ИМЛӘҮ көнө
ИМКӘН I [ғәр. J4] (Р.: возможность; И.: possibility; T.: imkan) и. иҫк. кит.
Мөмкинлек. □ Возможность, способность, сила. ■ [Закир — мөхәррирҙәргә:] Мужикмы, мулла-мөғәллимме ул, рухы һыуынған кеше, һеҙҙең китапты уҡып, уҙен рухы төшкән, өмөтө төшкән бисара хәлдә икәнен тағы асығыраҡ курә һәм ул тубән хәлдән сығырға, исмаһам, аҙыраҡ йунәлергә лә имкән юҡлығына ышана. Ғ. Рафиҡи.
ИМКӘН II (Р: просторный; И.: spacious, roomy; T.: ferah) с. һөйл.
Урын һәм ваҡыт йәһәтенән ҡыҫырыҡһыҙ; иркен. □ Просторный; свободный, ничем не стеснённый. Имкән ерҙәр.
ИМКӘНИӘТ [ғәр. (Р: возмож-
ность; И.: possibility; T.: imkan) и. иҫк. кит.
Уңайлы шарт, мөмкинлек. □ Возможность. Н [Яныбай — Туҡтамышҡа:] Ҡаған, Иҙеукәй хандан илсе килгән. Ҡабул итергә имкәниәт табаһығыҙмы? М. Буранғолов.
ИМКӘНЛЕК (имкәнлеге) (Р: раздолье;
И.: expanse; T.: açıklık) и. диал.
Иркенлек. □ Раздолье. • Ҡайҙа имкән-лек — шунда кеше. Әйтем.
ИМКӘНЛӘҮ (имкәнлә-)(Р: делать не торопясь; И.: take one’s time; T.: yavaş yapmak) ҡ. һөйл.
Ашыҡмай, үҙ яйың менән нимәлер эшләү. □ Делать что-то не торопясь, спокойно. Имкднләп ултырып серлэшеу.
ИМҠАН и. ҡар. имкән I. ■ Бутәнсә тамаҡ туйҙырырға, донъяла торорға имҡан ҡалмағайны. Һ. Сәғҙи.
ИМҠАНИӘТ и. ҡар. имкәниәт.
ИМЛӘ [ғәр. (Р.: диктант; И.: dictation; T.: imla) и. иҫк.
1. Күнекмә өсөн әйтеп яҙҙырылған яҙма. □ Диктант, диктовка. Имлә яҙҙырыу. Имлә тикшереу.
2. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре. □ Орфография, правописание. / Орфографический. ■ һин .. иҫәрләнмә, Шәриф, имлә боҙоп, боп-боҙоҡ имләң менән һин былт итәһең пыр туҙып! Ш. Бабич. Үҙе [комиссар] шул көйөнә лә ниндәйҙер имлә хаталары табып, документты яҙыусы кешене наҙанлыҡта ғәйепләп маташты. И. Насыри.
ИМЛӘ ИТЕҮ (имлә ит-) (Р.: диктовать; И.: dictate; T.: dikte etmek) ҡ.
1. миф. Әйтеп яҙҙырыу. □ Диктовать. Балаларға тексты имлә итеу.
2. кусм. Нимәлер эшләүҙе шарт итеп ҡуйыу; мәжбүр итеү. □ Диктовать; принуждать, вынуждать, заставлять, обязывать. Имлә итеп эшләтеу.
ИМЛӘТЕҮ (имләт-) ҡ. йөкм. ҡар. имләү понуд. от имләү. ■ Бәҙғолъямал әбей-ҙе килтереп, имләтеп ҡарайыммы икән әллә? — тине Ғәрифә, иренә хәсрәтле куҙ-ҙәрен төбәп. Н. Мусин. [Аҫылбикә — Сураҡайға:] Атаһы, киленде бер төрлө имләтеп ҡарайыҡмы әллә, тибеҙ. М. Буранғолов.
ИМЛӘҮ (имлә-) (Р: заговаривать; И.: cast a spell; T.: büyü, nefes ile iyi etmek) ҡ.
1. миф. Төрлө ырымдар буйынса дауалау. □ Заговаривать, заклинать болезни. М Һәҙиә әбей уның [Факиһаның] маңлайын, ту-бәләрен йылы кирбес киҫәге менән дә имләп ҡараны, им-том да килешмәне. Ж. Кейекбаев. Ҡуҙыйкурпәстең атаһы ауырып китте, ти. Тирә-яҡтағы бөтә им-томсоларҙы, бағыусыларҙы килтереп, имләп, бағып ҡараһалар ҙа, береһе лә ярҙам итә алманы, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Дауа менән сәләмәтләндереү сараһы күреү; дауалау. □ Лечить (например, травами). ■ Барсынбикә ара-тирә тулһеҙ ҡатындарҙы имләне, сыҡҡан быуындарҙы ултыртты, йөрәк тә һыланы, ҡот та ҡойҙо. Т. Ғарипова.
ИМЛӘҮ КӨНӨ (Р: дни, подходящие для заговаривания болезней; И.: days propitious for exorcizing; T.: büyü ile iyi etmek için uygun günler) u.
Ауырыуҙарҙы дауалау көнө (башҡорттарҙа имләу көндәре булып шишәмбе һәм шәмбе (ҡоро көндәр) иҫәпләнә). □ Дни, подходящие для заговаривания болезней, заклинания нечистой силы (у башкир заговорными днями являются вторник и суббота, т.е. «пустые» дни). ■ Ҡоро көндә имселәр имләгән, баҡсылар баҡҡан. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
721