ИМПЕРИАЛИСТИК
Иммунодиагностикаға бәйле. □ Иммуно-диагностический. Иммунодиагностик алымдар.
ИММУНОДИАГНОСТИКА [рус] (Р.: иммунодиагностика; И.: immunodiagnostics; Т.: immunodiagnosis) и.
Антиген менән антиесем араһындағы үҙ-ара бәйләнешкә нигеҙләнеп ауырыуҙарға диагноз ҡуйыу ысулы. □ Иммунодиагностика. Иммунодиагностика ҡулланыу.
ИММУНОЛОГ (Р.: иммунолог; И.: immunologist; T.: bağışıklık uzmanı) и.
Иммунология менән шөғөлләнгән белгес. □ Иммунолог. Иммунолог булып эшләу. Иммунолог бурыстары.
ИММУ НО ЛОГИК (Р: иммунологический; И.: immunological; T.: immünolojik) с.
Иммунологияға бәйле. □ Иммунологический. Иммунологик етешмәусәнлек. Иммунологик реакция.
ИММУНОЛОГИЯ [рус. < лат. immunis ‘азат’ + гр. logos ‘тәғлимәт’] (Р: иммунология; И.: immunology; T.: bağışıklık bilimi) и. мед.
Организмдың зарарлы тәьҫирҙәргә ҡаршы тора алыуын, йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланыу мөмкинлектәрен өйрәнә торған фән. □ Иммунология. Толҡат иммунологияһы. Радиацион иммунология.
ИММУНОТЕРАПИЯ [рус. < лат. immunis ‘азат’] (Р: иммунотерапия; И.: immunotherapy; T.: bağışıklık sağlamak için yapılan tedavi) и. мед.
Йоғошло ауырыу менән ауырыған кешеләрҙе вакцина йәки сыворотка менән дауалау ысулы. □ Иммунотерапия.
ИММУНОХИМИЯ [рус. < лат ] (Р: им мунохимия; И.: immunochemistry; T.: bağışıklık kimyası) и. мед.
Иммунологияның иммун бәйләнештәрҙең биохимик нигеҙен өйрәнеүсе бүлеге. □ Иммунохимия. Иммунохимия буйынса белгес.
ИМНӘҮ (имнә-) ҡ. диал. ҡар. емләү 3.
ИМПЕРАТИВ [рус. <лат. impero ‘бойорам’] (Р: императив; И.: imperative; T.: emir kipi) и.
1. Бойороҡ, ҡәтғи талап. □ Императив. / Императивный. Рухи императив. Императив курһәтмә.
2. лингв, ҡар. бойороҡ һөйкәлеше.
ИМПЕРАТОР [рус. < лат. emperator ‘хаким’] (Р: император; И.: emperor; T.: imparator) и.
Монархтарға бирелә торған иң юғары титул һәм шул титулды йөрөткән кеше. □ Император. ■ Владимир Иванович уҙенең хеҙмәт көнөн губерния канцелярияһында уткәрә, император исеменән ебәрелгән ҡағыҙҙарға яуаптар әҙерләй, төрлө кантондарҙан килгән эштәрҙе тикшерә. 3. Ураҡсин.
ИМПЕРИАЛИЗМ [рус. < лат. imperium ‘хакимлыҡ’] (Р: империализм; И.: imperialism; T.: emperyalizm) и.
Капитализмдың эре монополиялар хакимлыҡ иткән, эре капиталистик илдәрҙең үҙ-ара байлыҡ сығанағы һәм сауҙа баҙары өсөн, сит ерҙәрҙе буйһондороу һәм башҡа халыҡтарҙы иҙеү өсөн көрәшеп, донъяны ҡабаттан бүлеү маҡсатында туҡтауһыҙ баҫҡынсыл һуғыштар асып тора торған иң юғары, һуңғы стадияһы. □ Империализм. ■ Империализм һуғышының дәһшәте эсендә ҡалған кешелекте тик пролетариат ҡына ҡотҡара аласаҡ. Д. Юлтый. Ниҙәр генә курһәтмәне беҙгә империализмдың ҡоторған эте - фашизм! Ә. Хәкимов.
ИМПЕРИАЛИСТ [рус. < фр. imperia-liste\ (Р.: империалист; И.: imperialist; T.: emperyalist) и.
Империализм сәйәсәте тотҡан, монополистик капитал вәкиле булған эре капиталист. □ Империалист. ■ [Котлояр:]Һуғыш осланып, сит ил империалистарының тешен емерһәк тә, Рәсәй Совет Республикаһы сиктәрендә тыныс тугел. Р. Камал. Германия империалистары был алышҡа немецтарға хас тырышлыҡ һәм теуәллек менән айырыуса ныҡ әҙерләнде. М. Хужин.
ИМПЕРИАЛИСТИК (Р: империалистический; И.: imperialist, imperialistic; T.: emperyalist) с.
Империализмға мөнәсәбәтле, империализмға хас. □ Империалистический. Империалистик сәйәсәт. К [Михаил:] Империа-
723