ЗӘМЗӘМ ЯМҒЫРЫ
ЗӘМЗӘМ ЯМҒЫРЫ (Р.: первый весенний дождь; И.: spring time rain; T: ilkbahar yağmuru) и. диал.
Ләйсән. □ Первый весенний дождь.
ЗӘМИН [фарс, û^>j] (Р.: земля; И.: soil; ground; T.: zemin) и. иҫк. кит.
1. Тупраҡ, ер. □ Земля, почва. Зәмингә әйләнеү. ■ Башҡортостан еренең зәминен дурт төргә бүлеп була. Картотека фондынан.
2. Ер йөҙө, донъя. □ Земля, мир. ■ Бирмә яҡты, яҡты — мин. Ут кәрәк булһа, уны минән генә алһын зәмин. М. Ғафури.
3. күсм. Ниҙелер нығытҡан, дәлилләгән нәмә; ерлек, нигеҙ. □ Основа, основание; довод. ■ [Адвокат:] Прокурор иптәш язаны еңеләйтеү өсөн зәминдәр юҡ, тип раҫлай. Ә минеңсә, ундай зәминдәр .. күп. Ғ. Әмири.
ЗӘММӘ [ғәр. и. ҡар. зиммә 1. ■ Мәғлүмдер, әүәлендә почта һәм ауыл араһындағы юлдарҙы һәм күпер төҙөтөү шаһанә һәм земский налог түләй торған крәҫтиәндәрҙең, башҡорт, мишәр, типтәр, сыуаш вә ғәйре яһаҡ түләй торған халыҡтарҙың зәммәһендә ине. М. Өмөтбаев.
ЗӘМҺӘРИР [ғәр. (Р.: сильные холода; И.: heavy frost; T: zemheri) и. иҫк.
Әсе, сатлама һыуыҡ. □ Сильные холода, трескучие морозы. / Холодный, трескучий. Ҡыш зәмһәрире. Зәмһәрир ел. ■ Юҡ бүрек, ҡар зәмһәриренән яланғас баш туңа. Б. Мир-занов. һүнде, һуҡты йәш йөрәкте зәмһәрирҙең һалҡыны. Ғ. Иҫәнбирҙин. • Ҡыштың зәмһәриренә тейен дә бер тоҡ сәтләүек йыйған. Әйтем.
ЗӘМҺӘРИРЛЕ (Р.: морозный; И.: frosty; T: ay azlı) с. иҫк.
Ныҡ, сатлама һыуыҡ. □ Морозный, очень холодный, студёный. ■ Зәмһәрирле ҡыштың йөрәгенә уттар баҫып көслө ел килә. Ғ. Мәсғүт.
ЗӘН [фарс. ûj] (Р: женщина; И.: woman, female; T: kadın) и. иҫк. кит.
Ҡатын-ҡыҙ. □ Женщина, жена. ■ [Нәфселе ] бүтәндә хәсиәтте бар тип белмәҫ, үҙенә хәсән зәнде хәсер ҡылһа. М. Аҡмулла.
ЗӘНБӘК (Р.: тюльпан; И.: tulip; T: lale) и. бот. диал.
Ләлә. □ Тюльпан.
ЗӘНГИН I [фарс. û£j] (Р: богач; И.: affluent; T: zengin) и. иҫк.
1. Бай, байлыҡ-дәүләт, мөлкәт эйәһе. □ Богач, имущий.
ЗӘНГИН II [фарс. û£j] (Р.: богатый; И.: affluent; T: zengin) с. иҫк.
Бай, етеш; күп. □ Богатый, достаточный, обильный. Н Рус теле иҫкенән үк зәнгин ине, ләкин был телде гүзәл иткән, был телгә ҡеүәт вә нәфислек биргән Пушкин булды. М. Өмөтбаев.
ЗӘНГИЖР [ғәр. и. иҫк. ҡар. негр.
ЗӘНЖИР [фарс. j^j] и. иҫк. кит. ҡар. бығау.
ЗӘНИ [ғәр. û'j] и. ҡар. зани.
ЗӘНИӘ [ғәр. M jj и. ҡар. заниә.
ЗӘҢГЕ [рус. цинга] (Р: цинга; И.: scurvy; T: iskorbüt) и.
Теш ите сереп, ҡан һауып, хәлде бөтөрә торған яман ауырыу (аҙыҡта витамин етешмәгәндән була). □ Цинга, скорбут. / Цинготный, скорбутный.
ЗӘҢГЕ ҠАСЫРЫУ (зәңге ҡасыр-) (Р: употреблять в пищу первую весеннюю зелень с пожеланиями здоровья; И.: use spring greenery as food; T: bir âdet) ҡ. этн.
Яҙ көнө, «зәңге ҡас, иҙел кис, иҫке ауыҙ, яңы аш, сирем-сирпәтем сирмешкә, һаулы-ғым-байлығым үҙемә», тигән ырым һүҙҙәрен әйтеп, йыуа, ҡуҙғалаҡ һ. б. ҡабыу. □ Употреблять в пищу первую весеннюю зелень с пожеланиями здоровья.
ЗӘҢГЕЛЕ (Р: цинготный; И.: scorbutic; T: iskorbüt) с.
Зәңге менән ауырыған. □ Цинготный. Зәңгеле кеше.
ЗӘҢГЕЛӘ и. диал. ҡар. зәңге.
ЗӘҢГЕЛӘ ҠАСЫРЫУ (зәңгелә ҡасыр-) ҡ. диал. ҡар. зәңге ҡасырыу.
ЗӘҢГЕҮ (зәңге-) ҡ. диал. ҡар. зәңкеү. Зәңгеп өшөү.
ЗӘҢГӘР (Р: голубой; И.: blue; T: mavi) с.
636