ГИНЕКОЛОГИЯ
гимнастёркаһын, яҫы ҡайышын костюмға алмаштырҙы. 3. Ураҡсин.
ГИМНАСТЁРКАЛЫ (Р.: в гимнастёрке; И.: having a soldier’s blouse; T.: asker gömlekli) с.
Гимнастёркаһы булған, гимнастёрка кейгән. □ В гимнастёрке, с гимнастёркой; имеющий гимнастёрку. ■ һуғыштан ҡайтҡан һалдатты, һеңлем менән етәкләшеп, беҙ ҙә курергә барҙыҡ, ишектәрен асып кереп, тупһала туҡталып, һалдат ағайға ҡарап, ҡатып ҡалдыҡ. Ул ағай йәшел гимнастёр-калы, бөҙрә ҡара сәсле, ҡаҡса ғына кәуҙәле, иҙән уртаһында баҫып тора ине. «Йүрүҙән», 4 май 2011.
ГИМНАСТЕРКАҺЫҘ (Р.: без гимнастёрки; И.: without a soldier’s blouse; T.: asker gömleği olmayan) с.
Гимнастёркаһы булмаған, гимнастёрка кеймәгән. □ Без гимнастёрки, не имеющий гимнастёрки.
ГИМНАСТИК (Р: гимнастический; И.: gymnastics; T.: jimnastik) с.
Гимнастикаға бәйле. □ Гимнастический. Гимнастик кунекмэлэр. Гимнастик хәрәкәт. ■ Ирекле һәм гимнастик кунекмәләрҙэ, акробатик һикереуҙәрҙә спортсыларҙың иң яҡшылары билдәләнде. «Инйәр», 13 апрель 2011.
ГИМНАСТИКА [рус. < гр. gymnas-tike < gymnazö ‘күнекмә яһайым’] (Р: гимнастика; И.: gymnastics; T.: jimnastik) и.
1. Кешенең дөйөм үҫеше, көс, ҡеүәт, ныҡышмалылыҡ, етеҙлек тәрбиәләү һәм шулай уҡ тәнде сыныҡтырыу өсөн эшләнелә торған физик күнекмәләр системаһы. □ Гимнастика. Гимнастика яһау. Гимнастика кунекмәһе. һауыҡтырыу гимнастикаһы. Ортопедик гимнастика. Пластик гимнастика. Куҙҙәр өсөн гимнастика. Ритмик гимнастика. ■ [Ишмырҙа] иртәнсәк арыу ғына кәйефтә уяна, һуңғы ваҡытта гимнастика яһарға, бер тиклем араны йугереп йөрөп әйләнергә кунегеп китте. Н. Мусин. Һулыш гимнастикаһын көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға яһаһағыҙ, артыҡ ауырлыҡтан ..
ҡотолорһоғоҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
2. Махсус физик күнекмәләр эшләүгә ҡоролған спорт йәки цирк сәнғәте төрө. □ Гимнастика. Спорт гимнастикаһы. Художестволы гимнастика. ■ Ҡыҙҙар һәм егеттәр олимпиаданың тәуге өлөшөндә тест һорауҙарына яуап биреп, теория буйынса белемдәрен курһәтте. Икенсе турҙа иһә гимнастика һәм йугереу буйынса көс һынаштылар. «Йәшлек», 11 февраль 2010. [Ләйсән Үтәшева:] Башҡортостанда художестволы гимнастика мәктәбен уҫтереп, ҡеуәтләндереп ебәрергә ине. Балалар менән эшләргә, кунекмәләр уткәрергә теләгем бик ҙур. «Йәшлек», 15 март 2011.
ГИМНАСТКА [рус.] (Р: гимнастка; И.: female gymnast; T.: jimnastikçi) и.
Гимнастика менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙ. □ Гимнаст. ■ Гузәл Мостафа ҡыҙы [Гәзизова], бейеклектән ҡурҡыуына ҡарамаҫтан, һауа гимнасткаһы булып китеп, цирк көмбәҙен генә тугел, халыҡ йөрәген дә яулай. «Йәшлек», 5 май 2009.
ГИНЕКОЛОГ [рус.] (Р: гинеколог; И.: gynaecologist; T.: jinekolog) и.
Ҡатын-ҡыҙ организмы үҙенсәлектәрен, енес ауырыуҙарын дауалау һәм ауырыуҙарҙан ҡурсалау буйынса врач, гинекология белгесе. □ Гинеколог. Гинекологта булыу. ■ Һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡағиҙә булып ике шарт торорға тейеш: енес тирәһе саҡ ҡына уҙгәрһә лә, кисекмәҫтән гинекологҡа барырға, утыҙ йәштән оло ҡатындарға, сәләмәтлеге яҡшы булһа ла, йылға бер-ике рәт гинекологҡа куренеу кәрәк. Картотека фондынан.
ГИНЕКОЛОГИК (Р: гинекологический; И.: gynaecological; T.: jinekolojik) с.
Гинекологияға мөнәсәбәтле. □ Гинекологический. Гинекологик тикшеренеу. Гинекологик ауырыуҙар. Гинекологик операция.
ГИНЕКОЛОГИЯ [рус. < гр.gyne, gynai-kos ‘ҡатын-ҡыҙ’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: гинекология; И.: gynaecology; T.: jinekoloji) и.
Клиник медицинаның ҡатын-ҡыҙ организмы үҙенсәлектәрен, енес ағзалары эш
179