Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 722


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИМЛӘҮЕС
ИМЛӘҮЕС (Р.: предметы ворожбы, заговора, заклинания; И.: exorcism object; T.: büyü için kullanılan eşya) u.
Им-том өсөн файҙаланыла торған әйбер (өшкөрөлгән тоҙ, төрлө уләндәр, имән бәшмәге, артыш һ. б.). □ Предметы ворожбы, заговора, заклинания. Имләуес әҙерләу.
ИМЛӘҮСЕ и. ҡар. имсе. ■ Ер зәхмәтен бер нәмә менән дә дауалап булмай, — тип, белдекле аңлатҡан имләусе. Р. Ураҙғолов.
ИММАНЕНТ (Р: имманентный; И.: immanent; T: içkin) с.
Нимәнеңдер эске тәбиғәтенә хас, эске. □ Имманентный.
ИММАНЕНТЛЫҠ (имманентлығы) [рус. < лат. immanens ‘хас’] (Р: имманентность; И.: immanence; T.: içkinlik) и.
Әйберҙең эске тәбиғәтенә хас булған күренеш. □ Имманентность.
ИММИГРАНТ [рус. < лат. immigrans ‘килеп инеүсе’] (Р: иммигрант; И.: immigrant; T.: göçmen) и.
Даими тороу өсөн берәй илгә күсеп килгән сит ил кешеһе. □ Иммигрант. / Иммигрантский. Иммигрант булып китеу. Иммигрант хоҡуҡтары.
ИММИГРАЦИЯ [рус. < лат. immigrare ‘килеп инеү’] (Р: иммиграция; И.: immigration; T.: göçme) и.
Бер илдән икенсе илгә даими йәшәргә күсеп килеү (сит ил кешеһенә ҡарата). □ Иммиграция.
ИММУНИЗАЦИЯ [рус. < лат. immunis ‘берәй нәмәнән азат булған’] (Р: иммунизация; И.: immunization; T.: bağışıklama) и. мед.
Йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы үткәрелә торған саралар. □ Иммунизация. / Иммунизационный. Яһалма иммунизация.
ИММУНИЗАЦИЯ Л АУ (иммунизация-ла-) (Р: иммунизировать; И.: immunize; T.: bağışıklamak) ҡ. мед.
Иммунитет булдырыу. □ Иммунизировать. Организмды иммунизациялау.
ИММУНИТЕТ [рус. < лат. immunitas ‘берәй нәмәнән азат булған’] (Р: иммунитет; И.: immunity; T.: bağışıklık) и.
1. мед. Организмдың йоғошло ауырыуҙарға һәм ҡайһы бер ағыуҙарға ҡаршы тыу
мыштан булған йәки барлыҡҡа килгән бирешмәүсәнлеге. □ Иммунитет. Куҙәнәк-тәр иммунитеты. Әсәнән кускән иммунитет. Нәҫелдән килгән иммунитет. Туҡыма иммунитеты.
2. юр. Дәүләт хеҙмәтендәге билдәле бер кешеләргә ҡайһы бер закондарҙың ҡағыл-мауы. □ Иммунитет. Дипломанттар иммунитеты. Парламент иммунитеты.
3. иҡт. Дөйөм ҡанундарға буйһонмай торған айырым хоҡуҡ. □ Иммунитет. Бюджеттар иммунитеты.
ИММУНИТЕТЛЫ [рус. < лат. immunis ‘тейелмәгән’] (Р: иммунный; И.: immune; T.: bağışık) с. мед.
Организмдың төрлө йоғошло ауырыуҙар тыуҙырыусыға, ағыу тәьҫиренә һәм башҡа боҙоҡ факторҙарға ҡаршы тороу һәләте. □ Иммунный. Иммунитетлы организм.
ИММУНЛЫ ҠАТЛАМ (Р: иммунная прослойка; И.: immune layer; T.: bağışık oranı) и. мед.
Билдәле йоғошло ауырыуҙарға иммунитеты булған халыҡтың проценттар менән билдәләнгән иҫәп күрһәткесе. □ Иммунная прослойка.
ИММУНОГЕНЕТИК (Р: иммуногене-тический; И.: immunogenetic; T.: immüno-genetik) с.
Иммуногенетикаға бәйле. □ Иммуноге-нетический.
ИММУНОГЕНЕТИКА [рус. < лат. immunitas ‘берәй нәмәнән азат итеү’ + genetikos] (Р: иммуногенетика; И.: immunogenetics; T.: immünogenetik) и.
Генетикаға бәйле иммунитет мәсьәләләрен өйрәнеүсе фән. □ Иммуногенетика. Иммуногенетиканы өйрәнеу.
ИММУНОГЛОБУЛИН [рус. < лат. immunoglobulin] (Р: иммуноглобулин; И.: antibody; T.: antikor) и.
Антигендар менән бәйләнешкә инеп, уларҙы нейтралләштерә торған ҡатмарлы аҡһым. □ Иммуноглобулин.
ИММУНОДИАГНОСТИК (Р: иммуно-диагностический; И.: immunodiagnostic; T.: immunodiagnosis) с.
722