Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 717


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИМЕНЛЕК
Балаларын һөт имеҙеп аҫраған умыртҡалы хайуандар; һөтимәрҙәр. □ Млекопитающие (лат. Mammalia). ■ Төрлө баһалауҙар буйынса, донъяла 5000-дән алып 5400-гәсә төр имеҙеуселәр билдәле, шуларҙың 380 төрө Рәсәйҙә тереклек итә. Интернет селтәренән.
ИМЕҘЛЕК (имеҙлеге) (Р.: соска; И.: baby’s dummy; T.: emzik) и.
Йәш балаға имеҙеү өсөн имсәк һымаҡ итеп эшләнгән нәмә. □ Соска. ■ һуңғы осорҙа уның [Йәмиләнең] кеҫәһендә, исмаһам, ҡатҡан икмәк булһа ла ята, шунһыҙ уҙен имеҙлеген юғалтҡан сабый һымаҡ ярҙамһыҙ тоя. Г. Ғиззәтуллина. [Оло инәй — балаларына:] Сәңгелдәктә ятып, имеҙлек имгәнегеҙгә лә, ер һөрөп, иген иккәнегеҙгә лә бары фатихамды ғына яңыртам, теләктәремде генә ҡабатлайым: бер-берегеҙгә игелек курһәтегеҙ, уҙегеҙ игелек курерһегеҙ. М. Кәрим. Ҡурсаҡ кеуек кенә Мәрйәмдәрен алып ҡайтҡас, уны гел Фәйрузә ҡарай. Һөт эсерә, ауыҙына сепрәк имеҙлек ҡаптыра. Ә. Хәкимов.
ИМЕҘӘК (Р.: грудной; И.: suckling; Т.: meme) с.
Имеүен әле ташламаған; имгән. □ Грудной; сосунок, сосун. Имеҙәк балалар ҡарау.
ИМЕЙ и. бал. ҡар. имсәк 1.
ИМЕЙ БАЛА и. диал. ҡар. имсәк бала.
ИМЕК (имеге) и. иҫк. ҡар. имсәк 1, 2.
• Имә белһәң — имек, кимерә белһәң — кимек. Мәҡәл.
ИМЕЛ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Һамар башҡорттарының зат, ара исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын.
ИМЕЛ ДӘҮ (имелдә-) ҡ. диал. ҡар. йомшарыу 1.
ИМЕН I [ғәр. ‘ышаныслы’] (Р: мирный; И.: safe, pacific; T: refah) с.
1. Бәлә-ҡазанан азат, тыныс; һуғышһыҙ. □ Мирный, безопасный, благополучный. Имен тормош. Имен заман. Имен донъя.
2. Хәүеф-хәтәрһеҙ, теүәл. □ Целый, здоровый, сохранный, невредимый. Имен кеше.
ИМЕН II (Р: благополучно; И.: safely; all right, well; T.: refah) р.
Иҫән-Һау, зыянһыҙ, хәүеф-хәтәрһеҙ, сәләмәт. □ Благополучно; мирно, безопасно, невредимо. ■ Бәхеткә, йылдар ҙа имен килде миҙгеленә ҡарап ҡойоп ямғыр яуғас, ураҡ өҫтөндә, хәс тә быйылғы кеуек, көндәр гел аяҙ торғас, игендәр ҡотороп уңды, эҫ-керт-эҫкерт кәлтә ырҙынға ташылды. Ә. Хәкимов. [Өмәселәр] хужаны иҫкә алып, имен йөрөуен теләрҙәр, был өйҙөң ныҡлығы, ҡотона хуш итеп таралышырҙар. Р Камал. • Яҡшы әҙәм йорт көтһә, йөрто имен көтөлөр, яман әҙәм йорт көтһә, йортөн-илен бөтөрөр. Мәҡәл.
ИМЕН-АМАН [ғәр. + д-1] (Р: целый и невредимый; И.: safe and sound; T.: sağ salim) с. йыйн.
Бәлә-ҡазаһыҙ, зыян-зарарһыҙ; һау-сәләмәт; имен-һау. □ Целый и невредимый. ■ Зилбәрҙең отряды сауҙагәрҙәр менән Иҙел кисеп имен-аман ғына Аҡтауға килеп инде.
3. Ураҡсин. Азамат шофёрҙы ҡултыҡлап ярға алып сыҡты ла, имен-аман икәнлегенә ышанғас, тегеләр [Морат менән шофёр] яғына ҡараны. Р. Солтангәрәев.
ИМЕНИЕ [рус.] (Р: имение; И.: estate, landed property; manor; T.: yurtluk) и. тар.
Алпауыт биләмәһе; баяр утары; биләмә. □ Имение. ■ [Егор Николаевич] тегендә саба, бында саба, ошо ҡылған кеуек бер урында ғына төйәкләнә алмай бит һаман -әле Петербург, Ырымбур, әле көнъяҡҡа сығып китә, Смоленск янындағы имениела ла ятып ҡарай. 3. Ураҡсин. Дашковтың имениеһы менән идара итеусе йәнә бер управляющий бар ине. Ж. Кейекбаев.
ИМЕНЛЕК (именлеге) (Р: благополучие; И.: prosperity, well-being; T.: gönenç) и.
1. Һау-сәләмәтлек, иҫәнлек. □ Благополучие, благо. ■ Мулла Ҡөрьән уҡып, ҡыҫҡа ғына вәғәз менән һуҙен тамам ҡылып ҡуйҙы, Мырҙағәленең йорт-еренә, мал-тыуарына, бала-сағаһына именлек, шилек, бәрәкәт теләп, хуш итте. 3. Ураҡсин. [Һабрау:] Сәләхетдин ибн Шәмсетдингә, йортона именлек, ғәзиз ғаиләһенә аманлыҡ, пәйғәмбә
717