ИМЗА ҠУЙЫУ
ИМЗА ҠУЙЫУ (имза ҡуй-) ҡ. ҡар. имзалау. Ғаризаға имза ҡуйыу.
ИМЗАЛАНЫУ (имзалан-) ҡ. төш. ҡар. имзалау, страд, от имзалау.
ИМЗАЛАУ (имзала-) (Р.: подписывать; И.: sign; T.: imza atmak) ҡ.
Ҡул ҡуйыу, ҡултамға һалыу. □ Подписываться); расписываться. Хатты имзалау.
ИМЗАЛЫ (Р.: подписанный; И.: signed; T.: imzalı) с.
Ҡул ҡуйылған, ҡултамға һалынған. □ Подписанный, с подписью. ■ Имзалы ҡағыҙҙы тимер шкафҡа бикләп ҡуйғас, Бирман тағы берәй этлеккә бармағайы тип, Мәҙинә шикләнде. Ә. Хәкимов.
ИМЗА ҺАЛЫУ (имза һал-) ҡ. ҡар. имзалау. ■ Ниһайәт, [Инсаф менән Дилбәр] бөтә документтарға имза һалдырып, фирманы теркәтеп, айҙан ашыу һуҙылған мәшәҡәттәргә һуңғы нөктә ҡуйҙырып килеп сыҡтылар. Г. Ғиззәтуллина.
ИМЗАҺЫҘ (Р: неподписанный; И.: not signed; T.: imzasız) с.
Ҡул ҡуйылмаған, имза һалынмаған. □ Неподписанный, без подписи; анонимный. Имзаһыҙ хат. ■ Имзаһыҙ-ниһеҙ был хат — тел сарлауҙа, төймәнән дөйә яһауҙа Ҡуштирәктең һис тә Одессанан ҡалышмауын раҫлаусы дәлил. Ә. Хәкимов.
ИМИДЖ [рус. < ингл. image ‘образ’] (Р: имидж; И.: image; T.: imaj) и.
Ниндәйҙер кешенең, күренештең, предметтың популярлаштырыу, реклама һ. б. маҡсаттарҙа тыуҙырылған образы. □ Имидж. Етәксе имиджы. Предприятиеның имиджы.
ИМИДЖМЕЙКЕР [рус. < ингл. image ‘образ’ + maker ‘тыуҙырыусы’] и. ҡар. имидж яһаусы.
ИМИДЖ ЯҺАУСЫ (Р: имиджмейкер; И.: image maker; T.: imaj danışmanı) и.
Кемгәлер имидж булдырыу өҫтөндә профессиональ шөғөлләнгән кеше. □ Имиджмейкер. Имидж яһаусы булып эшләу.
ИМИТАТОР [рус. < лат. imitatator] (Р: имитатор; И.: emulator; mimic; T.: taklitçi) и.
1. Кемдеңдер һөйләүен, йәнлек, ҡош тауышын оҫта ҡабатлаусы. □ Имитатор (че
ловек, который умеет имитировать кого-что-н.).
2. Ниндәйҙер приборҙың, ҡоролманың күсермәһе. □ Имитатор (прибор, установка, воспроизводящие что-л. с возможной точностью). Йыһан карабының кабина имитаторы.
ИМИТАТОРЛЫҠ (имитаторлығы) (Р: имитаторство; И.: mimicking; T.: taklit etme) и.
Имитатор (1) булыу хәле. □ Имитаторство. / Имитаторский. Имитаторлыҡ һәләте.
ИМИТАЦИЯ [рус. < лат. imitatio] (Р: имитация; И.: mimicking; T.: taklit etme) и. кит.
1. Тауыштың, ҡыланыштың икенсе бе-рәүҙекенә оҡшашлығы. □ Имитация (точное или с видоизменением повторение музыкального мотива другим голосом (или голосами).
2. Бер нәмәнең икенсе бер сифатлы нәмәгә оҡшатып эшләнеше. □ Имитация (подделка подо что-н.).
ИМИТАЦИЯЛАУ (имитацияла-) (Р: имитировать; И.: mimic; T.: taklit etmek) ҡ. кит.
1. Тауышты, ҡыланышты кемгәлер йәки нимәгәлер оҡшатыу. □ Имитировать (воспроизводить с точностью, подделываясь под кого-л., подо что-л., подражая кому-чему-л.). ■ Улар [«тиррәтләу» исемендә йөрөгән таҡмаҡ төрҙәре] айырым өндәр менән көйләп, ҡул сабып, бейеу ритмына башҡарылалар, йәғни музыка ҡоралдарында уйнауҙы имитациялайҙар, оҡшаталар. Р. Сөләймәнов.
2. Бер нәмәне икенсе сифатлы нәмәгә оҡшатып яһау. □ Имитировать (делать имитации ). Көмөштө имитациялау.
ИМИТАЦИЯ ЯҺАУ (имитация яһа-) ҡ. ҡар. имитациялау.
ИМ ИТЕҮ (им ит-) ҡ. ҡар. имләү. ■ Иремдең куҙенә сыбыртҡы тейеп һуҡырая яҙҙы. Әбейҙәр куҙ уләне менән им итте. Башҡорт мифологияһынан.
ИМКАН и. ҡар. имкәи I.
ИМКАНИӘТ и. ҡар. имкәниәт.
720