Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 176


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГИДРОФОН
Гидротехник ҡоролмалар йыйымы (станция, канал, шлюз һ. б.). □ Гидроузел. Быуалы гидроузел. Транспорт гидроузелы.
ГИДРОФОН [рус. < гр. hydro ‘һыу’ + рһдпё ‘тауыш’] (Р.: гидрофон; И.: hydrophone; T.: hidrofon) и.
Һыу аҫтында барлыҡҡа килгән йәки таралған тауыш тулҡындарын тота торған прибор. □ Гидрофон. Гидрофондың йышлыҡ диапазоны. Гидрофондың ҡоролошо. Термометрлы гидрофон.
ГИДРОХИМИЯ [рус.] (Р.: гидрохимия; И.: hydrochemistry; T.: hidrokimya) и.
Ер өҫтө һыуҙарының химик составы һәм уны өйрәнеү юлдары тураһындағы фән. □ Гидрохимия. / Гидрохимический. Аналитик гидрохимия. Гидрохимия тикшеренеүҙәре.
ГИДРОЭЛЕКТРИК (Р: гидроэлектрический; И.: hydroelectric(al); T.: hidroelektrik) с.
һыу көсө менән электроэнергия етештерә торған. □ Гидроэлектрический. Гидроэлектрик станция.
ГИДРОЭЛЕКТРОСТАНЦИЯ [рус] (Р: гидроэлектростанция; И.: hydroelectric power plant; T.: hidroelektrik santralı) u.
Һыу көсө ярҙамында барлыҡҡа килгән энергияны электр энергияһына әүерелдерә торған электростанция; һыу электро станцияһы. □ Гидроэлектростанция. ■ Беҙҙең республикаға ла яңы гидроэлектростанция кәрәк. «Йәшлек», 12 март 2011. Күптән түгел беҙҙең илдә барлыҡ Рәсәй халҡын ғына түгел, донъя йәмәғәтселеген тетрәндергән ваҡиға булды: Саян-Шушен гидроэлектростанцияһы емерелде. «Юшатыр», 10 сентябрь 2009.
ГИДРОЭНЕРГЕТИК (Р: гидроэнергетический; И.: hydropower; T.: hidro enerji) с.
һыу энергияһы менән эшләгән. □ Гидроэнергетический. Гидроэнергетик комплекс. Гидроэнергетик объект. ■ Документта Башҡортостанда технопарк булдырыу һәм инновацион гидроэнергетик ҡорамал етештереү буйынса проектты бойомға
ашырыуҙа берлектә ҡатнашлыҡ күрһәтеү күҙаллана. «Йәшлек», 19 февраль 2011. Гидроэнергетик ҡорамалдар етештереүсе предприятие Башҡортостанда технологик процестар менән автоматик идара итеү системаһын, мониторинг һәм диагностика ҡорамалдарын етештерә башланы. «Башҡортостан», 7 февраль 2012.
ГИДРОЭНЕРГЕТИКА [рус ] (Р: гидро энергетика; И.: hydropower engineering; T.: hidroenerji) и.
Энергетиканың һыу энергияһы ресурстарын файҙаланыуға бәйле тармағы. □ Гидроэнергетика. Гидроэнергетика ҡорамалдары. Гидроэнергетика ҡорамалдары. I Башҡортостан Республикаһының электр энергетикаһы гидроэнергетика ресурстарын үҙләштереү иҫәбенә үҙенең ҡеүәтен һиҙелерлек үҫтерә ала. Башҡортостан календарынан.
ГИҘҘЕРЕҮ (гиҙҙер-) (Р: дать возможность путешествовать; И.: give a chance to travel; T.: gezdirmek) ҡ.
Төрлө ерҙе күрһәтеп йөрөтөү. □ Дать возможность путешествовать. Донъя гиҙҙереү. ■ Уҡыусыларымды глобус буйлап та донъя гиҙҙерермен — хыялдарын беҙҙең Аҡ-бейектән дә текәрәк Гималаи түбәләренә үрләтермен, диңгеҙҙәрҙә йөҙҙөрөрмөн! Г. Яҡупова. • Илдән биҙҙергән дә мал, йыһан гиҙҙергән дә мал. Мәҡәл.
ГИҘЕНЕҮ (гиҙен-) ҡ. төш. ҡар. гиҙеү. страд, от гиҙеү. Ил буйлап гиҙенеп йөрөү.
ГИҘЕҮ (гиҙ-) (Р: странствовать; И.: travel; wander; T: gezmek) ҡ.
Донъя ҡыҙырып күреп йөрөү; сәйәхәт итеү. □ Путешествовать, странствовать. Ил гиҙеү. ■ Башҡортостан! Гиҙҙем тауҙарыңды, теш сәңкетеп эстем һыуҙарыңды. С. Ғәбиҙуллин. Илдәремдән биҙеп, йыһан гиҙеп, күпте күрҙе минең был башым. Бәйеттән. Йыһан киңлектәрен ҡеүәтле автоматлаштырылған станциялар гиҙә, сикһеҙлек күренештәрен өйрәнә, һүрәткә төшөрә, видеотаҫмаға яҙҙыра, үлсәй, баһалай, сағыштыра. «Башҡортостан», 29 октябрь
2010. • Атҡа менгән ил гиҙәр, яҡшы кеше
176