ГИДРОУЗЕЛ
конкрет тарихи ваҡиғалар, ер-һыу атамалары, заман һулышы, ваҡыт арауығы асыҡ курһәтелә: Салауат, Палдиски, Балтика, Башҡортостан, Өфө, Баймаҡ, Ирәндек, шулай уҡ Башҡортостандың гидронимияһы — данлыҡлы йылға-һыуҙарҙың атамалары: һаҡмар, Йуруҙән, Эйек, Ағиҙел, Сөн, Ҡариҙел, Эҫем. Картотека фондынан.
ГИДРОПЛАН [рус.] и. иҫк. ҡар. гидросамолёт. Гидроплан йөрөтөу. Гидропланда осоу.
ГИДРОПОН с. ҡар. гидропоник. Гидропон ысул. Гидропон ысул менән йәшелсә уҫтереу.
ГИДРОПОНИК (Р.: гидропонический; И.: hydroponic; T.: suda bitki yetiştirme) с.
Гидропоникаға мөнәсәбәтле. □ Гидропонический, гидропонный. Гидропоник ашламалар.
ГИДРОПОНИКА [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + ponos ‘эш’] (Р.: гидропоника; И.: hydroponics; T.: suda bitki yetiştirme) и.
Үҫемлекте туҡлыҡлы иретмәлә тупраҡһыҙ үҫтереү ысулы. □ Гидропоника. Гидропоника технологияһы уҫемлектәрҙең тиҙерәк һәм ҙурыраҡ булып уҫеуенә булышлыҡ итә.
ГИДРОСАМОЛЁТ [рус.] (Р: гидросамолёт; И.: seaplane, hydroplane; T.: deniz uçağı) и.
Һыуға төшөүгә һәм һыуҙан осоп китеүгә ҡулайлаштырылған самолёт. □ Гидросамолёт. Океан өҫтөнә гидросамолёт килеп төштө.
ГИДРОСТАНЦИЯ [рус.] и. ҡар. гидроэлектростанция. ■ Һуғыш йылдарында фашистарҙың бер мең ете йөҙ ун ҡаланы, етмеш мең ауылды, тиҫтәләгән гидростанцияларҙы, тимер юлын һәм куперҙәрҙе емергәнен онотмағыҙ, уларҙың һәр береһен аяҡҡа баҫтырыу өсөн иҫәпһеҙ куп ағас кәрәк. Н. Мусин.
ГИДРОСФЕРА [рус. < гр. hydör ‘һыу’ + sphaira ‘шар’] (Р.: гидросфера; И.: hydrosphere; T.: hidrosfer, suküre) и.
Ер өҫтөндәге барлыҡ һыуҙар, һыу сығанаҡтары (океан, диңгеҙ, йылға, кул
дәр). □ Гидросфера. Гидросфераның куберәк өлөшөн — Донъя океанындағы тоҙло һыу, әҙерәк өлөшөн ҡоро ер һыуҙары һәм атмосфералағы һыу тәшкил итә. ■ Ерҙең геологик тарихы осоронда барлыҡҡа килгән ғәйәт ҙур карбонат ҡатламдары йыһандағы иң куп углерод запасы булып тора. Был углерод циклы Ерҙең атмосфера, гидросфера, биосфера һәм литосфера ярыһын уҙ-ара бәйләй. «Йәшлек», 16 апрель 2009.
ГИДРОТЕХНИК I (гидротехнигы) [рус.] (Р: гидротехник; И.: hydraulic engineer; T.: hidroteknik uzmanı) и.
Гидротехника белгесе. □ Гидротехник. Гидротехниктар әҙерләу. Инженер-гидротехник.
ГИДРОТЕХНИК II (Р: гидротехнический; И.: hydrotechnical; T.: hidroteknik) с.
Гидротехникаға мөнәсәбәтле. □ Гидротехнический. Гидротехник агрегат. Гидротехник ҡоролма. ■ Йылғалар һайығыуҙың тағы бер сәбәбе — гидротехник эштәрҙе уйламай алып барыу. «Ағиҙел», № 5, 2010.
ГИДРОТЕХНИКА [рус.] (Р: гидротехника; И.: hydrotechnical engineering; T.: hidroteknik) и.
Тәбиғәттәге һыу байлығын, уны төрлө ҡоролмалар ярҙамында хужалыҡта ҡулланыу, һыу баҫыуҙан һаҡланыу юлдарын өйрәнә торған фән һәм техника тармағы. □ Гидротехника. / Гидротехнический. Гидротехника тикшеренеуҙәре. Гидротехника мәсьәләләре. Гидротехника ҡаҙаныштарына таянып эш итеу.
ГИДРОТУРБИНА [рус. гидравлическая турбина] (Р: гидротурбина; И.: hydroturbine; T: su türbini) и.
Ағып торған һыу энергияһын вал, яҫмаларҙы әйләндерә торған энергияға әүерелдереүсе двигатель. □ Гидротурбина. Реактив гидротурбина.
ГИДРОУЗЕЛ [рус.] (Р: гидроузел; И.: hydroelectric (generating) complex; T.: su şebekesi) u.
175