ИМ-ТОМ ИТЕҮ
лалары куп улгәс, өмөтһөҙлөккә төшөуен дә анрай. Н. Мусин.
ИМ-ТОМ ИТЕҮ (им-том ит-) ҡ. ҡар. имләү. ■ Фәтҡуллаға йәше тулыр-тулмаҫ, ҡысынма сире йәбешә, аҙаҡ был алама сир аҙғандан-аҙып, башына менә. Купме им-том итмәһендәр, шифаһы булмай. Ә. Хәкимов.
ИМ-ТОМ ИТЕҮСЕ и. ҡар. имсе. Им-том итеусегә барыу.
ИМ-ТОМСО и. ҡар. имсе. ■ Нимәгәлер абыныпмы, тайыпмы йығылғас, урынынан ҡуҙғала алмаған ҡыҙҙы куреуселәр өйгә кутәреп алып ҡайтҡан. Шундуҡ им-томсо саҡырғандар. Р. Ураҙғолов. Унһыҙ ҙа куңеле китек Шәрғиә, уҙен ғәйепле һанап, бик ныҡ бошондо, әллә нисәмә им-томсоға куренеп ҡараны, өшкөрөлгән дарыуҙар эсте, ләкин шифа тапманы. Ә. Хәкимов.
ИМТӘЛЕҮ (имтәл-) ҡ. диал. ҡар. интегеү. Имтәлеп йөрөу.
ИМҺЕҘ I (Р.: неизлечимый; И.: incurable; not to be cured; T.: devasız) c.
1. Дауа, им килешмәгән, йүнәлмәй торған, һауыҡтырып булмаған (ауырыуға ҡарата). □ Неизлечимый.
2. кусм. Булдыҡһыҙ, эшкинмәгән. □ Бестолковый. N Бына был имһеҙ кейәу менән ҡуҙғалып буламы ни? — Раузаның һенреһе ирен этәреп ебәргән булды. Р. Солтангәрәев.
3. кусм. Мәшәҡәтле, тынысһыҙ. □ Беспокойный, неспокойный, неугомонный. Имһеҙ кеше.
ИМҺЕҘ II (Р: очень; И.: very; T.: pek) р. диал.
Бик, үтә, ныҡ. □ Очень, сильно. Имһеҙ тырышыу.
ИМҺЕҘЛӘНЕҮ (имһеҙлән-) ҡ. ҡайт. ҡар. имһеҙләү, возвр. от имһеҙләү. Бала эсе ауыртып имһеҙләнде.
ИМҺЕҘЛӘҮ (имһеҙлә-) (Р: беспокоить; И.: disturb; T.: rahatsız etmek) ҡ. диал.
Тынысһыҙлау, тынғыһыҙлау. □ Беспокоить, тревожить. Кешене имһеҙләу.
ИМШЕТЕҮ (имшет-) (Р: немного, чуть греть; И.: warm, heat; T: ısıtmak) ҡ.
Әҙ генә йылытыу, йылымыс хәлгә килтереү. □ Немного, чуть греть, нагревать, согревать. ■ Ялыҡтырғыс быҫҡаҡ ямғырҙар
артынан һыуытыңҡырап, тәуге ҡар ер өҫтөн ҡаплағас, һауа таҙарып, куңелдәргә рәхәт булып ҡалғайны. Ләкин был купкә барманы, көндө аҙыраҡ имшетеу менән ҡарҙы иретте лә ҡоро һыуыҡтар башланып китте. Я. Хамматов.
ИМШЕҮ I (имше-) (Р: греться; И.: warm oneself; T: ısınmak) ҡ.
1. Йылы хәлгә килеү, әҙ генә йылыу. □ Греться, нагреваться, подогреваться. Көн имшей башланы.
2. кусм. Йомшарыу, нескәреү. □ Растрогаться, расчувствоваться. К Бай буләктәр ҙә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмағандыр, әбейҙең куңеле бөтөнләй имшеп китте. Г. Ғиззәтуллина.
ИМШЕҮ II (Р: тёпленький; И.: tepid, lukewarm; T.: ılık) с.
Йылы ғына, йылымыс. □ Тёпленький, чуть тёплый. Имшеу һыу. И Әсәһе имшеу һыу менән уның [Миңлегөлдөң] уҡмаш ҡанын йыуҙы, дегәнәк япрағы ҡуйып, һәйбәтләп ураны. Ә. Хәкимов. Әбей самауырҙан имшеу һыу ағыҙып алып, ҙур бер таш туҫтаҡҡа ҡорот иҙҙе һәм һыулаған ҡоротҡа ҡалаҡ башындай һары май һалып, әсәне тәрбиәләне. Ж. Кейекбаев.
ИМШӘҮ и. диал. ҡар. бөрләтәү.
ИМӘЛТӘ (Р: имущество; И.: property; belongings; T: mal mülk) и. этн.
1. Ғаилә ҡороу өсөн ярлы кешегә ырыу тарафынан бирелгән мал йәки бүтән нәмә. □ Имущество, скот, выделенные родовой общиной бедняку для того, чтобы он имел возможность жениться. ■ Имәлтәне eme, ҡырҡ өйҙән йыйғандар. Башҡорт мифологияһынан.
2. миф. ҡар. имәлтә күлдәк. Имәлтә кулдәк. Имәлтә кәпәс. Имәлтә бишмәт. Имәлтә юрған.
ИМӘЛТӘ БИШМӘТ и. ҡар. имәлтә күлдәк.
ИМӘЛТӘ КҮЛДӘК (Р.: лоскутная рубашка; И.: patch shirt; T: parçalardan dikilmiş gömlek) и. миф.
Балаға күҙ теймәһен йәки им өсөн өй беренсә йыйған, 3, 7, 40 сепрәк киҫәктәренән
72.8