ЗӘҢГӘРҺЫУЛАТЫУ
Спектрҙа йәшел менән күк араһындағы төҫкә тап килгән. □ Голубой. Зәңгәр таҫма. Асыҡ зәңгәр төҫ. Зәңгәр һауа. Зәңгәр төтөн. Зәңгәр кул. И Шул ҡуйы зәңгәр куккә ҡарап шым ғына ятыуы ҡалай рәхәт. Н. Мусин.
ЗӘҢГӘР БАШМАҠ (башмағы) (Р.: по-луторогодовалая тёлка; И.: heifer one and half years old; T.: 1,5 yaşlık düve) и. диал.
Йәш ярымлыҡ башмаҡ. □ Полуторого-довалая тёлка.
ЗӘҢГӘР БУҒЫ (Р.: отходы руды; И.: ore waste; T.: maden atıkları) и. диал.
Металл ҡалдығы. □ Отходы руды.
ЗӘҢГӘРҘӘҮ (зәңгәрҙә-) (Р: окотиться не по сезону; И.: kitten out of season; T.: vakitsiz kuzulamak) ҡ. диал.
Миҙгелһеҙ бәрәсләү. □ Окотиться не по сезону (об овцах, козах и т. д.)
ЗӘҢГӘР КҮК (Р: сизо-голубой; И.: bluish; T.: açık mavi) c.
Күкһел зәңгәр төҫ. □ Сизо-голубой. Ҡышҡы кистә кук йөҙө зәңгәр кук төҫкә инде. Зәңгәр кук төҫтәге ҡуян.
ЗӘҢГӘРЛЕК (зәңгәрлеге) (Р: синева; И.: (dark) blue colour; azure; T.: mavilik) и.
1. Саф зәңгәр төҫ. □ Синева, голубизна; лазурь. ■ Куҙҙәремдә минең зәңгәрлек юҡ. М. Сиражетдинов.
2. Зәңгәр бушлыҡ, асыҡ күк йөҙө. □ Синева неба. ■ Болот араһынан көлөп ҡуя яулыҡ саҡлы ғына зәңгәрлек. Р. Бикбаев.
ЗӘҢГӘРЛӘНЕҮ (зәңгәрлән-) (Р: становиться голубым; И.: turn blue; T.: mavileşmek) ҡ.
1. Зәңгәр төҫкә инеү. □ Становиться голубым, голубеть. ■ Миәс буйҙарында нур арта. Зәңгәрләнеп, кесерәйеп беҙҙән сигенгәндәй була Уралтау. К. Кинйәбулатова.
2. Зәңгәр булып күренеү. □ Казаться голубым. ■ Алыҫта Йөрәсем тауы куренә. Уның итәгендәге урман зәңгәрләнеп йәйелеп ята. С. Агиш.
ЗӘҢГӘРЛӘТЕҮ (зәңгәрләт-) (Р: придать голубой цвет; И.: make blue; T.: mavileştirmek) ҡ.
Зәңгәр итеп күрһәтеү; зәңгәр төҫ биреү. □ Придать голубой цвет, сделать голубым.
■ Алыҫ-алыҫҡа һуҙылып киткән Нарыҫ тауҙарын зәңгәрләтеп таң атты. Ә. Зәйнуллин. Зәңгәр һауа, зәңгәр болот зәңгәрләтә диңгеҙҙе. Халыҡ йырынан.
ЗӘҢГӘРЛӘҮ (зәңгәрлә-) (Р: сделать голубым; И.: render blue; T.: mavileştirmek) ҡ.
1. Зәңгәр төҫлө итеү. □ Сделать голубым. Зәңгәрләп буяу.
2. Зәңгәр төҫкә индереү, зәңгәр төҫ биреү. □ Отразить голубизну. Диңгеҙҙе зәңгәр кук зәңгәрләй.
ЗӘҢГӘРСУҠ (зәңгәрсуғы) (Р: василёк; И.: cornflower; T.: peygamber çiçeği) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған зәңгәр сәскәле ҡый үләне; арыш зәңгәре. □ Василёк. Зәңгәрсуҡ йыйып гөлләмә яһау.
ЗӘҢГӘР СӘСКӘ и. һөйл. ҡар. зәңгәрсуҡ.
ЗӘҢГӘР ТАШ (Р: лазурит; И.: lazurite, lapis lazuli; T.: lacivert taşı) и. мин.
Күк, йәшкелт күк төҫтәге минерал, ҡиммәтле тәбиғи буяу, биҙәү ташы. □ Лазурит.
ЗӘҢГӘРҺЫУ (Р: светло-голубой; И.: light blue, bluish; T.: havai mavi) с. аҙһ. дәр. ҡар. зәңгәр, уменыи. степ, от зәңгәр.
Аҡһыл зәңгәр, зәңгәргә тартым. □ Светло-голубой, голубоватый. ■ Тәбиғәт яланғасланған, куҙ алымы ерҙән йәйелеп ятҡан йәйге зәңгәрһыу куренештәр ҙә хәҙер инде тоноҡ бер төҫкә әйләнгән. М. Тажи. Уның зәңгәрһыу куҙҙәре көмөшләнеп куренгән Иҙел өҫтөндә. Ғ. Хәйри.
ЗӘҢГӘРҺЫУЛАНЫУ (зәңгәрһыулан-) (Р: становиться голубоватым; И.: turn bluish; T.: mavileşmek) ҡ.
Зәңгәрһыу төҫ алыу, зәңгәрһыу булып күренеү. □ Становиться голубоватым.
■ Көнсығыш яҡ зәңгәрһыуланып яҡтыра башланы. Н. Мусин.
ЗӘҢГӘРҺЫУЛАТЫУ (зәңгәрһыулат-) (Р: придать светло-голубой оттенок; И.: make bluish; T.: mavileşmek) ҡ.
Зәңгәрһыу итеп күрһәтеү, зәңгәрерәк төҫ биреү. □ Придать светло-голубой оттенок. М Таң һарыһы ҡар өҫтөн зәңгәрһыулатып ебәрҙе. Картотека фондынан.
637