Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 731


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНВАРИАНТ
һүҙҙәренә инабат итеп ахырында мыуафәҡәт итте. Р. Фәхретдинов.
ИНАБАТ ҠЫЛЫУ (инабат ҡыл-) ҡ. ҡар. инабат итеү.
ИНАБАТЛЫ (Р: надёжный; И.: reliable, trustworthy; T.: güvenli) с.
1. Һүҙендә, вәғәҙәһендә тороусан; ышаныслы. □ Надёжный; благонадёжный. Инабатлы ир.
2. күсм. Намыҫлы, әҙәпле. □ Честный, добросовестный. Инабатлы бала. Инабатлы булыу.
3. Тыйнаҡ. □ Скромный. Инабатлы ҡыҙ.
ИНАБАТТЫ ЕБӘРЕҮ (инабаттыебәр-)
(Р: не оправдать доверие; И.: deserve no credit; T.: güveni haklı çıkarmamak) ҡ.
Ышанысты аҡламау, ышанысты бөтөрөү. □ Не оправдать доверие. Кеше алдында инабатты ебәрергә ярамай.
ИНАБАТҺЫҘ (Р: ненадёжный; И.: untrustworthy, unreliable; T: güvenilir olmayan) c.
1. иҫк. һүҙен, вәғәҙәһен боҙоусан; ышанысһыҙ. □ Ненадёжный; неблагонадёжный. Инабатһыҙ кеше.
2. күсм. Намыҫһыҙ, әҙәпһеҙ. □ Нечестный, недобросовестный. Инабатһыҙ әҙәм.
ИНАНДЫРЫУ (инандыр ) ҡ. йөкм. ҡар. инаныу, понуд. от инаныу.
ИНАНИАТ [ғәр. (Р.; зазнайство; И.: conceit; T: bencillik) и. иҫҡ.
Мин-минлек. □ Зазнайство, спесь, высокомерие; эгоизм. Ҡайһы бер кешеләрҙең инаниаты көслө. ■ Инандым мин Аллаға, инаниат юҡ беҙҙә. Мөнәжәттән.
ИНАН-ҠАНАН (Р: спокойно; И.: still; T: rahatça) р.
Ашығыс эштәр, ығы-зығылар бөтөп, иркенгә ҡалғас. □ Спокойно, не торопясь. Инан-ҡанан башҡарыу.
ИНАНМЫШ и. ҡар. ышаныу II. ■ Бер инанмыш, ғәҙәттә, сихри заттар менән бер осрашыуҙы ғына бәйән итә. Ә. Сөләймәнов.
ИНАНЫС (Р: вера; И.: faith; T: inanç) и.
Ныҡлы ышаныс. □ Вера, убеждение.
■ Киреһенсә, уның [Әҙибәнең] инанысы һәм алданыуҙары, һөйөүе менән нәфрәте, өмөттәре һәм күңел төшөнкөлөгөнән туҡылған хазинаһын уртаҡлашҡыһы килә.
Г. Ғиззәтуллина. Төйөрөм кәүҙәле был ир [Фазлетдин] үҙен ерҙә хужа һымағыраҡ тоя: һүҙе лә, уйы ла, эше лә ышаныслы. Инаныстарынан һис тайпылмаҫ! Р. Камал.
ИНАНЫСЛЫ (Р: надёжный; И.: safe; T: güvenilir) с.
Ныҡ ышаныслы. □ Надёжный. Инаныслы ир. Инаныслы ҡатын.
ИНАНЫУ (инан-) (Р: верить; И.: trust; T: inanmak) ҡ.
Бик ныҡ ышаныу. □ Верить, веровать во что. Аллаға инаныу. ■ Ҡыҙының үкһеп илағандан һуң, балҡып киткән тәбиғәт һымаҡ яҡтырыуын күргәс, Әҙибәнең хаҡлығына инанды абышҡа. Г. Ғиззәтуллина. [Әсәһе] һуңлап булһа ла Рафиғы менән Линара араһында ысын мөхәббәт барлығына инанғайны инде. Л. Яҡшыбаева. Менгән генә атым, ай, күк сыбар, аҡ сергеләр һалһаң, тир сығыр. Дуҫ-иштәрем бар, тип инанмайым, шул дуҫ-иштәреңдән сер сығыр. Халыҡ йырынан.
ИНАУГУРАЦИЯ [рус. < ингл. inauguration ‘вазифа алыу’] (Р: инаугурация; И.: inauguration; T: göreve başlama töreni) и.
Дәүләт башлығының шулай уҡ рим папаһының вазифа башлаған саҡта тантаналы рәүештә ант итеүе. □ Инаугурация. Башҡортостан президенты инаугурацияһы.
ИНВАЛИД [рус. < фр. invalidus ‘көсһөҙ’] (Р: инвалид; И.: invalid; T.: malul) и.
Берәй сәбәптән тотош йәки яртылаш эшкә яраҡһыҙ булып ҡалған кеше. □ Инвалид. / Инвалидный. ■ Әкрәм медицина комиссияһына саҡырылды. Өс тапҡыр яраланыуын иҫәпкә алып, уға икенсе группа инвалиды тигән документ бирелде. Ә. Хәкимов.
ИНВАЛИДЛЫҠ (инвалидлығы) (Р: инвалидность; И.: disability; T: malullük) и.
Инвалид хәле, инвалид булған хәл. □ Инвалидность. ■ Бер нисә ай дауаланғас, миңә икенсе группа инвалидлыҡ биреп госпиталдән сығарҙылар. 3. Ураҡсин.
ИНВАРИАНТ [рус. < фр. invariant ‘үҙгәрешһеҙ’] (Р: инвариант; И.: invariant; T.: değişmez değer)w.
731