ИМӘН КҮКӘЙЕ
ИМӘН КҮКӘЙЕ и. бот. диал. ҡар. имән сәтләүеге.
ИМӘН ҠАҘЫҠ (Р.: дубовый кол; И.: oak(en) stake; T.: meşe kazığı) и. миф.
Убыр ҡәберенә ҡағыла торған ҡаҙыҡ. □ Дубовый кол, вбиваемый в могилу вампира.
ИМӘНЛЕК (имәнлеге) (Р: дубняк; И.: oak-grove; T.: meşe ormanı) и.
Имән ағастары үҫкән ер. □ Дубняк, дубрава. ■ Имәнлек уренән аяҙ көндө аҡ тау башындағы аҡ ҡала ялт итеп ялтырап куренеп тора. 3. Биишева. Дачаның тирә-яғын уратып алған шыршы, ҡайын, имәнлек араһында — ҡоштар баҙары. Д. Бүләков. Урал ғына тауҙың биттәрендә япраҡ ярған матур имәнлек. Халыҡ йырынан.
ИМӘНЛЕК БАЖАТЫ (Р: мятлик дубравный; И.: meadow grass; T.: Ahşap bluegrass) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған тар йомшаҡ йәшел япраҡлы үҫемлек. □ Мятлик дубравный (лат. Роа nemoralis). Имәнлек бажаты йәй көнө сәскә ата.
ИМӘНЛЕК ЮШАНЫ (Р: вероника полевая; И.: veronica, speedwell; T: mısır yavşan) и. бот.
Күп йыллыҡ дарыу үләне. □ Вероника (водяника) полевая (лат. Veronica arven-sis). ■ Дарыу өсөн имәнлек юшанының өҫкә өлөшөндәге япраҡтары һәм сәскәһе ҡулланыла. Интернет селтәренән.
имән сөй и. ҡар. имән ҡаҙыҡ. ■ Ҡәбергә убыр йөрөмәһен тип имән сөй ҡағалар. Башҡорт мифологияһынан.
ИМӘН СӘТЛӘҮЕГЕ (Р: желудь; И.: acorn; T.: palamut) и. бот.
Ялтыр көрән ҡабыҡлы имән емеше (орлоғо). □ Желудь (лат. Glans). Имән сәт-ләуеге йыйыу.
ИМӘН СӘТЛӘҮЕКСЕЛӘРЕ (Р.: орехотворки дубовые; И.: oak gallflies; T.: mazı arısı) и. зоол.
Имән япраҡтарында оролар барлыҡҡа килтереүсе бөжәктәр. □ Орехотворки дубовые (лат. Су nips querqufolii). ■ Имән япраҡтарындағы оролар имән сәтләуек-
селәренең кукәйенән уҫеп сыға. Интернет селтәренән.
ИМӘН ТУЙЫРАҺЫ и. бот. диал. ҡар. имәнлек юшаны.
ИМӘН ТЫҢҠАУЫҒЫ и. бот. диал. ҡар. имәнлек юшаны.
ИМӘН ӘКӘЛӘҺЕ и. бот. диал. ҡар. имәнлек юшаны.
ИМӘН ЯПРАҠ ТӨРГӨСӨ (Р: листовёртка дубовая; И.: tortrix moth, green oak moth; T.: yeşil meşe) и. зоол.
Ҡоротҡос күбәләк. □ Листовёртка дубовая (лат. Tortrix ciridana).
ИМӘС (Р: не; И.: not; T.: değil) мөн. иҫк.
Нимәнелер кире ҡағыу, инҡар итеү мәғәнәһен белдерә; түгел. □ Не. ■ Сәғит әфәнде иркәктәренең, каруандар әйҙәй-әйҙәй, шәреҡ илдәренә барып, һарт баҙарҡандары араһында сауҙа итеу генә имәс был. Ғ. Ибраһимов.
ИМӘҮ и. диал.
1. ҡар. таяу!.
2. кусм. Таяныс, терәк, ярҙам. □ Опора, поддержка. Илгә имәу булыу.
ИН (Р: метка; И.: mark, tag; T.: işaret) и.
1. Малдың ҡолағына, ҡош-ҡорттоң тәпәй ярыһына ҡырҡып һалынған тамға; инәү. □ Метка (на ушах животных, на лапках птиц). ■ [Аҡһаҡ ҡола:] Һыртымды ярып хур иттең, ҡолағым ярып ин иттең. «Аҡһаҡ ҡола».
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, кешеләге төрлө миң, сөйәл - Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән тамға. □ Метка (различные родинки, бородавки башкиры считают меткой. Отмеченность башкиры связывают со Всевышним). Ине бар.
ИНАБАТ [ғәр. (Р: доверие; И.: confidence; T: inanç) и.
Кемгәлер белдерелгән ышаныс, выждан, намыҫ. □ Доверие. Инабатын һатҡан. • Яҡшынан инабат, ямандан — касафат. Әйтем.
ИНАБАТ ИТЕҮ (инабат ит-) (Р: верить;
И.: believe; T.: inanmak) ҡ.
Ышаныс белдереү, ышанып ҡарау. □ Верить, доверять, оказывать доверие. ■ [Әсмә] Хәмиҙәнең майҙан йомшаҡ, балдан ләззәтле
730