Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 727


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

им-том
һыуыҡ тейеү йәки башҡа сәбәптән имсәк биҙҙәренең шешеүе. □ Грудница, мастит. Имсәк шеше менән интегеү. Имсәк шешен дауалау.
ИМ ТАБЫУ (им тап-) (Р.: находить средство для исцеления; И.: bind a remedy; T.: ilaç bulmak) ҡ.
Ауырыуға ҡаршы сараһын (дауаһын) табыу □ Находить средство для исцеления. Күпме имселәргә йөрөнөм, имен таба алманылар.
ИМ ТАШЫ (Р.: заговорный камень; И.: invocatory stone; T.: büyü taşı) и. миф.
Имләү өсөн ҡулланылған үҙенсәлекле таш. □ Заговорный камень.
ИМТЕК I с. диал. ҡар. ауыш 1.
ИМТЕК II (имтеге) и. диал. ҡар. имеҙлек.
ИМТЕКЛӘТЕҮ (имтекләт ) ҡ. йөкм. ҡар. имтекләү, понуд. от имтекләү. Быҙауҙан еленде имтекләтеү.
ИМТЕКЛӘҮ (имтеклә-) (Р: посасывать; И.: suck (at) a bit; T.: emmek) ҡ.
Төрткөләп-төрткөләп әҙ-мәҙ имеү (малға ҡарата). □ Подпускать телёнка к корове (перед доением); посасывать. Быҙау һыйырҙың еленен имтекләне. Һыйырҙы һауып бөткәс, быҙауҙы имтекләргә ҡушалар.
ИМТИХАН [ғәр. û^!| (Р: экзамен; И.: examination; T.: imtihan) и.
1. Белем кимәлен билдәләү өсөн алынған һорау. □ Экзамен. Имтихан алыу. Имтиханға әҙерләнеү. Имтихан тапшырыу. ■ [Әхмәттең] тик юлы уңманы, училищеға ҡабул итеү имтихандары бөткән булып сыҡты. 3. Ураҡсин. Берҙәм дәүләт имтиханы алымын һәр төбәктә индереү күп проблемалар тыуҙыра. «Ағиҙел», № 2, 2011.
2. күсм. Тормош тарафынан ҡуйылған һынау. □ Испытание, проверка. ■ Нимә ул был донъя? Ҡайһыһы имтихан, ҡайһыһы баһа? Г. Ғиззәтуллина.
ИМТИХАН АЛЫУ (имтихан ал-) (Р: проэкзаменовать; И.: examine smb; T.: imtihan almak) ҡ.
Билдәле бер фән, предмет буйынса уҡытыусының, комиссияның һ. б. яуап алыуы. □ Проэкзаменовать. Башҡорт теленән имтихан алыу.
ИМТИХАН БИРЕҮ (имтихан бир ) (Р: сдавать экзамен; И.: take an examination; T.: sınavı vermek) ҡ.
1. Билдәле бер фән, предмет буйынса уҡытыусы, комиссия һ. б. ҡуйған талаптарға ҡәнәғәтләнерлек яуап биреү, һынау үтеү.
□ Сдавать экзамен. ■ Йәмиләнең бер урынға утыҙ биш кеше дәғүәләшкән актёр бүлегенә имтихан бирергә йөрьәт итеүе дыуамаллыҡтың сигенә тиң булды. Г. Ғиззәтуллина. Имтихан биргәндә лә ҡайсаҡ һылыулыҡ бик ныҡ ярҙам итә икән ул. Ф. Аҡбулатова.
2. күсм. Тормош ҡуйған һынауҙы үтеү.
□ Пройти испытание, проверку. И Әйе, тормош - университет. Айырма тик бында шул ғына: имтиханды бында эш менән бирәсәкһең халҡың алдында. М. Сөндөклө.
ИМТИХАН ТАПШЫРЫУ (имтихан тапшыр-) ҡ. ҡар. имтихан биреү.
ИМТИХАН ТОТОУ (имтихан тот-) ҡ. ҡар. имтихан биреү. ■ [Мәҙинә:] Консерваторияның вокал бүлегенә имтихан тоторға әҙерләнәм. Т. Ғарипова. Һәр осор, һәр быуын тарих алдында имтихан тота. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010.
ИМТИЯЗ [ғәр. j^)] (Р: привилегия; И.: privilege; T.: ayrıcalık) и. иҫк. кит.
1. Бүтән кеше алдындағы өҫтөнлөк.
□ Привилегия, преимущество. Кешеләр алдында уның имтиязы ҙур.
2. Имтиханды бик яҡшы тапшырған өсөн бирелә торған маҡтау ҡағыҙы. □ Похвальная грамота. Имтияз тапшырыу. Имтияз алыу. Имтияз менән бүләкләнеү.
ИМ-ТОМ (Р: заговор; И.: charm, spell (against); T.: büyü) и. йыйн.
Ауырыуға ҡаршы төрлө имдәр, ырымдар, дауалау әмәлдәре. □ Заговор, заклинание (болезни). ■ Моғайын, был яҡтарҙа ла ауыл ҡатын-ҡыҙы төрлө им-том, үлән шифаһы кеүек нәмәләрҙе белмәй булмаҫ. Ә. Хәкимов. Ул [Балтабикә] ен, зәхмәт, им-том тирәһендә тирә-яҡҡа мәшһүр бер ҡарсыҡ булып танылған. Д. Юлтый. Иренә ҡаршы һүҙ әйтмәне Ғәрифә, уның өшкөртөү-төкөртөү, им-томға әллә ни иҫе китеп бармауын да, ба
727