ИМПЕРИЯ
листик һуғыштың халыҡҡа зыяндан башҡа файҙаһы юҡ. Я. Хамматов.
ИМПЕРИЯ [рус. < лат. empirium ‘хакимлыҡ’] (Р.: империя; И.: empire; T.: imparatorluk) и.
1. Башында император торған монархия дәүләте. □ Империя. / Имперский. ■ Перовскийҙың сәйәси һәм хәрби пландар хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләуе бында ҡатнашыусыларға оҡшай, бөйөк империя өсөн ниндәйҙер эске ҡәнәғәтлек тойғоһо уята ине. 3. Ураҡсин.
2. Ҙур колониаль биләмәләре булған эре дәүләт. □ Империя. ■ Бөгөн тәхетҡалала ул [Мифтахетдин Аҡмулла] кургән нәмәләрҙең бөтәһе лә Рәсәй империяһының бөйөклөгөн һәм ҡеуәтле ил булғанлығын иҫбатлай кеуек. Ф. Янышев. 1773—1775 йылдарҙа империяны дер һелкеткән Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғас, ҡулға алынған куренекле пугачёвсыларҙы ла Балтик портына каторгаға оҙата башлайҙар. Б. Рафиҡов. Пётр Беренсе хөкөм һөргән саҡта уҡ әле Рәсәй империяһының йоғонтоһон көнсығышҡа табан йәйелдереп, .. сауҙа эштәрен яйлау хаҡындағы уйҙар бик ныҡ көсәйгәйне. Ғ. Ибраһимов. Рәсәй Империяһында 1897 йылда уткәрелгән беренсе йәниҫәп мәғлумәттәре буйынса, хәҙерге Башҡортостан майҙанына тура килгән территорияла 1991,4 мең кеше ғумер иткән. «Башҡортостан ҡыҙы», № 9, 2010.
ИМПЕРФЕКТ [рус. < лат imperfectus ‘тамамланмаған’] (Р: имперфект; И.: imperfect; T.: hikâye birleşik zamanı) и. лингв.
Ҡайһы бер телдәрҙә оҙайлылыҡты һәм тамамланмағанлыҡты белдергән ҡылымдың үткән заман формаһы. □ Имперфект.
ИМПИЧМЕНТ [рус. < ингл. impeachment ‘хөкөм’] (Р: импичмент; И.: impeachment; T.: memurun itham edilmesi) u.
Хоҡуҡ боҙған юғары вазифалы кешеләрҙе яуапҡа тарттырыу процедураһы. □ Импичмент. Импичмент уткәреу тәртибе.
ИМПЛАНТАТ [рус. < лат. in(im) ‘эсендә’ + plantare ‘ултыртыу’] (Р: имплантат; И.: implant; Т.: implant) и. мед.
Ят организмдан йәки яһалма материалдан алынған трансплантант. □ Имплантат.
ИМПЛАНТАЦИЯ [рус. <лат. in(im) ‘эсендә’+ plantare ‘ултыртыу’] (P: имплантация; И.: implantation; T.: emplantasyon) и. мед.
1. Организмға ят булған туҡымаларҙы, материалдарҙы күсереп ултыртыу операцияһы. □ Имплантация. Эмбрион имплан-тацияһы. Имплантацияға ризалашыу. Имплантация уңышлы утте.
2. Күп төрлө пластик операцияларҙың дөйөм исеме. □ Имплантация. Имплантация буйынса белгес.
ИМПЛАНТАЦИЯ ЯҺАУ (имплантация яһа-) (Р: имплантировать; И.: implant; T.: nakletmek) ҡ.
Ниндәйҙер ят материалды кешегә индереү. □ Имплантировать. Тешкә имплантация яһау.
ИМПОЗАНТ [рус. < фр. imposante] с. ҡар. күркәм 2.
ИМПОРТ [рус. < лат. importare ‘алып килеү’] (Р: импорт; И.: import; T: ithal) и.
Илдең сит дәүләттән тауар, технология индереүе; киреһе - экспорт. □ Импорт. / Импортный. Импортҡа әҙерләу. Ситләтелгән импорт. Импорт йыһаздар. Импорт тауарҙар.
ИМПОРТЁР [рус.] и. ҡар. импортсы.
ИМПОРТЛАУ (импортла-) (Р: импортировать; И.: import; T.: ithal etmek) ҡ.
Сит илдәрҙән (тауар) индереү. □ Импортировать. Төрлө аҙыҡ-тулекте импорт-лау.
ИМПОРТСЫ (Р: импортёр; И.: importer; T.: ithalatçı) и.
Сит дәүләттән тауар, технология һ. б индереүсе ил йәки кеше. □ Импортёр. Нефть буйынса импортсы.
ИМПОТЕНТ [рус. < лат. impotens ‘көсһөҙ’] (Р: импотент; И.: impotent man; T.: iktidarsız) и. мед.
Енси көсһөҙлөк менән ауырыған кеше. □ Импотент.
ИМПОТЕНТЛЫҠ (импотентлығы)
(Р: импотенция; И.: impotent; T: güçsüzlük) и.
Импотент булыу хәле. □ Импотенция. Импотентлыҡты дауалау.
724