ИМЗА
тан ] хатта шул ҡыҙҙың ҡулын һорарға ла баҙнат итмәксе, имеш. 3. Ураҡсин. Унда боронғо замандарҙа узбәктәр йәйләуе булған, имеш, тиҙәр. Ж. Кейекбаев. Ул ала айғыр кул төбөндә уҙенә эйә булырлыҡ егеттең уҫеп еткәнен көтөп ята, имеш. Ф. Иҫәнғолов.
2. Уй-хыялда күҙ алдына килтергән йәки төштә күргән нәмәне һөйләгәндә әйтелә. □ Якобы, будто бы, как будто. ■ Имеш, ул [Шағәле] киң ҡоласын йәйеп йөҙә-йөҙә Миңлебикә янына килә. К. Мәргән. Имеш, [Мөхәмәтша] улдары менән оҙон арбаларға тейәп, Өй тауынан таш ташыйҙар. М. Хужин. [Сафия] йыш ҡына, поезға ултыра алманым, поездан йығылып төштөм, имеш, тип төштәр курҙе. Т. Ғиниәтуллин. [Мырҙағәле:] Төшөмдә тоҡҡа тауыҡ тултырам, имеш, уҙҙәре гел бер төрлө сыбар тауыҡтар. 3. Ураҡсин.
3. Нимәнеңдер дөрөҫлөгөнә шик белдергәндә әйтелә; йәнәһе. □ Будто бы, якобы; дескать, мол. • Алтын-көмөш — таш, имеш, алабута — аш, имеш. Мәҡәл.
4. Нимәнәндер ҡәнәғәт булмағанды, килешмәгәнде йәки мыҫҡыл белдергәндә әйтелә. □ Выражает недовольство, упрёк и пренебрежительное, насмешливое отношение. ■ [Ҡыҙырас:] Харап икән, отличниктар, имеш! — тип һөйләнде. 3. Биишева. Ҡулға алығыҙ уҙен [Алтынбайҙы]! Мин уны уҙ кеше, имеш, тип йөрөһәм, юлбаҫар булып сыҡты, — тип ҡысҡырынды баяр ылау кешеләренә. 3. Ураҡсин. Иҫкелек еҫе, мәңге килмәҫлек булып, ер аҫтына китте, имеш. С. Поварисов. [Байморат ҡарт — Байрамғолға:] Юҡты һөйләмә, йун бирә, имеш. Эшләмәһәң, бирер. Ят көтөп. Ф. Янышев.
5. Ниндәйҙер эште аҡылға һыймаҫлыҡ тип иҫәпләгәндә әйтелә. □ Мол, якобы, будто бы. ■ Ҡеше, имеш, уҙ ғумерендә һигеҙ тапҡыр ғашиҡ булырға һәләтле, ә беренсе мөхәббәт куптәр өсөн мотлаҡ кисерелә. Г. Яҡупова. [Бикморат:] Иҫемә килеп, әҫтәмдә ятҡан айыу аҫтынан сығып ҡараһам, мейеһен яра сапҡанмын, имеш. Н. Мусин.
6. Уйламаған ерҙән тегеләй йәки былай булып сыҡҡанын белдереү өсөн әйтелә. □ Как бы, как будто бы. ■ Фәрзәнәһенең көтөугә мал ҡыуып ҡайтып ихатаға ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, имеш. Ә. Әминев.
ИМЕШ-МИМЕШ ХӘБӘР (Р.: слухи; И.: rumour(s); T.: dedikodu) и.
Кеше арҡыры ишетелеп ҡалған төрлө ысынлы-бушлы һүҙ. □ Слухи, толки; небылицы. ■ Халыҡтың имеш-мимеш хәбәренә ҡарағанда, бындай хәлдәр элек тә булғылаған икән, ҡаҙнанан осҡан аҡса ҡайҙа барып ингәнен берәу ҙә белә алмаған. 3. Ураҡсин. Штабтағы элемтәселәр ауыҙынан таралған имеш-мимеш хәбәргә һалдаттар тәуҙә ышанманы әле. Ә. Хәкимов.
ИМЕШТЕР мен. ҡар. имеш 1—4 (һөйләмдең башында йәки уртаһында ҡулланыла). ■ Оҙаҡламай туй була, имеш-тер, Рәйфә әхирәттәренә уҙе һөйләгән. Р. Солтангәрәев. [Аҡмалдың] әбей-һәбейҙән ишеткән бер хәбәр иҫенә төштө: имештер, башҡорт иле буйлап Хызыр Ильяс йөрөп ята, ҡатындарға ғына ҡуренеп, тулһеҙҙәрҙе тул-ле итә, сырхау балаларҙы һауыҡтыра, илдәге һәр сәңгелдәкте өшкөрөп, ен-шайтанды ҡыуып ебәрә, ти. Б. Рафиҡов. Хатта уның [Ирназарҙың] яҡшы уҡыуын, тәртип боҙ-мауын ғәйепкә һананылар: имештер, уҡытыусылар алдында яҡшатланып, контр атаһы өсөн аҡланмаҡсы. Ә. Хәкимов.
ИМЕШ ХӘБӘР (Р.: слухи; И.: hearsay; T.: dedikodu) и.
Кешенән ишетелеп ҡалған, дөрөҫлөгө асыҡ булмаған хәбәр. □ Слухи, молва. Имеш хәбәргә ышаныу.
ИМЕШ ҺҮҘ и. ҡар. имеш хәбәр.
ИМ-ЖОМ и. диал. ҡар. им-том.
ИМЗА [ғәр. (р.; подпись; И.: signature; T.: imza) и.
Кешенең үҙ шәхесен белдереп ҡуйған тамғаһы; ҡултамға. □ Подпись. ■ [Әҙибә] шулай ҙа имза талап итеп, куҙенә төрткән һәр бер ҡағыҙҙы уҡып сығырға, тәфтишсенең психологик баҫымына бирешмәҫкә тырышты. Г. Ғиззәтуллина. [Ваня:] Ошондай имза ҡалдырһаҡ, насар булмаҫ, ә? — тип фанерҙы Рамаҙанға һуҙҙы. Ә. Хәкимов.
719