ГИЛЬОТИНАЛАУ
ил биҙәр. Мәҡәл. Акса бөтә донъяны гиҙә. Мәҡәл. Куп һөйләгән иҙер, куп ҡыҙырған гиҙер. Мәҡәл.
ГИҘЕҮСЕ (Р.: путешественник; И.: traveller; wanderer, voyager; T.: gezgin) и.
Донъя, ил гиҙеп йөрөүсе, сәйәхәт итеүсе.
□ Путешественник, странник. / Путешествующий, странствующий. Донъя гиҙеусе. Йыһан гиҙеусе. ■ Бәлки, йылдар уткәс кенә, Әмилә ҙурайып йыһан гиҙеусе булыр. Н. Ғәйетбаев. Дөм ҡараңғы тын ауылға инде ил гиҙеусе. М. Кәрим.
ГИЗ [төрки] и. иҫк. кит. ҡар. тапҡыр III. ■ Бейек тауға гиз булдыҡ, утеу беҙгә ҡыйындыр, тимер өйгә ҡамалдыҡ, сығыу беҙгә ҡыйындыр. «Буҙйегет».
♦ Бер гиз бер ваҡыт. □ Один раз. Мин Өфөлә бер гиз генә булдым, һәр гиз һәр ваҡыт. □ Всегда. Һәр гиз һиңә барып йөрөй алмайым.
ГИЗЛЕ (Р.: секретный, тайный; И.: secret, clandestine; T.: gizli) с. иҫк.
Серле, йәшерен. □ Тайный, секретный, скрытный. Гизле мәғәнәле һуҙ. Гизле уй.
ГИЗЛӘНЕҮ (гизлән-) ҡ. төш. ҡар. гизләү, страд, от гизләү. Кеше алдында гизләнеп йөрөп булмаҫ.
ГИЗЛӘҮ (гизлә-) (Р: скрывать; И.: hide, conceal; T.: gizlemek) ҡ. иҫк.
Йәшереү. □ Скрывать, прятать, утаивать. Нимә гизләйһегеҙ минән?
ГИЛ КЕ и. ҡар. килке. Бер-ике гилке. ■ Бөрон заманда бер ҡарттың Незнайка исемле улы була. Бер гилке был Незнайка: «Миңә ат әпир», — тип атаһының быуынына төшә. Әкиәттән.
ГИЛЬДИЯ [рус. < нем. Glide ‘берләшмә’] (Р: гильдия; И.: guild; T.: birlik) и.
1. Урта быуаттарҙа Көнбайыш Европа-ла сауҙагәрҙәр һәм һөнәрселәр берләшмәһе.
□ Гильдия.
2. Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә сауҙагәрҙәрҙе байлығына ҡарап бүлә торған дәрәжә. □ Гильдия. Беренсе гильдия сауҙагәре. Икенсе гильдия сауҙагәре. ■ Шулай ҙа Мир-сай борсолоуын һиҙҙермәне: «Бик урынлы
һорау, Котлоғужа әфәнде, — тине йылмайып. — Мин Өфөнөң икенсе гильдия купецы, урман промышленнигы Артём Дмитриевич Лапшиндың ышаныслы кешеһе булам». Н. Мусин.
ГИЛЬЗА [рус. < нем. Hulse ‘ҡабыҡ’] (Р: гильза; И.: cartridge case; T: kovan) и.
1. Атыу ҡоралдарында (туп, мылтыҡ һ. б.) ябыҡ яғына дары яһағы һалынған, икенсе асыҡ яғы пуля йәки снаряд ҡуйыу өсөн ҡулайлаштырылған көпсәк; патрон төбө. □ Гильза. Сөй һымаҡ гильза. Калпаҡса гильза. Көпшә рәуешендәге гильза. Буш гильза. ■ Ете тин баҡыр аҡса, дурт мылтыҡ гильзаһы, ике булавка, Мөхтәр еҙнәм биргән һөйәк һаплы бәке, бихисап ҡап шырпы әлегеһе көндә Шәйхаттарҙың ҡомағай кеҫәһендә тотҡонлоҡта ята. М. Кәрим. [Гәбит] пуля һурәтен аңғарҙы: бер яғы — осло, икенсе яғы тупаҡ һәм гильза өлөшө ағартылған. Ә. Әминев. Электрҙы әлегә снаряд гильзаһынан яһалған май шәмдәре алмаштырған. Ә. Хәкимов. Гильзаны кире этеп сығарғас ҡына, старшина окопҡа йәшенде һәм ваҡытлыса тынған пушка ҡабаттан йәнләнде. Я. Хамматов.
2. техн. Көпшә, ш үре формаһындағы төрлө деталдәр. □ Гильза.
ГИЛЬОТИНА [рус. < фр. guillotine} (Р: гильотина; И.: guillotine; T: giyotin) и.
1. Үлем язаһын атҡарыу (баш киҫеү) ҡорамалы. □ Гильотина. ■ [Зәки уҙенә:] Ниңә һин, Көҙәнле башҡорто, улем язаһынан ҡотолоу мөмкинлектәренән баш тартып, башыңды гильотина балтаһы аҫтына һалманың? Н. Асанбаев.
2. тех. Киҫкес машина. □ Гильотина. Гильотина ярҙамында ҡағыҙҙы киҫеу.
3. мед. Хирургияла баҙам биҙҙәрен алып ташлау ҡоралы. □ Гильотина. Хирург ҡулына ҡайсы менән гильотинаһын алды.
ГИЛЬОТИНАЛАУ (гильотинала-) (Р: гильотинировать; И.: guillotine; T: giyotin ile idam etmek) ҡ.
177