ИМӘНЕҮ
ҡороп тегелгән кейем (әйбер). □ Лоскутная рубашка.
ИМӘЛТӘ КӘПӘС и. ҡар. имәлтә күлдәк.
ИМӘЛТӘ ТАЯҒЫ (Р.: палка; И.: stick; T.: sopa) и. этн.
Имәлтәгә ҡорама йыйғанда тотоп йөрөй торған таяҡ (кеше сепрәкте шул таяҡҡа таға ). □ Палка, на которую вешают лоскуты, собранные по домам.
ИМӘЛТӘ ЮРҒАН и. ҡар. имәлтә күлдәк.
ИМӘЛӘМӘ с. диал. ҡар. өймәләмә.
ИМӘН [дөйөм төрки имән, эмән\ (Р.: дуб; И.: oak; T.: meşe) и.
1. Бук ағастары ғаиләһенә ҡараған, киртләс ситле эре япраҡлы, сәтләүеге булған ҡаты ағас. □ Дуб. / Дубовый (лат. Quercus). Имән таҡта. Имән сәтләүеге. Йәш имән. Ҡышҡы имән. Имән ботағы. Имән тамыры. Имән түмәре. Имән ҡабығы. Ҡуш имән. Я Ғибәҙәт кәләшен тау түбәһендәге тарбаҡ имән төбөндә таж үреп ултырған сағында барып тапты. Г. Ғиззәтуллина. Ҡуҙыйкүрпәс атаһының уғын йәйәһенән башағына тиклем тартып, йыуан имәнде яра атыр, осҡан ҡошто һауала, кейек йәнлекте йүгереп барышлай атып үлтерер булған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Ҡайындың туҙын маҡта, имәндең үҙен маҡта. Мәҡәл.
2. миф. Кешегә көс-ҡеүәт, һаулыҡ биреүсе, ирҙәр символы булып торған мифик ағас. □ Дуб (мифологизированное дерево, способное наделить человека силой и здоровьем, имеет мужскую символику).
♦ Имән кеүек йәки имәндәй ныҡ көс-ҡеүәте ҙур, һаулығы яҡшы, ныҡлы ир-атҡа ҡарата әйтелә. □ Крепок, как дуб. Я [Юлдыбай] Ишбулат ағайҙың имән кеүек ҙур мыҡты кәүҙәһенә ҡыҙыҡһынып ҡарай башланы. 3. Биишева.
ИМӘН АЛМАҺЫ и. бот. диал. ҡар. имән сәтләүеге.
ИМӘН БАРМАҠ (бармағы) и. анат. диал. ҡар. һуҡ бармаҡ. Я Хәлимов быяла кеүек шымарып бөткән счёт төймәләрен урта һәм имән бармаҡтары менән алмашлап сылт-сылт тартып ултыра. И. Абдуллин.
ИМӘН БӨРӨҺӨ и. бот. диал. ҡар. имән сәтләүеге.
ИМӘН БӘШМӘГЕ (Р: поддубник; И.: boletus luridiformis; T.: ayı mantarı) и. бот.
Аҡ бәшмәклеләр ғаиләһенә ҡараған ҡаты итләс шыма ялтыр бәшмәк. □ Поддубник, дубовик крапчатый (лат. Boletus erythropus). Имән бәшмәге ашарға яраҡлы.
ИМӘНДЕРГЕС с. ҡар. имәнес.
ИМӘН ЕМЕШЕ и. бот. диал. ҡар. имән сәтләүеге.
ИМӘНЕС (Р: жуткий; И.: terrible; terrifying; T.: dehşet verici) c.
1. Ҡарап тороуға ҡотһоҙ; шөкәтһеҙ, ерәнес; имәндергес, имәнесле. □ Жуткий, страшный. Имәнес йөҙ. Имәнес ҡиәфәт. Я [Әсмә:] Абау, анау бүреләр, нисек ашайҙар һөрһөп ятҡан имәнес баҡаларҙы, фу! Г. Яҡупова. Улар [рустар] үҙҙәре менән алып килгән мырҡылдап-сыйылдап йөрөгән сусҡалар, башҡорттар өсөн ниндәйҙер имәнес, шаҡшы хайуан кеүек тойола. М. Хужин.
2. Күңелгә шом, ҡурҡыу һалырлыҡ; ҡурҡыныс; имәндергес (тауышҡа ҡарата). □ Страшный, истошный (о крике). Я Имәнес тауыш менән олоп, миналар ярыла, пулялар выжлап оса, һаҫыҡ ҡара төтөн аша бер ни күрерлек түгел. Ә. Хәкимов.
3. Тәнгә ҡыйын, сирҡаныс, ытырғаныс; имәндергес, имәнесле. □ Отвратительный, омерзительный. Я Ҡатын-ҡыҙҙы түбәнһетеүҙең иң имәнес ысулына ҡаршы тотҡонлоҡта кемдең сараһы бар?! Г. Ғиззәтуллина. Муйынымдан һыуҙа, тубыҡтан имәнес батҡаҡта торған хәлдә, тарта торғас, арҡалығын ыскындырҙым, әлдә элмәкләп бәйләнгән икән. Ф. Иҫәнғолов.
♦ Әҙәм имәнесе кеше ерәнерлек, кешенең ҡотон алырлыҡ; ҡурҡытҡыс. □ Страшный, омерзительный.
ИМӘНЕСЛЕ с. ҡар. имәнес.
ИМӘНЕҮ (имән-) (Р: вздрагивать от отвращения; И.: feel repugnance; T: sarsılmak) ҡ.
1. Сирҡаныу, ытырғаныу. □ Вздрагивать от отвращения; испытывать отвращение. Имәнеп ҡарау.
2. Шомланыу, ҡурҡыу. □ Опасаться, тревожиться. Ҡараңғылыҡтан имәнеү.
729