ИМЕНЛЕК ХЕҘМӘТЕ
ребеҙ мираҫ итеп ҡалдырған сауҙа эштәрендә уңыштар теләйем. Ә. Хәкимов.
2. Бәлә-ҡазаһыҙ, хәүеф-хәтәрһеҙ, талаш-һуғышһыҙ тыныс хәл. □ Безопасность, мир. ■ [Хөппөниса:] Донъябыҙға именлек бирһен, ҡара йөрәктәр өҫтөнлөк алмаһын, хужабыҙҙың башы һау булһын. Я. Хамматов. Ауылдың бөгөнгө тынлығы, ут алып та тормай кистән ук йоҡоға талыу ы һис тә именлек билдәһе тугел ине. Ә. Хәкимов. Староста губернаторға ауылда именлек хаҡында нотоҡ һөйләргә әҙерләнә. Ж. Кейекбаев.
3. Хәүефһеҙлек йәһәтенән закон һағын-дағы хәл. □ Неприкосновенность. Дәуләт именлеге.
ИМЕНЛЕК ХЕҘМӘТЕ (Р.: служба безопасности; И.: security (service); T.: güvenlik servisi) и.
Теге йәки был компанияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе, һаҡлаусы бүлексә. □ Служба безопасности. ■ Артабан оратор һуңғы йылдарҙа тәғәйенләнгән «Мәскәу кадрҙары »н һанап утте: БР Юғары суды рәйесе, БР прокуроры, эске эштәр министры, Һалым инспекцияһы начальнигы, Федераль именлек хеҙмәте етәксеһе, Арбитраж суд рәйесе. «Ағиҙел», № 7,2010.
ИМЕНЛӘНЕҮ (именлән-) (Р: успокаиваться; И.: calm, settle down; T: sakinleşmek) ҡ.
Төрлө бәлә-ҡаза, һуғыш-ҡырылыш бөтөп, тынысҡа әйләнеү; тынысланыу. □ Успокаиваться, утихать, стихать. Ил именләнде.
ИМЕНСЕЛЕК (именселеге) и. ҡар. именлек. Шәхес именселеге. Ш [Сәфәрғәли — Ғәҙелшаға:] Үҙегеҙ иҫәнме, именселекме, ауырыу-һыҙлауҙар юҡмы? М. Буранғолов.
ИМЕН-ҺАУ с. ҡар. имен-аман. ■ Гөләндәм бикә имен-һау ҡотолормо дәһшәтле ваҡиғалар бөтөн ил менән бергә Сарай ҡалаһын да аймап алһа? Ә. Хәкимов. Ул [Сарыбай], улдарынан алға сығып, бишенсе көн тигәндә ҡайтып төшә, бала килтергән бисәһен имен-һау, ҡыҙын бик һәйбәт хәлдә курә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ИМЕС I (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тәнгәүер ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тангаур.
ИМЕС II и. диал. ҡар. имсәк 1,1.
ИМЕҮ (им-) [боронғо төрки эм-\ (Р: сосать; И.: suck; T.: emmek) ҡ.
1. Тел, ирен ярҙамында имсәктең һөтөн һурыу. □ Сосать. // Сосание. ■ Әбубәкер ҡапыл имеу енән туҡтай ҙа, имсәкте ысҡын-дырыбыраҡ тора, геуләп әсәһенә һуҙ ҡуша, йылмая. Т. Ғарипова. [Тимербикә] быҙауҙың еленде төрткөләп, ауыҙын купертеп ләззәтләнеп имеуен ҡарап тора. Н. Мусин. Быҙауҙар имеуҙән айырыла. Ғ. Ибраһимов. Бер ниндәй осраҡта ла сабыйҙы имеуҙән ташлатырға ашыҡмағыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», №8, 2011. • Имә белгән ҡолон ике бейәнең һөтөн бөтөргән. Мәҡәл.
2. Ниҙеңдер һутын, һүлен һурыу. □ Сосать. ■ [Алмағас] яҙ етеп, ҡар иреу менән, уянып, тамырҙары менән ерҙән татлы һуттар имә башланы. 3. Биишева.
3. Нимәнелер ауыҙға алып һурыу. □ Сосать. Бармаҡ имеу. Кәнфит имеу. ■ Кейеҙбай бик ныҡ йоҡо баҫҡанда ауыҙына тоҙ киҫәге ҡабып имә, ти. Әкиәттән.
4. кусм. Кеше көсөнән файҙаланып, кеше иҫәбенә йәшәү. □ Жить за чужой счёт. ■ Кәлимулла оҙаҡ ваҡыттар Шәмси ахунда хеҙмәтселектә торҙо. Хәйләкәр Шәмси уны төрлөсә имде. И. Насыри.
♦ [Кеше] ҡанын (йәки майын) имеү кеше көсөн, кеше хаҡын үҙләштереү. □ Жить за счёт кого-л., за чей-л. счёт.
ИМЕҮСЕЛӘР и. ҡар. имеҙеүселәр.
ИМЕШ (Р: якобы; И.: smb says/alleges (that); T.: imiş) мөн.
1. Кешенән ишеткән хәбәр булып, ысын йәки буш булыуы асыҡ түгел икәнен белдереү өсөн әйтелә. □ Якобы, будто бы, как будто. ■ Әуәлерәк ауылдың Әмирйән тигән ҡарты Ҡуғанаҡ башына менгән дә: «Ай-һай-һай-һай-й, Рәсәй ҙә ҙур икән шул!» - тип хайран ҡалып торған, имеш, тиҙәр. Р. Солтангәрәев. [Жирников:] Кер йыуыусы Ганя менән мауығып йөрөй икән әле ул маңҡа [Алтынбай], һеҙҙән [Тимашев-
718