гиляк
1. Гильотинала язалау. □ Гильотинировать. // Гильотинирование. Енәйәтсе иң ҡаты язаға — гильотиналауға дусар булды.
2. тех. Ҡағыҙ, тимер, фанера табаҡтарының ситен махсус ҡорал менән киҫеү.
□ Гильотинировать. // Гильотинирование. Ҡағыҙҙы гильотиналау. Ҡалайҙы гильотина-лау.
ГИЛЯК (гилягы) [рус.] (Р.: гиляк; И.: Nivh, Gilyak; T.: Gilyak) и. этн.
Нивх халҡының элекке исеме. □ Гиляк. Гиляк халҡы. Гиляк теле. Гиляктарҙың килеп сығышы.
ГИМН [рус. < гр. hymnos < һутпео ‘маҡтау, йырлау’] (Р: гимн; И.: hymn, anthem; T.: marş) и.
1. Дәүләт йәки социаль берҙәмлек символы итеп ҡабул ителгән тантаналы йыр.
□ Гимн. Башҡортостан дәуләт гимны. ■ Бөтә ерҙә оркестр уйнай, радионан Башҡортостан гимны яңғырай. Байрам! Н. Асанбаев. 12 октябрь көнөндә шулай уҡ республиканың Дәуләт гимны тураһында закон ҡабул ителә. Башҡортостан гимнының авторы — Фәрит Иҙрисов. Интернет селтәренән.
2. Маҡтау йыры, мәдхидә. □ Гимн. Мөхәббәт йыры.
ГИМНАЗИСТ [рус.] (Р: гимназист; И.: gymnasium student; T.: jimnaz öğrencisi) и.
Гимназия уҡыусыһы. □ Гимназист. ■ Рәми Гарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһының физика уҡытыусыһы, класс етәксебеҙ Венера Булат ҡыҙы Ҡәримова — бик куп гимназистарҙың яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡытыусыһы. «Йәшлек», 15 февраль
2011. Гимназистарҙың сығышын ҡараған ваҡытта шағирәнең [Рәсимә Ураҡсинаның] йөҙөнән йылмайыу китмәне, уларҙың талантын ҡунағыбыҙ юғары баһаланы һәм шиғыр бәйгеһендә еңеуселәргә уҙенең китаптарын буләк итте. «Торатау», 8 февраль 2011. Ике егет, ике шат гимназист, улар бергә йөрөгән, йырлаған, кемуҙарҙан улар коньки шыуған, кем еңәрҙән шахмат уйнаған. М. Хәй.
ГИМНАЗИСТАРСА (Р: как гимназисты; И.: like gymnasium students; T.: jimnaz öğrencisi gibi) p.
Гимназистарға хас булғанса, гимназистар кеүек. □ Как гимназисты. ■ Беҙ юғары уҡыу йортонда уҡығанда ятаҡта бер булмәлә ике гимназист йәшәнек. Икебеҙ ҙә биш йыл буйы карауаттарыбыҙҙы тап гимназистарса, ситен бөгөп, тип-тигеҙ, бер иш итеп йыйыштыра инек, мендәрҙе лә өсмөйөшләп бороп һалып ҡуябыҙ. «Йәшлек», 28 февраль 2010.
ГИМНАЗИЯ [рус. < гр. gymnasion] (Р: гимназия; И.: gymnasium; Т.: jimnaz) и.
1. Боронғо Грецияла физик тәрбиә йәмәғәт мәктәбе, фәйләсүфтәрҙең йыйылыу урыны. □ Гимназия. Боронғо Греция гимназиялары фәйләсуфтәрҙең әңгәмәләр ҡороу урыны булып торған.
2. Хәҙер ҡайһы бер предметтарҙы тәрәнерәк өйрәтеүсе дөйөм урта белем бирә торған уҡыу йорто. □ Гимназия. ■ 140-сы башҡорт гимназияһында балаларға төплө белем биреу генә тугел, туған телдә иркен, матур аралашыуға, уҙ халҡыңдың тарихын, мәҙәниәтен ныҡлап өйрәнеугә, илебеҙҙең тоғро ул һәм ҡыҙҙары итеп тәрбиәләугә ҙур иғтибар бирелә. «Йәшлек», 3 июнь 2008. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы «Хамматов һабаҡтары» исемле фәнни-ғәмәли конференция уткәрҙе. «Урал», 4 апрель 2011.
ГИМНАСТ [рус. гр. gyrmuıtâs ‘гимнастика уҡытыусыһы’] (Р: гимнаст; И.: gymnast; T.: jimnastikçi) и.
Гимнастика менән шөғөлләнгән кеше, гимнастика оҫтаһы. □ Гимнаст. ■ Районыбыҙҙың йәш гимнастары еңеу менән ҡайтты. «Мораҙым», 29 апрель 2011.
ГИМНАСТЁРКА [рус.] (Р: гимнастёрка; И.: soldier’s blouse; T.: asker gömleği) и.
Ҡалын туҡыманан ултыртма яғалы итеп тегелгән (хәрби форма итеп ҡабул ителгән) ирҙәр күлдәге. □ Гимнастёрка. ■ Оҙон ҡыш менән яҙ утеугә Зиннәт һалдат
178