ИМСЕ МАЛ
ИМПОТЕНЦИЯ [рус. < лат. impotentia ‘көсһөҙлөк’] (Р.: импотенция; И.: impotence; T.: iktidarsızlık) и. мед.
Эрекцияның йомшарыуы һөҙөмтәһендә енси акттың нормаль үтәлешенең ҡаҡшауы.
□ Импотенция. Импотенция менән интегеу.
ИМПРЕСАРИО [рус. < ит. impresario] (Р: импресарио; И.: impresario; T.: emprezaryo) и.
Ҡайһы бер илдәрҙә тамаша сараларын ойоштороусы йәки артистың агенты. □ Импресарио. Импресарио булып эшләу.
ИМПРЕССИОНИЗМ [рус. < фр. impres-sionisme < impression ‘тәхҫир’] (Р.: импрессионизм; И.: Impressionism; T.: empresyonizm; izlenimcilik) и.
XIX б. урталарында әҙәбиәттә һәм сәнғәттә ижадсының нескә шәхси тойғоларын сағылдырған йүнәлеш. □ Импрессионизм. ■ Был картина [«Өс ҡатын»] сәнғәт белгестәре араһында ҙур ғына бәхәстәр ҙә тыуҙырҙы: нимә ул — рәссамдың реализмдан импрессионизмға кусеуеме? 3. Ураҡсин. Импрессионизмға ижтимағи мәсьәләләрҙән ситләшеу, эстәлеккә ҡарағанда форма менән нығыраҡ мауығыу, ысынбарлыҡты ситкә ҡағып, тормоштан алған шәхси кисерештәрҙе һәм тойғоларҙы сағылдырырға ынтылыу хас. «Ағиҙел», № 3, 2011.
ИМПРЕССИОНИСТ [рус. < фр. impres-sioniste] (Р.: импрессионист; И.: impressionist; T.: empresyonist) и.
Импрессионизм яҡлы кеше. □ Импрессионист. Импрессионист-рәссам.
ИМПРЕССИОНИСТИК [рус. импрессионистический] (Р: импрессионистический; И.: impressionistic; T: empresyonist) с.
Импрессионизм алымына нигеҙләнгән.
□ Импрессионистический. Импрессионистик әҫәр. Импрессионистик ҡараш.
ИМПРОВИЗАТОР [рус. < ит. improvci-satore] и. ҡар. сәсән.
ИМПРОВИЗАТОРЛЫҠ (импровизаторлығы) и. ҡар. сәсәнлек. ■ Импровизаторлыҡ һәләте, курәһең, Рәхилә еңгәгә әсәһенән бирелгәндер. Ул беҙгә лә бик куп әһәмиәтле әҫәрҙәр яҙҙырҙы. К. Мәргән.
ИМПРОВИЗАЦИЯ [рус < ит. improvvi-sazione] и. ҡар. сәсәнлек.
ИМПРОВИЗАЦИЯЛАУ (импровизацияла-) [рус. < ит. improvisare < improvvisio ‘ҡапыл’] ҡ.
1. ҡар. сәсәнлек итеү. Оҫта импровизациялау.
2. кусм. Нимәнелер тиҙ генә уйлап сығарыу. □ Импровизировать; выдумывать, сочинять. Уйындар импровизациялау.
ИМПРОВИЗАЦИЯ ЯҺАУ (импровизация яһа-) ҡ. ҡар. импровизациялау.
ИМПУЛЬС [рус. < лат. impulsus ‘этәргес’] (Р.: импульс; И.: impulse; T.: itki; içtepi) и. • .
1. Ҡапыл бер эшкә, хәрәкәткә эткән эске тулҡын. □ Импульс. Ижадҡа импульс.
2. физ. Есем массаһы менән хәрәкәт уның тиҙлегенең үҙ-ара ҡабатланыуына тиң булған хәрәкәт миҡдары. □ Импульс.
3. физиол. Нервы уятҡыстарының эшмәкәрлеге арҡаһында барлыҡҡа килгән ирекһеҙ хәрәкәт. □ Импульс. Нервы импульсы.
ИМПУЛЬСИВ [рус. импульсивный] (Р.: импульсивный; И.: impulsive; T.: tepisel; impülsif) с.
1. Ирекһеҙҙән яһалған. □ Импульсивный. Импульсив хәрәкәттәр.
2. кусм. Артыҡ хәрәкәтсән. □ Импульсивный (подвижный). Импульсив кеше.
ИМПУЛЬСИВЛЫҠ (импульсивлығы) (Р: импульсивность; И.: impulsion; T: içtepi) и.
Импульсив булыу хәле. □ Импульсивность.
ИМСЕ (Р: знахарь; И.: healer, medicine man; T.: otçu, kurşuncu) u.
Төрлө ырымдар, өшкөрөүҙәр, имдәр, үләндәр һ. б. саралар менән дауалаусы; имләүсе, им итеүсе. □ Знахарь; заклинатель. ■ Әлфирә кистән имсе Файзаданы, Һа-ҙыйҙың Миңдеямалын, Тәзейҙең Бәйәне менән ултырған ҡыҙы Тәнзиләне ҡаҙ өмәһенә уҙе әйтеп ҡайтҡайны. Р. Камал.
ИМСЕЛЕК (имселеге) (Р: знахарство; И.: healing (craft); T.: büyü ile iyi etme) u.
Им-том менән шөғөлләнеү эше. □ Знахарство. Имселек итеу.
ИМСЕ МАЛ и. диал. ҡар. инсе мал.
725