имсәк
ИМСӘК I (имсәге) [боронғо төрки эм-чик\ (Р.: женская грудь; И.: breast; bosom; T.: meme) u.
1. Ҡатын-ҡыҙҙың күкрәгендә түңәрәкләнеп ҡабарып торған һөт биҙҙәре.
□ Женская грудь. Имсәк һөтө. Имсәк ауырыуы. Имсәк теше. ■ Сабыйҙың бер ғәҙәте бар: имсәкте ҡаба ла бәләкәй генә бармаҡтары менән әсәһенең тушен рәхәт иттереп тырнап ята. Н. Мусин. Ишеккәйем алды, ай, тирәккәй, тирәккәйҙә ҡуйы еләккәй. Риза ғына микән, бәхил микән имсәккәйен биргән инәкәй. Халыҡ йырынан. • Иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр. Мәҡәл.
2. Елендең ослайып сыҡҡан имеҙлеге.
□ Сосок (у коровы, козы и т. п.). ■ Алаҡас бушамай, эңергәсә куберәк һөт йыйып ҡалырға тейеш, имсәге бушаҡ әле. Р. Камал. [Сәлимә — Сөләймәнгә:] Һыйырҙың елененә кистән ук ыуыҙы төшөп тора ине, имсәген тартҡылаштырып ҡараным бит, бар инде, берҙән-бер малыңды ла ҡарарға йыбанып ятма. 3. Ураҡсин. Һарыҡай йомшаҡ мороно менән инәһенең еленен төрткөсләп, һөтөн имсәктәренә төшөрөп ала ла туйғансы татлы һут имә. С. Ильясов.
3. кусм. һөйл. Сурайып, ослайып сығып торған төрлө нәмә. □ Выступ. Ҡуш имсәкле көмөш йөҙөк.
4. миф. Тәндең мифлаштырылған ағза өлөшө, сабыйҙы өлөшлө итеүҙә ҡатнаша. □ Ғрудь; мифологизированная часть тела, участвует в наделении новорождённого ртом, долей.
ИМСӘК II и. диал. ҡар. имсәк бала. Ул атаһынан имсәк кенә калды.
ИМСӘК БАЛА (Р: грудной ребёнок; И.: baby; infant; T.: meme, süt çocuğu) и.
Имеүен әле ташламаған; имгән. □ Грудной ребёнок. И Шаһиҙәнең көндәре, төндәре Салихты уйлау менән утә. Уның өҫтәуе-нә ҡулындағы имсәк балаһы ҡаны кипкән йөрәген тырнай, әрнетә. Ғ. Хәйри.
ИМСӘК ИНӘ (Р: кормилица; И.: wetnurse; T: sütana) и.
Әсәһе киткән арала баланы имеҙеп торған ҡатын. □ Кормилица. ■ Ҡөрьәндең ән-Ниса (Ҡатындар) сурәһендә билдәләнеуенсә,
.. имсәк инәләрегеҙгә, имсәктәш апай-һеңле-ләрегеҙгә, ҡатындарығыҙҙың инәләренә, уҙ ҡанығыҙҙан булған улдарығыҙҙың ҡатындарына, ике туған ҡыҙға, ирле ҡатындарға өйләнеу тыйыла. «Ағиҙел», № 10, 2010.
ИМСӘК ТЕШЕ (Р: молочный зуб; И.: milk tooth; T: süt dişi) и.
Баланың һуңынан төшә торған тәүге теше; сабый теш. □ Молочный зуб. Имсәк тешен һаҡларға кәрәк.
ИМСӘКТӘШ I (Р: молочный брат, сестра; И.: foster brother [sister]; T.: sütkardeş) и.
Әсәнең үҙ балалары һәм ул имеҙгән сит балалар (бер-береһенә ҡарата). □ Молочный брат; молочная сестра. ■ Ни тигәс тә шул яман: бер имсәктәш туғаның ситкә серен биргәне; батырҙың, яңғыҙ ҡалғаны. Ҡобайырҙан. [Хан:] Мин уның [егеттең] әсәһенең кукрәк һөтөнә баҫып бешерелгән кәлсәһен ашаным. Тимәк, хәҙер уның имсәктәш туғаны булдым. Әкиәттән.
ИМСӘКТӘШ II (Р: родной; И.: milk brother or sister; T.: sütkardeş) с. диал.
Бер туған. □ Родной. Имсәктәш ҡусты. ■ Имсәк сәнсһә, имсәктәш туғаның килер, тибеҙ. Башҡорт мифологияһынан.
ИМСӘК ҺӨТӨ (Р: грудное молоко; И.: breast milk; T.: süt) и.
1. Имсәк имеҙгән әсәнең күкрәк биҙҙәренән сыҡҡан шыйыҡса. □ Грудное молоко. Тәбиғи имсәк һөтө баланың һаулығы өсөн бик файҙалы. • Бишек бауы билеңдә, имсәк һөтө иренеңдә. Мәҡәл.
2. миф. Һаҡлау, ҡурсалау әһәмиәтенә эйә булған күкрәк һөтө. □ Грудное молоко (мифологизированный продукт, обладающий магическими, благотворными, обе-режными свойствами). ■ Яңы тыуған баланы ен, шайтандарҙан һаҡлау өсөн имсәк һөтөн һиптергәндәр. Башҡорттар бөтә сир-ауырыуҙарға ҡаршы имсәк һөтөн ҡулланалар. Башҡорттарҙың им-том китабынан. Куҙ ауырығанда куҙгә имсәк һөтөн һауҙырғандар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11, 2011.
ИМСӘК ШЕШЕ (Р: грудница; И.: mastitis; T.: meme iltihabı) и. мед.
726