы.
□ Гидронимия. Һаҡмар йылғаһы бассейны гидронимияһы. Күгәрсен районы гидро-нимияһы. ■ Аҫылғужаның шиғырҙарында
174